Рауил (рус. Равилово) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 494 кеше[1].
Почта индексы — 453626, ОКАТО коды — 80201831004.
Халыҡ һаны
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
|
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
|
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
|
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
494 |
234 |
260 |
47,4 |
52,6
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 16 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишҡол): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 65 км
Урамдары
- Айҙар Мөхтәруллин(урамы) (рус. Айдара Мухтаруллина (улица))
- Әхмәт Зәки Вәлиди(урамы) (рус. Ахмет Заки Валиди (улица))
- Киров(урамы) (рус. Кирова (улица))
- Ҡултыҡһаҙ(урамы) (рус. Култыксаз (улица))
- Ҡыҙыл буйы(урамы) (рус. Кызыл Буйы (улица))
- Йәштәр(урамы) (рус. Молодежная (улица))
- Салауат Юлаев(урамы) (рус. Салавата Юлаев (улица))
- Таһир Кусимов(урамы) (рус. Тагира Кусимова (улица))
- Үҙәк(урам) (рус. Центральная (улица))[5]
Тарихы
Рауил ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Ул тирә-яҡтан тауҙар менән уратып алынған. Төньяҡтан — Бейәғаҙа, көньяҡтан — Бәләғаҙа, көнсығыштан — Торпай, көнбайыштан — Ирәндек алды тау теҙмәләре, көньяҡ-көнсығыштан Айранды тауы урынлашҡан.
Ауылдың барлыҡҡа килеүенә 250—260 йыл самаһы. Ауыл халҡы тәүҙә Еруба йәки Убалы ер тигән урында төйәк иткән. Хәҙерге ауылдан Оло Ҡыҙыл йылғаһы аша сыҡҡас, көнбайышта, тау теҙмәләренең береһендә Ялпаһаҙ, Бейәгән, Һәбекәй исемле үҙәктәр йәйрәп ята. Шуларҙың Бейәгән (Бейә бәйләгән) үҙәгенең һул яғында, ауыл ҡарттары һөйләп ҡалдырыуынса, Еруба ауылы шул ерҙә урынлашҡан булған. Әле лә нигеҙ таштары бар. Бер нисә саҡрымға һуҙылған Бейәгән үҙәгенең уртаһынан йылға аға. Мал көтөү өсөн, бигерәк тә тибенгә йөрөгән аттарға уңайлы үләнле ере һәм һөжүм иткән дошмандан йәшеренер урындарҙың булыуы ҡыҙыҡһындырған инде ауыл халҡын.[6]
1736—1740 йылдарҙа ауыл халҡы Ҡараһаҡал яуында ҡатнашҡан өсөн Еруба ауылы яндырыла һәм, халыҡ икенсе ауылға күсенә. Ғалим Ә. Әсфәндиәровтың мәғлүмәттәре буйынса, был ауыл Ташъяр тип аталған була. Ул ауылдың ҡайһы тирәлә булыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Шулай ҙа ололарҙың һөйләүенсә, ауыл Оло Ҡыҙыл йылғаһының һул яғында, Рауил ауылының хәҙерге урынынан бер-ике саҡрым көнбайыштараҡ, Бейәғаҙа тауы эргәһендә ҡая таштар тапҡырында булған, тиҙәр.
Ауылға 18 быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе йорт старшинаһы Рауил Мостафин исеме менән аталған. Шулай уҡ Йәрәбә, Ташъяр исемдәре менән билдәле булған[7].
Билдәле шәхестәре
Видеояҙмалар
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар