Юлдаш (рус. Юлдашево) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. Гусев ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 340 кеше[1].
Почта индексы — 453614, ОКАТО коды — 80201819006.
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 13 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Гусев): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 55 км
Юлдаш ауылы район үҙәге Асҡар ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 13 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 55 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарихы
Юлдаш (Көҙәсә) ауылына Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. XVIII быуат аҙағынан, 1786 йылдан билдәле. Ауылға тәүге төпләнеүсе тураһында мәғлүмәт юҡ. Атаһы ауылында улдары — Мөхәмәткәрим (1792) һәм Нарынғазы (1818) Юлдашевтар йәшәгән. Халҡы ярым күсмә тормош көтә.
1795 йылғы V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 10 йортта 48 кеше, 1859 йылда 27 хужалыҡта 200 кеше йәшәгән.
20 хужалыҡтың 16-һы йәйләүгә сыҡҡан. Шунда уҡ урындарҙа (Йәнгел, Маяғашлы, Сатра, Арҡа Йорт, Әйнәм Һүтәй йылғалары буйында) күсеп йөрөйҙәр, унда Юнай ауылында йәшәүселәрҙең дә йәйләү булған. Был — ике ауыл халҡының туғанлыҡ бәйләнешен күрһәтеүсе тағы бер дәлил. 40 кешегә 500 ат, 250 һыйыр, 400 һарыҡ, 70 кәзә тура килгән. Юлдаштар күршеләренән етеш йәшәгән, уларҙың 16 дисәтинә һөрөнтө ере булған. 1842 йылда 8 бот ужым һәм 332 бот яҙғы иген сәселгән. Сәсеүҙең яртыһынан күберәге Мөхәмәткәрим Яныбаевтыҡы (140 бот) һәм Хәбибулла Боҫҡоновтыҡы[3][4].
1866 йылда Юлдаштағы 30 хужалыҡта 199 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[5].
1920 йылда ауылда 283 кеше йәшәгән. XX быуаттың 30‑сы йылдарында Юлдаш ауылына XVIII быуат уртаһында нигеҙ һалынған Юнай ауылы ҡушылған[6].
Халыҡ һаны
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[9].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
237 |
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
283 |
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
248 |
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
228 |
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
287 |
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
272 |
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
340 |
166 |
174 |
48,8 |
51,2
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта ауылда Гусев урта мәктәбе филиалы — Юлдаш башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[10].
Билдәле шәхестәре
- Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы (28 февраль 1951 йыл) — журналист, шағир һәм драматург. 1981 йылдан республика матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән 2002—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2006).
Урамдары
- Бригада урамы (рус. Бригадная (улица)
- Ишбулды Әхмәтшин урамы (рус. Ишбулды Ахметшина (улица)
- Күстән урамы (рус. Кустян (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)[11]
Видеояҙмалар
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр