Википедияла
Зарипов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Зарипов Рәил Моталлап улы (1 ғинуар 1946 йыл) — ғалим-математик. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005).
Биографияһы
Зарипов Рәил Моталлап улы 1946 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Әбйәлил районы Таштимер ауылында тыуған[1]. 1967 йылда Магнитогорск педагогия институтын «Математика» һөнәре буйынса тамамлай. СССР Фәннәр академияһының Ҡазан физика-техник институтының"Механика деформируемого твердого тела" һөнәре буйынса көндөҙгө аспирантурага ингәнгә тиклем, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Силәбе өлкәһендә һәм БАССР-ҙың Әбйәлил районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, шул уҡ институттың аспирантураһында ҡалдырыла, унда 1978 йылда техник фәндәр кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2]. 1971 йылдан алып Ҡазан физика-техник институтында, 1979 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетында юғары математика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй[2].
2005 йылда техник фәндәр докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Научные основы расчета напряженно-деформированного состояния трубопроводов, проложенных в сложных инженерно-геологических условиях» темаһына диссертация яҡлай[3].
Зарипов Р. М. 2007 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетының «Математика» кафедраһы профессоры итеп һайлана[2].
Зарипов Рәил Моталлап улының фәнни тикшеренеүҙәре деформациялана торған ҡаты есемдең механикаһына, үткәргес торбалар һәм резервуарҙарҙың ныҡлығы, тотороҡлолоғо һәм тирбәлеүе проблемаларына арналған[1].
100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 4 монография авторы.
Ул РФ мәғариф һәм фән министрлығы, БР ФА (техник фәндәр булеге) программалары, шулай ук РФА гранттары буйынса тикшеренеүҙәрҙә әүҙем ҡатнаша[2]. Өфө дәүләт нефть техник университеты янындағы Д.212.289.04 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса совет ағзаһы булып тора.
Һайланма хеҙмәттәре
- Расчёт магистральных газопроводов в карстовой зоне. Уфа, 1999 (авторҙашта);
- Расчёт и обеспечение прочности трубопроводов в сложных инженерно-геологических условиях: в 2 т. М., 2005—2006 (авторҙашта);
- Численное моделирование напряжённо-деформированного состояния и устойчивости трубопроводов и резервуаров в осложнённых условиях эксплуатации. СПб., 2009 (авторҙашта.).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар