Ярат (рус. Яратово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. XVIII быуат аҙағында нигеҙләнгән[1]. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 613 кеше[2].
Почта индексы — 453658, ОКАТО коды — 80206859001.
Исеменең килеп сығышы
Ауылға Ярат исемле тәүге төпләнеүсенең исеме бирелгән[1].
Географик урыны
Ауыл Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, Туҡмаҡ һәм Шарлыбай йылғалары ҡойған урында нигеҙләнгән[1].
Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһына тиклем 27 км.
Яҡындағы Сибай тимер юл станцияһына тиклем 71 км.
Тарихы
XVIII быуат аҙағында юҡҡа сыҡҡан Ҡарағужа ауылы халҡы Ярат ауылына нигеҙ һала. V ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы 23 йортта 87 ир-егет һәм 63 ҡатын-ҡыҙ йәшәй[3]. 1816 йылда әлеге ауыл кешеләре яңы ауылдар нигеҙләй: Әхмәр Яратов (уның улдары Йәрмөхәмәт, Буранбай) Байыш ауылына күсерелә, Абдулла Яратов (уның улы Мортаза) — Үрге Мәмбәткә. Абдулланың башҡа улы Хәлил һәм ейәне Әхмәт Ярат ауылында ҡалалар. 1843 йылғы VIII ревизия йәмғеһе 172 кешене теркәй. Артабан ауыл үҫешмәй, 1859 йылда 140 кеше тәркәлгән, 1885 йылда ауыл халҡының һаны икеләтә кәмей. 1920 йылда әлеге ауылды Үрге Ярат тип атай башлайҙар, унда 183 кеше йәшәй[3]. 1989 йылда — 564 кеше, 1999 йылда — 619 кеше.
Ярат ауылы халҡының төп шөғөлө — малсылыҡ. 32 йортта йәшәгән 175 кешегә 266 йылҡы малы, 433 һыйыр, 261 һарыҡ, 79 кәзә тура килә. Шулай уҡ 17 дисәтинә ерҙә 408 бот ярауай иген сәселә[3].
1929 йылда ауыл халҡы Карл Маркс исемендәге колхозға берләшәләр[1].
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
|
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
|
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
|
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
516 |
261 |
255 |
50,6 |
49,4
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (99 %) йәшәй[4].
Билдәле кешеләр
- Әхмәтов Мөхәмәтхәбиб
- Үҙәнбаев Фәтхислам Әхмәтвәли улы — колхоз бригадиры
- Иссурин Ғүмәр — тракторсы>
- Ишембәтов Ришат Вәкил улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Баймаҡ мәғариф бүлеге начальнигы
- Сирбаева Сәрхәб Мөхәммәт ҡыҙы — һауынсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы
- Юнысбаева Әнисә Харис ҡыҙы — һауынсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы
- Насыров Ғ. Ғ. — Социалистик Хеҙмәт Геройы[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 111 бит.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
Һылтанмалар
Видеояҙмалар
— YouTube сайтында Видео «Ләйсән» бейеу ансамбле (Ярат ауылы)
— [1] Әхмәтов Мөхәмәтхәбиб
Әҙәбиәт