Урал (рус. Урал ) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 250 кеше[ 1] .
Почта индексы — 453653, ОКАТО коды — 80206813007.
Исеменең килеп сығышы
Урал бүлексәһенең исеме Урал йылғаһы исеменән алынған. 2008 йылдың 9 февралендә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарары (60-сы) менән Урал бүлексәһе Урал ауылы тип үҙгәртелә[ 2] .
Урал ауылы Урал йылғаһы буйында, Силәбе өлкәһе һәм Баймаҡ районы сигендә, урынлашҡан.
Географик урыны
Урал йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан[ 3] .
Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ ): 70 км
Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа ): 25 км
Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай ): 75 км
Тарихы
1929 йылда Йылайыр кантонында Йылайыр совхозы ойошторолоу сиктәрендә хужалығы ҡасабаһы булараҡ нигеҙләнә, һуңыраҡ, 1950-се йылдарҙа, «Йылайыр» совхозының Урал бүлексәһе итеп үҙгәртелә[ 3] .
1930 −1933 йылдарҙа Ҡала яны хужалығы — БАССР -ҙың Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында, 1933—1941 йылдарҙа — Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советы, 1941 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Баймаҡ районы Йылайыр ауыл Советы составында[ 2] .
2005 йылда хәҙерге статусын ала, 2008 йылдан — Урал ауылы исемен йөрөтә. Халҡы «Йылайыр» ДУАХП‑нда эшләй.
Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, магазин бар. Башланғыс мәктәп 2015 йылда ябылған[ 2] .
2020 йылдың көҙөндә бында капиталь ремонттан һуң ауылға ингән юлда күпер асылды[ 4]
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
Бөтә халыҡ
Ир-егеттәр
Ҡатын-ҡыҙҙар
Ир-егеттәр өлөшө (%)
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
136
1959 йыл 15 ғинуар
267
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
280
2002 йыл 9 октябрь
303
2010 йыл 14 октябрь
215
106
109
49,3
50,7
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989 , 2002 , 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897 , 1920 , 1939 , 1959 , 1970 , 1979 , 1989 , 2002 , 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865 , 1879 , 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Милли составы
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда урыҫтар (40 %), башҡорттар (35 %) һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй[ 5] .
Урамдары
Йылға урамы (рус. Речная улица )
Төҙөүселәр урамы (рус. Строителей улица )
Дала урамы (рус. Степная улица )
Үҙәк урамы (рус. Центральная улица )
Мәктәп урамы (рус. Школьная улица )[ 6]
Ауыл активы
Йылайыр ауыл советы 8-cе округы (Октябрь, Комсомол, Покровка, Сосновка, Урал ауылдары буйынса) депутаттары — Ольга Федоровна Кузьминова, Рәшиҙә Хәҙис ҡыҙы Раҡаева
Ауыл старостаһы Гөлйәзит Һатыбалды ҡыҙы Хоҙайбирҙина
Ауыл мәҙәниәт йорто (Баймаҡ «Халыҡ ижады үҙәге» филиалы) мөдире Ольга Федоровна Кузьминова.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Сулпан Миҙхәт ҡыҙы Мусина[ 2] .
Ауылдың билдәле шәхестәре
Иҫкәрмәләр
↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған .
↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Деревня Урал (Урал ауылы)
↑ 3,0 3,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство , 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 .
↑ «Һаҡмар», 17 ноябрь 2020. Урал ауылында яңы күпер!
↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған .
↑ Улицы
↑ Баймакский край
Һылтанмалар
Әҙәбиәт