Пхеньян (Ҡалып:Lang-ko-kp3, Пхенъян) — Корея халыҡ демократик республикаһы (Төньяҡ Корея). Илдең административ, мәҙәни һәм тарихи үҙәге — Пхеньян «Пхеньян» һүҙе (Концевич системаһы буйынса кириллицаға Пхенъян тип транскрипцияпана), корей телендә «киң», «уңайлы урын» тигәнде аңлата.
1946 йылда ҡала Пхенан-Намдо провинцияһыстатусы составынан сығарыла һәм туранан-тура буйһонған ҡалалар (чикхальси) — провинцияһының административ статусы кимәлен ала.
Тэдонган (Тэдон) йылғаһы ярында урынлашҡан, Һары диңгеҙгә ҡоя. Ҡала янындағы икенсе йылға — Потхонган.
Легенда буйынса беҙҙең эраға тиклем 2334 йылда Пхеньян Вангомсон исеме аҫтында (кор. 왕검성?, 王儉城?왕검성?, 王儉城?) торған. Боронғо Кореяның Кочосон дәүләтенең баш ҡалаһы булған. Әммә был датаны тарихсылар бәхәсле тип һанай, улар фекеренсә, ҡалаға нигеҙ беҙҙең эра башында һалынған.
Беҙҙең эраға тиклемге 108 йылда Хань династияһы Кочосонды яулай. Улар баш ҡалала, Наннан округында(락랑국), хәҙерге Пхеньян эргәһендә ҡалаға нигеҙ һала.