Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ:
Абҙаҡ.
Абҙаҡ (рус. Абзаково) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 166 кеше[2].
Почта индексы — 453647, ОКАТО коды — 80206834002.
Тарихы
1816 йылда Наҙар ауылы кешеләре тарафынан нигеҙ һалынған һәм поход есаулы Абыҙгилде Иҫәмбәт улы Ташбулатов (1779 йылғы) исеме менән Абыҙгилде тип аталған. Абҙаҡ исеме яҡынса 20 быуаттың башынан ҡуллана башлай. Абҙаҡ — Абыҙгилде нәҫеленән. Уның улдары — Хоҙайзат, Юлдашбай, Миңлебай. Хоҙайзаттың улдары — Бикбулат, Ташбулат, Абдуллатиф.
1859 йылда ауылда 24 йортта 104 кеше йәшәгән. 1920 йылда — 41 йортта 205 кеше, 1939 йылда — 156 кеше, 1989 йылда — 150 кеше, 1999 йылда 164 кеше йәшәгән.
Элек-электән малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, 19 быуат аҙағында игенселек менән дә шөғөлләнә башлайҙар, шулай алтын-баҡыр мәғдәндәрҙе сығарыу менән.
Коллективлашыу осоронда бында «Ҡыҙыл партизан» колхозы ойошторола (1930 йыл). Һуңынан хужалыҡ «Ирәндек» һәм «Игенсе» (Әхмәр һәм 1-се Моҡас, 2-се Моҡас ауылдары) колхоздары менән берләшә. 1957 йылдан алып тораҡ пункты — «Сибай» совхозы, 1965 йылдан — «Ирәндек» совхозы составына инә[3].
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) |
125 |
69 |
56 |
55,2 |
44,8
|
1920 йыл 26 август |
205 |
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
150 |
72 |
78 |
48 |
52
|
2002 йыл 9 октябрь |
146 |
73 |
73 |
50 |
50
|
2010 йыл 14 октябрь |
144 |
72 |
72 |
50,0 |
50,0
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
Ерекле йылғаһы Төйәләҫ йылғаһына төшкән ерҙә урынлашҡан[4].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 62 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 29 км
Һылтанмалар
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Ауылдың билдәле шәхестәре
- Газин Ибраһим Әбүбәкер улы — Сибай рудниыгының беренсе партия ойоштороусыһы
- Солтангазина Г. Н. (Сөләймәнова) — был яҡтарҙа беренсе табип
- Аҫылбаев Р. У. — билдәле ҡурайсы, күп кенә республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары дипломанты
- Күҙәбаева А. Х. — һауынсы, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты
- Газин У. И. — уҡытыусы, билдәле гәзит хәбәрсеһе[5].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.