Мырҙый (рус. Мурзеево) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауыл Советына ҡараған ауыл. 1960 йылға тиклем ғәмәлдә була[1].
Географик урыны
Район үҙәге Баймаҡтан — 49 км, 2-се Этҡол ауылынан 8 км алыҫлыҡта Аҡыҡ йылғаһы буйында[2] урынлашҡан булған[1].
Тарихы
Мырҙый ауылы совет осоронда барлыҡҡа килә. 1939 йылда әлеге ауылда йәмғеһе 157 кеше йәшәгән, шул иҫәптән 68 ир-егет, 89 ҡатын-ҡыҙ[1]. Ауыл халҡы башлыса ағас ҡырҡыу эштәре менән шөғөлләнә. Ауылда башланғыс мәктәп була. Уҡытыусылары — Баймөхәмәтов, Ғ. Мотаев, М. Ғиззәтуллина. Әлеге мәктәптә үҙенең хеҙмәт юлын буласаҡ БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе З. Ш. Аҡназаров башлаған[1].
1947 йылда Түбә мәғдән идаралығы ағас әҙерләү эштәрен туҡтата, эш булмауы арҡаһында ауыл халҡы башҡа ауылдарға күсергә мәжбүр була. 1960 йылда Мырҙый ауылы иҫәптән сығарыла.
Ауылда башланғыс мәктәп була. Баймөхәмәтов, Ғ. Мотаев, М. Ғиззәтуллина уҡытыусылар булып эшләй. Шулай уҡ был мәктәптә БАССР-ҙың буласаҡ Министрҙар Советы рәйесе Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров хеҙмәт юлын башлаған[3]. Буласаҡ ғалим Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров, өләсәһендә йәшәп, Мырҙый мәктәбендә 1-се класта уҡыған[4].
Һуғыш йылдарында
Икенсе Этҡол, Мырҙый ауылдарының урман участкаларында ҡул бысҡыһы менән ағас әҙерлєйҙєр. Ир-егеттәр фронтҡа алынғас, ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙарҙың елкәһенә төшә: уларҙың һәр береһенә 3-әр кубометр ағас әҙерләргә ҡушыла. Норманы тултырмайынса өйгә ҡайтырға рөхсәт ителмәй. Норма үтәлһә, 1200 г икмәк бирелә. Кистәрен һәм төндәрҙә фронт өсөн йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләйҙәр, икмәктән сохари ҡатыралар. Һәр ғаилә аѓзалары һанына ҡарап һалым һалына: 46 килограмм ит, 8 килограмм май, күпләп йомортҡа, йөн тапшырырға кәрәк була[2] (Йәнбикә Хәсәнова хәтирәләренән).
- З. Ш. Аҡназаров (22 август 1924 йыл — 2 апрель 2000 йыл) — 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы
- Вәлиев Сәлимйән Ғәлләм улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Темәс ауылының почетлы гражданы
- Бәхтиәр Әлмөхәмәтов — урман ҡырҡыусы, «стахановсы», Мәскәүҙә съезда ҡатнаша
- Ә.З. Әсфәндиәров (15 май 1934 йыл — 4 февраль 2014 йыл) — Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры
- Хәйрулла Сабитов — алтын йыуыусы, урман ҡырҡыусы. Золом ҡорбаны. 1937 йылдың 19 декабрендә атып үлтерелә[5].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт