Сәйғәфәр
Сәйғәфәр (рус. Сайгафар) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 674 кеше[1].
Почта индексы — 453676, ОКАТО коды — 80206807005.
Икенсе исеме Комсомол
Исеменең килеп сығышы
Исеме ҡыҫҡартылып Сәйетғәфәр антропонимынан алынған[2].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 28 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аҡморон): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 69 км
Тарихы
Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Ауыл йорт старшинаһы Сәйетғәфәр Байегетовтың утары урынында барлыҡҡа килә һәм уның исемен йөрөтә[2].
1931 йылдан РККА-ның 46-сы Баймаҡ йылҡы заводының — Комсомол бүлексәһе, 1956 йылдан — Баймаҡ совхозының, 1997 йылдан — «Баймаҡ» ПСК-һының бүлеге. Халыҡтың төп шөғөлө — игенселек һәм малсылыҡ[2]. Ауылда бөрйән башҡорттары йәшәй.
Бөгөнгөһө
Ауылда мәҙәни тормош ҡайнап тора. Клубты ремонтлағандан һуң бигерәк тә әүҙемлелек һиҙелә: һәр урам концерт әҙерләй, ауыл һәүәҫкәрҙәре спектакль әҙерләйҙәр[3]. «Хазина» ансамбле ойошторолған, ағинәйҙәр ойошмаһы бик әүҙем, йолаларҙы тергеҙеү эшен яҡшы ойоштора[4]. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр бар[5]. Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, йыйындар кеүек мәҙәни саралар, спорт ярыштары, төрлө акциялар, флешмобтар үткәрелә.
«Беҙҙең Һаҡмар буйында муйыл иҫ киткес мул үҫә. Йыл һайын күп итеп йыйып, ит турағыстан үткәреп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуя инек. Әле лә тыуған яғыма — Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылына, еләк-емештең өлгөргән осорона тура килтереп, ҡайтырға тырышабыҙ, элеккесә муйылға сығабыҙ» (Рәшиҙә Мәһәҙиева[6].)
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
|
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
|
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
463 |
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
630 |
332 |
298 |
52,7 |
47,3
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (97 %) йәшәй[7].
Урамдары
- З. Вәлиди урамы рус. З. Валиди (улица)
- Тыныслыҡ урамы рус. Мира улица)
- Һаҡмар урамы рус. Сакмара улица)
- Таулы урамы рус. Горная улица)
- Совет урамы рус. Советская улица)
- Түләш урамы рус. Туляша улица)
- Йәштәр урамы рус. Молодежная улица)
- Салауат Юлаев урамы рус. Салавата Юлаева улица)
- Ш. Бабич урамы рус. Ш. Бабич улица)
[8]
Ауылдың билдәле кешеләре
- Миңлеғәле Райманов — көтөүсе, Ленин ордены кавалеры.
- Хазина Аҡбулатова — һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы[2]
- Рәшиҙә Мәһәҙиева — «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы, «Көмөш ҡауырһын» халыҡ-ара асыҡ ижади конкурсы лауреаты, филология фәндәре кандидаты[6]
Шулай уҡ уҡығыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Видеояҙмалар
|
|