Биҡҡол — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Ташбулат ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 292 кеше[1].
Почта индексы — 453612, ОКАТО коды — 80201834002.
Халыҡ һаны
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
|
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
|
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
240 |
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
292 |
130 |
162 |
44,5 |
55,5
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 55 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ташбулат): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 7 км
Урамдары
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))[5]
Тарихы
XVIII быуат аҙағында Бикҡол ауылы Теләштән 2 тапҡырға ҙурыраҡ була. 22 йортта 126 кеше йәшәгән. X ревизияла унда 200 кеше һәм 33 ярд кеше билдәләнгән. 1920 йылда 49 йорт хужалығында 224 кеше була.
Ауыл Тамъян улусы старшинаһы Бикҡол Бараҡовтың исемен йөрөтә. Уның исеме 1783 йылда Күбәләк улусы аҫабалары менән ер бәхәсе тураһындағы бер эштә телгә алына. Улдары Рахманғол (1790) һәм Абдулвахит йөҙ башы булып хеҙмәт иткәндәр. 14-се Башҡорт полкы составында Рахманғол Бикҡолов 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша; уның хәрби ҡаҙаныштары миҙалдар менән билдәләнә.
Ауыл халҡы — ярым күсмә халыҡ. Йәйләүгә 28 йорттоң 25-енән 174 кеше Йүкәле, Тумға йылғалары үҙәндәренә сыҡҡан. Уларҙың 225 аты, 110 һыйыры, 100 һарығы, 30 кәзәһе була. Ауыл халҡы өсөн игенселек яңы тармаҡ була, һәм ул ауырлыҡ менән үҙләштерелә. Һөрөнтө ерҙең 36 десятинәһен генә эшкәрткәндәр. 1843 йылда 768 бот яҙғы иген сәселә. Мулллазаман Тушмаҡаев һәм уның атаһы Тушмаҡай Әүәлиев 160 бот сәскән. Шул уҡ ваҡытта Кесе Ҡыҙыл йылғаһы янында тирмән эшләгән[6]
Иҫкәрмәләр
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7
Һылтанмалар