Мырҙабулат (рус. Мурзабулатово) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ярат ауыл Советына ҡараған ауыл. 1843 йылда нигеҙләнгән[1].
Икенсе исеме — Яңы Ярат.
Исеменең килеп сығышы
Ауыл тәүге төпләнеүсе отставкалағы зауряд-яҫауыл Мырҙабулат Ҡоҙаҡаевтың исемен йөрөткән[1].
Географик урыны
Мырҙабулат ауылы Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан булған. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан көнбайышҡа табан 26 км алыҫлыҡта ятҡан[1].
Тарихы
Ауыл 1843—1850 йылдарҙа нигеҙләнгән. Ауылға Ярат ауылынан тәүге төпләнеүсе отставкалағы зауряд-яҫауыл Ҡоҙаҡаев Мырҙабулат Сәғит улының исеме бирелгән. Яраттан айырылып сыҡҡанға күрә ауылды шулай уҡ Яңы Ярат тип тә йөрөткәндәр. 1859 йылда ауылда 37 йорт теркәлгән, унда 99 ир-егет һәм 85 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылда 45 йортта — 225 кеше, 1939 йылда барыһы 37 кеше йәшәгән. 1930-сы йылдарҙа Мырҙабулат ауылы К. Маркс исемендәге колхоз составында була. 1921 йылғы аслыҡ, репрессиялар, һөргөндәр, артабан Бөйөк Ватан һуғышы ауылдың юҡҡа сығыуына булышлыҡ итә[1].
Бөрйән ырыуы башҡорттары.
Билдәле кешеләр
— Әхмәт Мырҙабулатов — ат ҡараусы, 1936 һәм 1941 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнашыусы[1].
— Мырҙабулатов Сөнәғәт Әбдрәхмән улы (1891) — золом ҡорбаны. 1931 йылдың 5 мартында репрессияға эләгә, 10 йылға хөкөм ителә[2]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт