Аҡморон (рус. Акмурун) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1430 кеше[1].
Почта индексы — 453676, ОКАТО коды — 80206807000.
Географик урыны
Һаҡмар йылғаһының Аҡморон ҡушылдығы буйында урынлашҡан[2].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 56 км
Тарихы
1912 йылға тиклем Әсәт Ғәҙелшиндың утары[2]. 1912 йылда ауылға мордва крәҫтиәндәре төпләнә, һуңғараҡ Кананикольскиҙағы хәлле урыҫ кешеләре, башҡорттарҙан ерҙе һатып алып, утарға күсенәләр. Ауылға нигеҙ һалыусылар — Антон һәм Александр Ильиндар, Дмитрий Пономарев, Григорий Передельский, Яков Цыплаков һәм башҡалар[2]. Мордва халҡынан тыш ауылға Кананикольское ауылынан урыҫтар күсенә[3].
Халыҡ игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән.
Совет осоро
1920 йылда әлеге ауылда 57 йортта — 416 кеше[3], 1989 йылда — 1596, 1999 йылда 1670 кеше йәшәгән.
1931 йылда РККа-ның 46-сы һанлы Баймаҡ йылҡы заводы ойошторола, уның үҙәге Аҡморонда була. 1956 йылдан — совхоз, 1997 йылдан — «Баймаҡ» ПСК-һы[2].
Бөгөнгөһө
Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер пункты, китапхана, магазиндар, дауахана, хәстәхана, почта бүлексәһе, сбербанк филиалы, мәсет бар. 2017 йылдың 10 октябрендә ҡарттар йорто асылды — Баймаҡ районында өсөнсө йорт. «Ыуыҙ ҡоймағы» байрам йолаһы йылда үткәрелә[4].
2019 йылда бик мөһим ваҡиға теркәлә: заманса 3 блоклы ҡаҙанлыҡ асыу, улар социаль объекттарҙы: мәктәп, балалар баҡсаһын һәм ауыл амбулаторияһын йылытасаҡ. Дөйөм хаҡы 18 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Тиҙҙән ауыл мәҙәниәт клубы газға күсә, бында монтаж эштәре алып барыла[5].
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
416 |
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
1596 |
770 |
826 |
48,2 |
51,8
|
2002 йыл 9 октябрь |
1549 |
742 |
807 |
47,9 |
52,1
|
2010 йыл 14 октябрь |
1430 |
683 |
747 |
47,8 |
52,2
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Халҡы күп милләтле — башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, мордва.
Урамдары
- 1 Май (урамы) (рус. 1 Мая улица)
- 21 быуат (урамы) (рус. 21 века улица)
- К. Маркс (урамы) (рус. К. Маркса улица)
- Ленин (урамы) (рус. Ленина улица)
- Тирмән (урамы) (рус. Мельничная улица)
- Тыныслыҡ (урамы) (рус. Мира улица)
- Парк (урамы) (рус. Парковая улица)
- Салауат Юлаев (урамы) (рус. }Салавата Юлаева улица)
- Төҙөүселәр (урамы) (рус. Строителей улица)
- Сиҙәм (урамы) (рус. Целинная улица)
[6]
Видеояҙмалар
— YouTube сайтында Видео Дорога в Акмурун
— YouTube сайтында Видео Баймак ТВ. Запуск голубого огня в Акмуруне
Һылтанмалар
— Посещение дома престарелых пос. Акмурун Баймакского района настоятелем Введенского храма г. Баймак
Әҙәбиәт
Иҫкәрмәләр