Таштимер (рус. Таштимерово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 382 кеше булған[4].
Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201837009.
Халыҡ һаны
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (97 %)[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡИцЕй
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1866 йыл |
234 |
|
|
|
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1900 йыл |
347 |
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
470 |
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
426 |
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
479 |
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
354 |
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
381 |
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
382 |
177 |
205 |
46,3 |
53,7
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 23 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 32 км
- Коммунистик урам
- Зәйнәп Биишева урамы
- Мостай Кәрим урамы
- Йәштәр урамы
- Тыныслыҡ урамы
- Ленин урамы
- 1 Май урамы
- Йылға аръяғы урамы
- Яр урамы
- Көнсығыш урам
Тарихы
XIX быуат башында Ҡотлогилде ауылы була, ул бөгөнгө көндә Таштимер тип атала. Был ауыл йорт старшинаһы Таштимер Ҡотлогилдиндың һәм уның атаһының исеме менән бәйле. Бында Мырҙабай һәм Яманһар Ҡотлогилдин йәшәгән. Беренсе күскенсе Мөхәмәтхәниф менән Мөхәмәтсадиҡ Таштимеровтың ейәндәре билдәле.
1816 йылда ауылда ни бары 14 хужалыҡ була. Өс ғаилә Тупаҡҡа, Балапанға, Күскәр ауылына күсә, был ауыл халҡының генетик бәйләнештәре тураһында һөйләй. X ревизия 232 кеше һәм 31 йорт тураһында белешмә бирә. 1920 йылда 95 йортта 470 кеше йәшәгән.
Бында йәшәүселәрҙең береһе Байсал Урыҫбаев илде азат итеүҙә һәм Наполеонды Европа илдәренән ҡыуыуҙа ҡатнаша. Ҡаһарманлығы өсөн «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» миҙалдары менән бүләкләнә.
24 хужалыҡ 20 ылау менән өс урынға йәйләүгә күсеп йөрөгән. Улар Ҡыҙыл, Маяғашлы, Ҡырғыҙ йылғалары буйлап урынлашҡан. Уларҙың 200 ат, 150 һыйыр, 80 һарыҡ, 30 кәзә көткән. Бер ауылға 20 сутый һөрөнтө ер булған.
1842 йылда 162 кешегә 825 бот яҙғы бойҙай сәселә. Яманһары Ҡотлогилдин йылына 155, Нәҙерғол Ғәйеткилдин 130-шар бот иген сәскән[8].
Тағы ла уҡығыҙ[9]
Билдәле шәхестәре
Видеояҙмалар
Рәсемдәр
Иҫкәрмәләр
Инфраструктураһы
Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, клуб, китапхана, мәсет.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар