1-се Төркмән (рус. 1-е Туркменево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1404 кеше[4].
Почта индексы — 453643, ОКАТО коды — 80 206 834 2.
Тарихы
XVIII быуаттың 60-сы йылдарнда нигеҙ һалынған һәм Бөрәйн улусы старшинаһы Төрөкмән Йәнсәйетовтың исемен йөрөтә. Ул 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан, баш күтәрүселәр отрядын етәкләй, Уртаҙым нығытмаһын яулап алыуҙы, Ҡыҙыл нығытмаһын ҡамауға алыуҙы ойошторған, полковник дәрәжәһенә лайыҡ була[5]. Уның ҡарамағында 39 йорт була. Нигеҙ һалыусы 1731—1811 йылдарҙа йәшәй. Уның улдары һәм ейәндәре: Һөйәрғол, 1752 йылғы, уның улдары Һабанғол, Баҙарғол, Мөхәмәтшәрип, үгәй улы Иҫәнғол; Ҡадырғол, 1755 йылғы, уның улы Алдаҡай; игеҙәктәр Туҡран һәм Йомағол, 1764 йылғылар; Яманғол, 1768 йылғы, уның улдары — Ейәнғол, Ғәле, Ишәли; йорт старшинаһы Яманһары, 1768 йылғы, уның улдары — Буранғол, Буранбай, Уралбай[6].
Ауылда өс яҫауыл, өс хорунжий, ике сотник, ике дин әһеле йәшәгән. төрөкмән ауылы туғанлыҡ ептәре менән Бәләбәй өйәҙе (хәҙер дәүләкән районы) башҡорттары менән бәйле (Күрмәнкәй, Этҡол, Дүртөйлә ауылдары. Улар барыһы ла бөрйәндәр. Бәләбәй өйәҙе Бөрйән улусының башҡорттары Мең улусы аҫабаларының (Верхнеурал өйәҙенән сығыштары) припущенниктары булалар. Төрөкмән Йәнсәйетов ауылда ла, тирә-яҡта ла бик күренекле, абруйла кеше була. 1770 йылдың 7 июнендә Урал буйлап сәйәхәт ҡылған академик Иван Лепехин уны күргән, уның йортонда ҡунаҡ булған[6].
Тәүге күсеп килеүселәр Темәс ауылынан булған тигән фараз бар, сөнки Төрөкмән ауылында Темәсовтар була (Түләбай, 1784 йылғы, уның улы — Килмөхәмәт; Кинйәбулат, 1798 йылғы, уның улы — Исмәғил, ейәне — Шәһивәли). Ошо исемдәрҙең күбеһе бөгөнгө көндә фамилия булып киткән — Тулыбаевтар, Исмәғилевтар, Шәһиевтар, Килмөхәмәтовтар[7].
Төрөкмән ауылы халҡы 1812 йылғы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша. Сотник Дәүләткилде Йәнбәков яу яланында ятып ҡала. Иҫәнғол Һөйәрғолов, Ейәнғол Яманғолов, Ишмөхәмәт Муллабаев Парижға тиклем барып етәләр. Кинйәбулат Рәсүлев, Паһтаран Иҫәньюлов 1828—1829 йылдарҙағы Урыҫ — төрөк һуғышында ҡатнашып, батырлыҡ күрһәтәләр[6]..
Ошо ауылда «Йәйәүле Мәхмүт» исемле йыр һәм легенда тыуған. XIX быуаттың беренсе яртыһында ауылда Юлдыбаев Мәхмүт Аллағыуат улы йәшәгән (1812 йылғы). Бәлки, легендала уның тураһында һүҙ баралыр, тигән фараз бар[6]..
1919—1922 йылдарҙа Төрөкмән 5-се Бөрйән улусының үҙәге була. Кантисполком рәйестәре — Х. Өмөтбаев, Х. Ҡәйепҡолов, Х. Хәбибуллин[7].
Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, һунар менән шөғөлләнә. XIX быуаттың 30-сы йылдарында ауыл халҡы йәйләүгә сыҡҡан. 76 йортта йәшәгән 482 кешегә 1000 йылҡы малы, 230 һыйыр, 781 һарыҡ, 500 кәзә тура килгән. 1843 йылда 889 бот ярауай иген сәскәндәр.
1930 йылда «Төйәләҫ» ауыл артеле ойошторола[7].
1957 йылдан алып — «Сибай» совхозының, 1965 йылдан — «Ирәндек» совхозының Төйәләҫ бүлексәһе[7].
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
728 |
367 |
361 |
50,4 |
49,6
|
1920 йыл 26 август |
637 |
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
1270 |
636 |
634 |
50,1 |
49,9
|
2002 йыл 9 октябрь |
1190 |
581 |
609 |
48,8 |
51,2
|
2010 йыл 14 октябрь |
1043 |
506 |
537 |
48,5 |
51,5
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
Кесе Төйәләҫ йылғаһы янында урынлашҡан[7].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 69 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 28 км
Билдәле шәхестәр
Һылтанмалар
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Туркменово
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Сельские советы
- ↑ Историческая справка по с.1-е Туркменево (Беренсе Төрөкмән ауылы) Баймакского района. Известные земляки: Гизатуллина Зульхиза Шаяхметовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2018)
Сығанаҡтар
- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- Туркменово