Вьентьян
Вьентья́н (лаос. ວຽງຈັນ/ວຽງຈັນທນ໌ [ʋíəŋ tɕàn] — Виангтян[1]) — Лаостың баш ҡалаһы (1563 йылдан[2]). Илдең иң ҙур ҡалаһы һәм иң эре иҡтисади үҙәге. Меконг йылғаһында, Таиланд менән сик буйында урынлашҡан.
Халыҡ һаны (баһа, 2012) — 797 130 кеше[3].
Этимологияһы
Пали теленән (тхеравада буддизмынан) тәржемә иткәндә ҡаланың атамаһы «сандал ҡалаһы ағасы» тип аңлатыла, был боронғо лаос телендәге яҙмалар менән раҫлана. Хәҙерге лаос телендә ҡаланың атамаһы уның әйтелешенә тап килтерелеп яҙыла, үҙ сиратында был ҡала атмаһының мәғәнәһен төрлөсә аңлатыуҙар барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән, лаос халҡының күбеһе ҡаланың атамаһы «ай ҡалаһы» тип аңлайҙар, ул 'ай' (ຈັນ йәғни ຈັນທຣ໌ санскр. चन्द्र — чандра) һәм 'сандал ағасы' (ຈັນ йәғни ຈັນທນ໌ санскр. चन्दन — чандана) һүҙҙәренең хәҙерге лаос телендә бер үк әйтелә һәм яҙыла ('чан'). Башҡа телдәрҙә лә тай. เวียงจันทน์, һәм кхмер វៀងចន្ទន៍, уның мәғәнәһе атамаһы «сандал ҡалаһы ағасы» тип аңлатыла. «Вьентьян» романлаштырылған әйтелеше сығышы менән француз теленән һәм был ҡаты «ч» француз телендә әйтелешенең ҡатмарлы булыуына бәйле.
Тарихы
Пхра Лак Пхра Лам лаос эпосына ярашлы, Вьентьян принц Тхаттарадтха тарафынан нмгеҙләнгән, был ваҡиға принц ҡустыһы файҙаһына тәхеттән баш тартып Муонг Интхапатха Маха Накхоне легендар короллегенән киткәс була. Башта Тхаттарадтха основал город по названием Маха Тхани Си Фан Фао на западном берегу Меконг тың көнбайыш яр буйында (хәҙерге Таиландтың Удонтхани ҡалаһы урыныда) Маха Тхани Си Фан Фао тип исемләнгән ҡалаға нигеҙ һала, әммә бер ваҡыт 7 башлы наг принцҡа йылғаның ҡаршылағы көнсығыш яр буйында яңы ҡаланы нигеҙләргә кәңәш итә. Тхаттарадтха йылғаның көнсығыш ярындағы ҡаланы Чантхабули Си Саттакханахуд тип атай.
Күпселек тарихсылар фекеренсә, башта Вьентьян аҙаҡ Пха Тхатлуанг буддист ғибәҙәтханаһы менән алыштырылған индуист ғибәҙәтханаһы тирәһендә үҫкән кхмер торамаһы була. XI һәм XII быуаттарҙа, фараз буйынса лаостар һәм тайҙар Көньяҡ Ҡытайҙан Көньяҡ-Көнсығыш Азияға күскәс, кхмерҙар лаос цивилизацияһы тарафынан ҡыҫырыҡлана, үлтерелә йәки ассимиляциялана.
1354 йылда Фа Нгум Лансанг короллегенә нигеҙ һалғас, Вьентьян мөһим административ үҙәккә әүрелә. Бирманың баҫып инеүенән хафаланып, король Сеттатират 1563 йылда баш ҡаланы Вьентьянға күсерә[4]. 1707 йылда Лансанг ҡолағас, Вьентьян бойондороҡһоҙ Вьентьян короллегенең баш ҡалаһы булып китә. 1779 йылда ул яулап алына һәм Сиамдың вассалы булып китә.
1827 йылда король Анувонг уңышһыҙлыҡҡа тарыған ихтилал күтәргәндән һуң, Сиамдың ғәскәре Вьентьянды нигеҙенә тиклем яға һәм талай. XIX быуат аҙағында француздарҙың килеүгә Вьентьян тулыһынса кешеһеҙ булып урман менән ҡаплана. 1893 йылда бында француздар үҙ власын урынлаштыра, ә 1899 йылда Вьентьян Лаос француз протекторатының баш ҡалаһы булып китә. Француздар ҡаланы һәм буддист ғибәҙәтханаларҙы (шул иҫәптән Пха Тхатлуанг ғибәҙәтханаһын) тергеҙә һәм үҙҙәренән һуң күп кенә колониаль биналарҙы ҡалдыра.
Икенсе донъя һуғышы осоронда бер аҙ ҡаршылыҡ күрһәткәндән һуң, ҡала Сако Масанори командалығындағы Япония армияһы тарафынан оккупациялана[5]. Ҡала 1945 йылдың 24 апрелендә Франция армияһы тарафынан «азат ителә»[6]. 1949 йылдан Вьентьян — бойондороҡһоҙ Лаос короллегенең баш ҡалаһы.
Лаоста Граждандар һуғышы осоронда (1960—1973), ил хөкүмәте һәм Патет Лао етәкләгән партизандар араһында барған көрәш арышында, Вьентьян бер нисә мәртәбә ҡулдан ҡулға күскән[6]. 1975 йылдың 2 декабрендә Патет Лаоның коммунистик хәрәкәтәе Вьентьян өҫтөндә контроль урынлаштыра һәм Лаос Халыҡ-Демократик Республикаһын ойошторолоуҙы иғлан итә, бының менән илдә Граждандар һуғышы тамамлана.
Климаты
Вьентьян климаты
|
Күрһәткес
|
Ғин.
|
Фев.
|
Март
|
Апр.
|
Май
|
Июнь
|
Июль
|
Авг.
|
Сен.
|
Окт.
|
Нояб.
|
Дек.
|
Йыл
|
Абсолют максимум, °C
|
41,0
|
38,0
|
39,0
|
41,0
|
42,0
|
39,5
|
39,0
|
37,8
|
39,0
|
41,0
|
39,0
|
36,3
|
42,0
|
Уртаса максимум, °C
|
28,5
|
30,5
|
33,0
|
34,5
|
33,0
|
32,0
|
31,5
|
31,1
|
31,1
|
31,1
|
30,0
|
28,3
|
31,2
|
Уртаса температура, °C
|
22,9
|
24,8
|
27,6
|
29,4
|
28,8
|
28,5
|
28,1
|
27,8
|
27,7
|
27,3
|
25,3
|
22,9
|
26,7
|
Уртаса минимум, °C
|
16,5
|
18,7
|
21,5
|
23,9
|
24,5
|
24,9
|
24,7
|
24,5
|
24,1
|
22,9
|
19,8
|
16,7
|
21,9
|
Абсолют минимум, °C
|
3,9
|
8,0
|
11,7
|
16,0
|
12,0
|
15,0
|
15,0
|
16,0
|
14,5
|
11,0
|
8,3
|
6,0
|
3,9
|
Яуым-төшөм нормаһы, мм
|
7
|
13
|
33
|
84
|
245
|
279
|
272
|
334
|
297
|
78
|
11
|
2
|
1660
|
Сығанаҡ: Climatebase
|
Иҫтәлекле урындары
- Будда-парк
- Ват Пхакео
- Лаос милли музейы
- Патусай триумфаль аркаһы
- Тхат-Луанг ғибәҙәтхана комплексы
- Тхат Дам
- Ват Онг Теу Махавихан ғибәҙәтханаһы
- Ват Симыанг ғибәҙәтханаһы
- Ват Сисакет
- Ват Сок Палуанг ғибәҙәтханаһы
Вьентьянда мәсет, бер нисә сиркәү, шулай уҡ отелдәр, клубтар һәм дискотекалар бар.
Уҡыу йорттары
Транспорты
Ҡаланан йыраҡ булмаған урында урынлашҡан Меконг йылғаһы аша тай-лаос дуҫлыҡ күпере, Вьентьянды Таиландтың Нонгкхай ҡалаһы менән тоташтыра. Күпер буйынса автомобилдәр хәрәкәте 1994 йылда асыла. 2009 йылда Нонгкхай (Таиланд) һәм Тханаленг (Лаос) станциялары араһында тимер юл бәйләнеше асыла. Киләсәктә Вьентьянға тиклем тимер юлды дауам итеү күҙҙаллана.
Вьентьян ҡалаһы Ватай халыҡ-ара аэропорты менән хеҙмәтләндерелә, бынан самолёттар Вьетнамға, Камбоджаға, Таиландҡа, Малайзияға һәм Ҡытайға оса.
Туғандаш ҡалалар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Ҡалып:Меконг буйында ҡалалар һәм илдәр
|
---|
Бойондороҡло биләмәләр һәм өлөшләтә танылған дәүләттәр ҡыя яҙылыш менән билдәләнгән | Төньяҡ һәм Үҙәк Азия | Көньяҡ Азия | Көньяҡ-Көнсығыш Азия | Көнбайыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азия | | | |
- Бандар-Сери-Бегаван, Бруней
- Бангкок, Таиланд
- Вьентьян, Лаос
- Джакарта, Индонезия*
- Дили, Көнсығыш Тимор
- Куала-Лумпур, Малайзия
- Манила, Филиппин
- Нейпьидо, Мьянма
- Пномпень, Камбоджа
- Порт-Морсби, Папуа — Яңы Гвинея
- Сингапур
- Уэст-Айленд, Кокос (Килинг) утрауҙары (Австрал.)
- Флайинг-Фиш-Коув, Раштыуа утрауы (Австрал.)
- Ханой, Вьетнам
|
- Амман, Иордания
- Анкара, Төркиә*
- Бағдад, Ираҡ
- Баҡы, Әзербайжан*
- Бәйрүт, Ливан
- Дамаск, Сүриә
- Доһа, Катар
- Ереван, Әрмәнстан*
- Иерусалим, Израиль (де-факто) †
- Ҡаһирә, Мысыр*
- Манама, Бахрейн
- Маскат, Оман
|
- Никосия, Кипр*
- Рамаллаһ, Фәләстин (де-факто) †
- Сана, Йәмән
- Төньяҡ Никосия, Төньяҡ Кипр*
- Степанакерт, Таулы Ҡарабах*
- Сухум, Абхазия*
- Тбилиси, Грузия*
- Тәһран, Иран
- Цхинвал, Көньяҡ Осетия*
- Эпископи, Акротири һәм Декелия (Брит.)
- Әбү-Дәби, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
- Әл-Күвәйт, Күвейт
- Әр-Рияд, Сәғүд Ғәрәбстаны
|
| * Трансконтиненталь ил. † Израиль һәм Фәләстин үҙҙәренең баш ҡалаһы тип Иерусалимды иҫәпләй. Иерусалимда Израиль парламенты һәм барлыҡ тиерлек министрлыҡтар урынлашҡан, ә Израилдәге сит ил илселектәренең күп өлөшө Тель-Авивта урынлашҡан; Рамаллаһ ҡалаһы Фәләстин автономияһының административ резиденцияһы булып тора. + 1947 йылғы Ҡытай Республикаһы Конституцияһына ярашлы, Нанкин Ҡытай Республикаһының рәсми баш ҡалаһы, ә Тайбэй — хөкүмәттең резиденцияһы. |
|
|