Ҡытай Халыҡ Республикаһы
Ҡытай Халыҡ Йөмһүриәте
Гимн: Ҡытай гимны
Нигеҙ һалынған
1949
Рәсми телдәр
Ҡытай теле
Баш ҡала
Пекин
Иң ҙур ҡалалары
Чунцин , Шанхай , Пекин , Тяньцзинь , Гуанчжоу
Идара итеү формаһы
Парламент республикаһы
Дәүләт башлығы Премьер-министр
Си Дзиньпин [ 1] Ли Кецән[ 2]
Территория • Барыһы • % һыу.
3 урын 9 596 960 км² 8,62
Халыҡ • Барыһы (2007 ) • Тығыҙлыҡ
1 урын 1 317 000 000 140 кеше/км²
Валюта
юань (женьминьби) (CNY, код 156)[ 3]
Интернет-домен
.cn, .中国, .中國, .公司, .网络
Телефон коды
+86
Сәғәт бүлкәте
UTC +8
Ҡытай, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР) (ҡытайса ғәҙәти 中國/中国,ябай 中华人民共和国 ) — Көнсығыш Азиялағы социалистик дәүләт. Халыҡ һаны буйынса (1,36 млрд-тан күберәк[ 4] ) донъяла — беренсе, майҙаны буйынса Рәсәй менән Канаданан ҡала өсөнсө урында тора. Рәсми тел — ҡытай (путунхуа; Тайванда һәм Макаола — кантон) теле. Ил халҡының күпселеге — этник ҡытайҙар , үҙатама — хань .
Донъяла юғары бойондороҡһоҙ дәүләт (держава) булып иҫәпләнә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Именлек советының даими ағзаһы. Ер шарында космосты яулау буйынса алдынғы илдәрҙең береһе, хәрби хеҙмәткәрҙәренең һаны буйынса донъялағы иң ҙур армияға һәм йәҙрә ҡоралына эйә.
2014 йылдың декабренән Эске тулайым продукт күләме буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Ҡытай төрлө халыҡ-ара ойошмаларҙың, шул иҫәптән БМО , АТЭС , G20 , Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы , ШОС һәм БРИКС -тың ағзаһы булып тора.
1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолғандан алып илде Комунистар партияһы етәкләй.
Ҡытай 14 ил менән сиктәш.
Ил атамаһының сығышы
Дөйөм таралған фараз буйынса, «Ҡытай » «Ҡатай » һүҙенән алынған тип иҫәпләнә. Уның сығышы үҙ сиратында кидань (китай) исемле манжур күсмә ҡәбиләләренә барып тоташа. 907 йылда улар Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала һәм унда үҙҙәренең Ляо дәүләтен ойоштора. XII—XIII быуаттарҙа уларҙың урынына башҡа күскенселәр — джурджендәр һәм монголдар килеп ултырһа ла, тәүге этноним Төньяҡ Ҡытай топонимы булып нығынып ҡала. Европа сәүҙәгәрҙәре, атап әйткәндә, Марко Поло , был исемдең «Катай » («Cathay ») формаһын урта быуат Көнбайыш Европаһына алып ҡайта, һәм ул унда быға тиклем ҡулланылған латин теленән алынған «China » һүҙен ҡыҫырыҡлап сығара. Артабан был яңы исем славян телдәргә күсә һәм уларҙа «Китай» булып нығына. Көнбайышта «Катай » Ҡытайҙың шиғри исеме булараҡ ара-тирә хәҙер ҙә ҡулланыла.
Тарихы
Джунго «Урталыҡтағы дәүләт» — Ҡытайҙың үҙатамаһы
Ҡытай тарихы яҙма сығанаҡтарҙың төрлөлөгө менән үҙенсәлекле. Улар археологик мәғлүмәттәр менән берлектә сәйәси һәм социаль хәл-ваҡиғаларҙы бик боронғо замандарҙан алып тергеҙеү мөмкинлеген бирә. Изгеләр тип танылған дини-фәлсәфәуи һәм тарихи йөкмәткеле текстар — бигерәк тә Конфуций тәғлимәттәре яҙылғандары — үҙ сиратында ҡытай мәҙәниәтенең (цивилизацияһының) һәм ҡытай халҡын донъяға ҡарашының артабан үҫеүенә йоғонто яһаған.
Һәр кешенең ерҙәге тормошта бәхеткә, байлыҡ һәм муллыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән юғары социаль-сәйәси әүҙемлеге Ҡытай мәҙәниәтенә Конфуций осоронан уҡ хас була. Һәр кемдең яҙмышы хоҙайҙың алдан билдәләүенә түгел, ә уның үҙ тырышлығына бәйле.
Ҡытай мәҙәниәте — донъялағы иң боронғоларҙың береһе. Ғалимдәр билдәләүенсә, уның йәше биш мең йылға тиң, ә булған яҙма сығанаҡтар бары 3500 йылдан кәм булмаған осорҙо яҡтырта. Бер-береһен алмаштырған династиялар тарафынан тағы камилләштерелгән административ идара системаһының бик борондан килеүе ҡытай дәүләте өсөн һис шикһеҙ өҫтөнлөк тыуҙырған. Шуға ла уның иҡтисады артта ҡалған күршеләре-күсмә ҡәбиләләр һәм таулы халыҡтар менән сағыштырғанда ныҡ үҫкән ауыл хужалығына нигеҙләнә. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта конфуцианлыҡты дәүләт идеологияһы итеү һәм б. э. т. II быуатта берҙәм яҙма системаһы индереү ҡытай мәҙәниәтен тағы ла нығыта.
Бөйөк Ҡытай диуары
Сәйәси күҙлектән Ҡытай бер нисә мең йыллыҡтар барышында цикл рәүешендә ҡабатланған сәйәси берҙәмлек һәм тарҡалыу осорҙары аша үтә. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер осраҡта өлөшләтә йә тулыһынса сит ил дәүләте составына инә (миҫал өсөн Юань һәм Цин империялары ). Ҡытай биләмәләре ситтән һөжүмдәргә даими дусар булһа ла, баҫҡынсыларҙың күбеһе иртәме-һуңмы барыбер «ҡытайлашып», ҡытай этносы эсендә юғала, ә улар дәүләттәрепнең ерҙәре ғәҙәттә Ҡытайға ҡушыла. Бөгөнгө Ҡытай дәүләте һәм йәмғиәте — быуаттар дауамында тирә яҡтағы күп һанлы Азия халыҡтарының миллионлаған вәкилдәренең күсенеп йөрөүе һәм хань ассимиляцияһына бирелеүе, мәҙәни һәм сәйәси үҙ-ара үтеп инеү һәм бер-береһенә йоғонто яһау һөҙөмтәһе. Бында шулай уҡ традицион ҡытай тарихнамәһенең башҡа халыҡтар (монголдар, манжурҙар) тарихын һанға һуҡмайынса, уларҙың үҙаллы дәүләттәрен Ҡытайҙың өлөшө итеп ҡарап, барыһын да Ҡытай хроникаль-династия тарихына индереүен иҫтә тоторға кәрәк.
Цин династияһы ғәскәрҙәренең баш күтәреүселәр менән бәрелеше Мяо
Тайпиндәр ихтилалы
1894—1895 йылғы япон-ҡытай һуғышы
Ҡытай тарих фәнендә ҡабул ителгән ҡыҫҡаса хронологик таблица
Дәүләт ҡоролошо
Ҡытай Халыҡ Республикаһы — унитар республика, демократик халыҡ диктатураһының социалистик дәүләте. Илдең төп ҡануны — 1982 йылда ҡабул ителгән конституция . Дәүләт власының юғары органы — 2979 депутаттан торған бер палаталы Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы (урыҫса Всекитайское собрание народных представителей — ВСНП). Ул халыҡ вәкилдәренең төбәк йыйылыштары тарафынан биш йыллыҡ срокка һайлана. Йыйылыш сессиялары йыл һайын саҡрыла. Сессиялар араһында Йыйылыш вәкәләтлектәрен уның Даими комитеты атҡара.
Һайлауҙарға бары тик Ҡытай коммунистар партияһы һәм Ҡытайҙың халыҡ сәйәси консультатив советына (урыҫса Народный политический консультативный совет Китая — НПКСК) ингән һәм «демократик» тип аталған һигеҙ сәйәси фирҡә депутаттары ғына үткәрелә. Гонкондағы КҠР-ҙың махсус администртив райондары биләмәләрендә һәм Макаола үҙҙәренең айырым закон сығарыу органдары бар.
Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы депутаттарның барыһы ла — коммунистар партияһы һәм демократтар блогы вәкидәре.
Дәүләт башлығы — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе (Си Дзиньпин (ҡыт. 习近平 ). Ул ил етәкселәренең бишенсе быуын вәкиле.
Дәүләттең юғары башҡарма органы — ҠХР-ҙың Дәүләт советы (Үҙәк халыҡ хөкүмәте). Уның составы: премьер, уның урынбаҫарҙары, Дәүләт советы ағзалары, министрҙа, комитеттар рәйестәре, генераль ревтизор һәм яуаплы секретарь.
Юғары Халыҡ Суды — юғары суд инстанцияһы, ә халыҡ судтары — беренсе инстанция һәм кассация судтары булып иҫәпләнә. Юғары Халыҡ Прокуратураһы һәм уның урындағы органдары — прокурор күҙәтеүен (надзоры) тормошҡа ашыра.
Дәүләт власының урындағы органдары булып халыҡ вәкилдәре йыйылыштары, ә даими эшләүсе орган булып даими комитеттар һанала (улар волостарҙа юҡ). Урындағы халыҡ хөкүмәттәре башҡарыу-етәксе органдар булып иҫәпләнә.
Физик-географик характеристика
Ҡытайҙың топографик картаһы
Географик урыны
Ҡытай Көнсығыш Азияла урынлашҡан. Көнсығыштан уны Тымыҡ океандың көнбайыш диңгеҙҙәре йыуа. Төньяҡ-көнсығышта ул Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы һәм Рәсәй менән, төньяҡта — Монголия , төньяҡ-көнбайышта Рәсәй һәм Ҡаҙағстан , көнбайышта — Ҡырғыҙстан , Тажикстан һәм Афғанстан менән, көньяҡ-көнбайышта — Пакистан , Һиндостан , Непал һәм Бутан менән, көньяҡта — Мьянма , Лаос һәм Вьетнам менән сиктәш. Ил биләмәләре майҙаны 9,6 млн км²[ 5] . Был йәһәттән Ҡытай Азияла иң ҙур дәүләт булһа, Ер шарында , Рәсәй менән Канаданан ҡалып, өсөнсө урында тора. Ҡытайҙа бер дөйөм сәғәт бүлкәте билдәләнгән — UTC+8.
Ҡытайҙың диңгеҙ буйы ярҙары төньяҡта Төньяҡ Корея менән сиктән башланып, көньяҡта Вьетнамға тиклем һуҙыла һәм дөйөм оҙонлоғо 14 500 киомет тәшкил итә. Ил биләмәләрен Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе , Корея ҡултығы, Һары диңгеҙ Һәм Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе һыуҙары йыуа. Тайвань утрауы материктан Тайвань боғаҙы менән айырылған.
Рельефы
Гуйцзян (Лицзян) йылғаһы
Ҡытайҙың ер өҫтө төҙөлөшө бик төрлө: бында бейек тауҙар ҙа, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар ҙа, сүллек һәм киң тигеҙлектәр ҙә бар. Рельеф буйынса ил биләмәләре өс эре төбәккә бүленеп тикшерелә:
Тибет ҡалҡыулығы диңгеҙ кимәленән 2000 метр бейеклектә Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан;
200—2000 метрлы тауҙар һәм юғарғы тигеҙлектәр бүлкәте илдең төньяғында ята;
төньяҡ-көнсығыш, көнсығыш һәм көньяҡтағы 200 метрҙан артмаған түбәнге тигеҙлектәр һәм тәпәш тауҙарҙа Ҡытай халҡының күп өлөшө йәшәй.
Төньяҡта Пекиндан башлап көньяҡтағы Шанхайға тиклем йәйелеп ятҡан Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге , Хуанхэ йылғаһы һәм Янцзы дельтаһы диңгеҙ буйҙарында бергә ҡушыла. Ынйы йылғаһы (һәм уның төп ҡушылдығы Сидзяндең) бассейны Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Янцзы йылғаһы бассейнынан Нанлинг тауҙары һәм Уйишан тау һырттары менән айырылған (һуңғылар ЮНЕСКО -ның Бөтә донъя мираҫының Ҡытай буйынса исемлегенә индерелгән).
Көнбайыштан көнсығышҡа Ҡытайҙың ер йөҙө өс киртләс балыҡҡа килтерә. Уларҙың тәүгеһе диңгеҙ кимәленән 4000 метрҙан бейегерәк тауҙары булған Тибет ҡалҡыулығы. Бейеклектәре 1500 ҙән 3000 метрғаса булған Сычуань һәм Үҙәк Ҡытай тауҙары икенсе киртләсте хасил итә. Бында
үҫемлектәр донъяһы ҡырҡа үҙгәрә: сағыштырмаса ҙур булмаған арауыҡта тәбиғәт зоналарынан бейек тауҙарҙағы һыуыҡ сүллектәрҙән башлап субтропик урманды осратырға мөмкин. Киртләстәрҙең өсөнсөһөнә диңгеҙ кимәленән 1500 метрҙан түбәнерәк ятҡан уңдырышлы тигеҙлектәр инә.
Климаты
Гуанси-Чжуан автономиялы районы
Ҡытай климаты үҙенең төрлөлөгө менән айырыла: көньяҡ-көнсығышта ул субтропик булһа, илдең төньяҡ-көнбайышына ҡырҡа континенталь, сүллектәрҙәң ҡоро климаты хас. Көньяҡтағы яр буйҙарында һауа торошона океан һәм ҡоро ерҙең дымды төрлөсә тартыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән муссондар — йәйен диңгеҙҙән, ҡышын ҡоро ерҙән иҫкән елдәр тәьҫир тә. Нәтижәлә һауа һәм елдәр йәй көндәре үтә дымлы, ҡыштарын, киреһенсә, шаҡтай ҡоро була. Нәҡ ошо муссондарҙың килеп-китеүе юғары дәрәжәлә яуым-төшөм миҡдарын һәм уның ил буйынса бүленешен билдәләй ҙә инде. Ҡытай биләмәләренең күп өлөшө уртаса климат өлкәләренә тура килһә лә, географик киңлек, оҙонлоҡ һәм бейеклек буйынса ҙур айырымлыҡтар температура һәм һауа торошононоң төрлөлөгөн тыуҙыра.
Илдең 2/3-нән күберәк өлөшөн тау һырттары, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар, сүллек һәм ярым сүллектәр алып тора. Халыҡтың яҡынса 90 % Ҡытайҙың ни бары 10 % майҙанын биләгән диңгеҙ буйы райондарында һәм Янцзы, Хуанхэ (Һары йылға — Жёлтая река) һәм Перл кеүек ҙур йылға үҙәндәрендә йәшәй. Ауыл хужалығы ерҙәрен оҙаҡ һәм көсөргәнешле эшкәртеү һөҙөтәһендә һәм тирә яҡ мөхитте сәнәғәт тармағы бысратыуы нәтижәһендә был биләмәләрҙең экологик хәле үтә ауыр.
Ганьсу
Ҡытайҙың иң төньяҡ провинцияһы Хэйлунцзян Рәсәйҙең Владивосток һәм Хабаровск ҡалаларыныҡына оҡшаш уртаса климатта булһа, көньяҡтағы Хайнань утрауы — Тропик климат зонаһында ята. Был ике төбәктең һауа температураһы араһындағы айырма ҡыштары бик ҙур булһа ла, йәйен аҙая төшә. Мәҫәлән, Хэйлунцзяндың төньяғында ҡышҡы һыуыҡ −38 °C етеүе мөмкин. Ғинуарҙың уртаса температураһы −16 °C тирәһе булһа, июлдеке +20 °C. Гуандун провинцияһының көньяғында уртаса температура ғинуарҙа 10 °C, июлдә 28 °C.
Яуым-төшөм миҡдарындағы айырма температураға ҡарағанда ла күберәк: Циньлин тауҙарының көньяҡ биттәрендә яуған ямғырҙарҙың күбе йәйге муссонға тура килә. Төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан яуым-төшөм аҙая. Илдең төньяҡ-көнбайыш райондары — иң ҡоро һанала, нәҡ бында урынлашҡан Такла-Макан , Гоби һәм Ордос ) сүллектәрендә ямғыр бөтөнләй юҡ дәрәжәлә.
Ҡытайҙың көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәре йылыына биш тапҡыр тиерлек емергес диңгеҙ ҡойоно (тайфундан), шулай уҡ һыу баҫыуҙан, муссондан, цунами һәм ҡоролоҡтан ҡаза күрә. Илдең төньяҡ райондарына һәр яҙ һары туҙан дауылдары ябырыла — улар төньяҡ сүлдәрҙә барлыҡҡа килеп, елдәр менән Корея һәм Япония тарафтарына йүнәлә.
Административ-территориаль бүленеше
Ҡытай 22 провинцияға бүленгән, Тайвань 23-сө итеп иҫәптә йөрөтөлә. Шулай уҡ аҙ һанлы милләттәр йәшәгән биш автономиялы район һәм үҙәк бойһоноуындағы һәм үҙ биләмәләренә эйә дүрт ҡала бар.
№
Төбәк
Пиньинь
(кит.)
Адм. үҙәк
Пиньинь
Халыҡ,[ 6] (2010) кеше
Майҙан,[ 7] км²
Халыҡ тығ., кеше/км²
Провинциялар
1
Анхой
Anhui
安徽
Хефей
Hefei
59 500 510
140 455
423,63
2
Фудзян
Fujian
福建
Фуджоу
Fuzhou
36 894 216
122 919
300,15
3
Ғәнсу
Gansu
甘肃
Ланджоу
Lanzhou
25 575 254
459 233
55,69
4
Гуаңдоң
Guangdong
广东
Гуаңджоу
Guangzhou
104 303 132
178 341
584,86
5
Гуйджоу
Guizhou
贵州
Гуйяң
Guiyang
34 746 468
174 976
198,58
6
Хайнан
Hainan
海南
Хайкоу
Haikou
8 671 518
34 438
251,80
7
Хебей
Hebei
河北
Шидзяджуаң
Shijiazhuang
71 854 202
187 240
383,75
8
Хэйлуңдзяң
Heilongjiang
黑龙江
Харбин
Harbin
38 312 224
431 767
88,73
9
Хенан
Henan
河南
Джеңджоу
Zhengzhou
94 023 567
166 310
565,35
10
Хубей
Hubei
湖北
Вухан
Wuhan
57 237 740
185 673
308,27
11
Хунан
Hunan
湖南
Чаңша
Changsha
65 683 722
211 231
310,96
12
Дзяңсу
Jiangsu
江苏
Нанчиң
Nanjing
78 659 903
98 285
800,32
13
Дзяңси
Jiangxi
江西
Нанчаң
Nanchang
44 567 475
171 041
260,57
14
Жирин
Jilin
吉林
Чаңчун
Changchun
27 462 297
191 038
143,75
15
Ляониң
Liaoning
辽宁
Шеньяң
Shenyang
43 746 323
147 451
296,68
16
Циңхай
Qinghai
青海
Синиң
Xining
5 626 722
720 459
7,81
17
Шанси
Shanxi
山西;
Тайюан
Taiyuan
37 327 378
204 846
182,22
18
Шандуң
Shandong
山东
Дзинан
Jinan
95 793 065
156 219
613,20
19
Шэньси
Shaanxi
陕西;
Сиань
Xi’an
35 712 111
149 708
238,55
20
Сычуань
Sichuan
四川
Чеңду
Chengdu
80 418 200
491 146
163,74
21
Юннан
Yunnan
云南
Кунминг
Kunming
45 966 239
388 610
118,28
22
Джедзян
Zhejiang
浙江
Хаңджоу
Hangzhou
54 426 891
106 078
513,08
Ҡытай контроле аҫтында булған провинция (сәйәси торошо билдәләнмәгән)
23
Тайвань
Taiwan
台湾
Тайбэй
Taipei
23 069 345[ 8]
36 178
637,66
Автономиялы райондар
24
Гуанси-Чжуан автономиялы районы
Guangxi
广西
Нанниң
Nanning
46 026 629
235 001
195,86
25
Эске Монголия автономиялы районы (Эске Монголия)
Inner Mongolia
内蒙古
Хух-Хото
Hohhot
24 706 321
1 181 104
20,92
26
Нинся-Хуэй автономиялы районы
Ningxia
宁夏
Йинчуан
Yinchuan
6 301 350
52 188
120,74
27
Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы
Xinjiang
新疆
Урумчи
Urumqi
21 813 334
1 743 441
12,51
28
Тибет автономиялы районы
Tibet
西藏
Лхаса
Lhasa
3 002 166
1 178 441
2,55
Үҙәккә бойһонған ҡалалар
29
Пекин
Beijing
北京
19 612 368
16 808
1166,85
30
Чунцин
Chongqing
重庆
28 846 170
82 403
350,06
31
Шанхай
Shanghai
上海
23 019 148
6 500
3541,41
32
Тяньцзинь
Tianjin
天津
12 938 224
11 943
1083,33
Махсус административ райондар
33
Гонконг
Hong Kong (Xianggang)
香港
6 864 346[ 9]
1 095
6268,81
34
Макао (Аомен)
Macau (Àomén)
澳门
541 200[ 10]
27
20 044,44
Барлығы
1 363 249 758
9 662 593
141,09
Халҡы
ҠХР-ҙың демографик үҫеше
Ҡытайҙа үҙ мәҙәниәте, йолаһы, кейемдәре, күп осраҡта айырым теле булған бер нисә тиҫтә милләт халҡы йәшәй, шуларҙың 56-һы рәсми танылыу алған. Шулай ҙа уларҙың барыһы бергә илдә йәшәүселәрҙең ни бары 7 процентҡа яҡынын ғына тәшкил итә. Төп халыҡ — үҙҙәрен хань тип атаусы ҡытайҙар. 2000 йылдың ноябрендә үткәрелгән иҫәп алыу буйынса улар абсолют күпселек йәғни 1 137 386 112 кеше. 2010 йылғы VI иҫәп алыу буйынса, континентта йәшәүселәрҙең һаны 1 млрд 339 млн 724 мең 852 кеше. Был шарттарҙа Ҡытай Коммунистар партияһы ғаиләне планлаштырыу буйынса ҡатғи сәйәсәт алып бара. Был бигерәк тә эшсе ҡулдар талап ителгән ауыл ерендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар менән нисбәте — 106,74:100 (сағыштырыу өсөн донъя буйынса 101,44:100). Дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо ирҙәргә ҡарағанда күберәк, бөтә илдә ул 71 йәшкә тиң.
Ҡалала йәшәүселәр тәүге тапҡыр 2011 йылда бар халыҡтың 51,27 процентын тәшкил итте.
1953-2010 йылдарҙағы Ҡытай халҡының милли яҡтан бүленеше
Халыҡ
1953 йылғы иҫәп алыу
1964 йылғы иҫәп алыу
1982 йылғы иҫәп алыу
1990 йылғы иҫәп алыу
2000 йылғы иҫәп алыу
2010 йылғы иҫәп алыу [1]
Халыҡ һаны
%
Халыҡ һаны
%
Халыҡ һаны
%
Халыҡ һаны
%
Халыҡ һаны
%
Халыҡ һаны
%
Ханьдар
547 283 057
93,94
651 296 368
94, 22
936 703 824
93,30
1 042 482 187
91,96
1 159 400 000
91,59
1 225 932 641
91,51
Аҙ халыҡтар
35 320 360
6,06
39 883 909
5,78
67 233 254
6,70
91 200 314
8,04
106 430 000
8,41
113 792 211
8,49
Джуандар
6 611 455
1,13
8 386 140
1,21
13 378 000
1,32
15 489 630
1,37
16 178 811
1,28
16 926 381
1,26
Манжурҙар
2 418 931
0,42
2 695 675
0,39
4 299 159
0,42
9 821 180
0,87
10 682 263
0,84
10 387 958
0,78
Хуэйҙар
3 559 350
0,61
4 473 147
0,64
7 227 022
0,71
8 602 978
0,76
9 816 802
0,78
10 586 087
0,79
Мяо халҡы
2 511 339
0,43
2 782 088
0,40
5 036 377
0,50
7 398 035
0,65
8 940 116
0,71
9 426 007
0,70
Уйғырҙар
3 640 125
0,62
3 996 311
0,58
5 986 869
0,59
7 214 431
0,64
8 399 393
0,66
10 069 346
0,75
Туцзя ар халҡы
524 755
0,07
2 834 732
0,28
5 704 223
0,50
8 028 133
0,63
8 353 912
0,62
И халҡы
3 254 269
0,56
3 380 960
0,49
5 457 251
0,54
6 572 173
0,58
7 762 286
0,61
8 714 393
0,65
Монголдар
1 462 956
0,25
1 965 766
0,58
3 381 000
0,33
4 806 849
0,42
5 813 947
0,46
5 981 840
0,45
Тибеттар
2 775 622
0,48
2 501 174
0,36
3 874 035
0,38
4 593 330
0,41
5 416 021
0,43
6 282 187
0,47
Буй халҡы
1 247 883
0,21
1 348 055
0,19
2 122 389
0,21
2 545 059
0,22
2 971 460
0,23
2 870 034
0,21
Корейҙар
1 120 405
0,19
1 339 569
0,19
1 766 439
0,17
1 920 597
0,17
1 923 842
0,15
1 830 929
0,14
Башҡалар
6 718 025
1,15
7 015 024
1,01
16 531 829
1,46
20 496 926
1,62
22 363 137
1,67
Бөтәһе, ҠХР
582 603 417
694 581 759
1 008 175 288
1 133 682 501
1 265 830 000
1 339 724 852
Сит илдәр менән мөнәсәбәте
Рәсәй һәм уның төбәктәре менән бәйләнештәр
Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек
Һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәр раҫлауынса, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында бишенсе урынды алып тора. Мәҫәлән, 2014 йылда республиканың Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше 685,1 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың 79 проценты (541,5 миллион доллар) экспорт тауарҙарына тура килә. Башҡортостандан Ҡытайға турбореактив двигателдәр, нефть һәм нефть продукцияһы, химия сәнәғәте продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, бал һәм башҡа тауарҙар оҙатыла. Ә Ҡытайҙан насостар, электр ҡорамалдары, пластмасса әйберҙәр, торбалар, консерваланған йәшелсә һәм еләк-емеш, аяҡ кейемдәре һәм башҡа продукция килтерелә. Башҡортостан Хөкүмәте менән Хэйлунцзян, Ляонин һәм Цзянси провинциялары хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән.
2015 йылдың 28 ноябрендә Өфө ҡалаһы һәм Хэйлунцзян провинцияһының ҙурлығы һәм бар яҡтан әһәмиәт-мөһимлеге менән икенсе ҡалаһы булған Цицикар араһында туғанлыҡ бәйләнештәре урынлаштырылды.[ 11]
2015 йылдың 28 ноябрендә Өфө һәм Хэйлунцзян провинцияһының Цицикар ҡалаһы араһында туғанлашыу хаҡында Меморандумға ҡул ҡуйылды.[ 11]
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың 30 ноябрендә Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы[ 12] . Унда ҡатнашҡан эшлекле даирә вәкилдәренә һәм рәсми кешеләргә республиканың сәнәғәт һәм туристик мөмкинлектәре хаҡында киң мәғлүмәт бирелде. Сарала билдәләнеүенсә, алдағы осорҙа 10-дан ашыу проектты тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән Башҡортостанда металлургия заводы, ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, төҙөлөш материалдары предприятиеларын төҙөү ҡаралған. Бынан тыш, Ҡытай эшҡыуарҙары мәҙәни үҙәктәр, сауҙа йорттары һалырға тәҡдим итә. Ошо проекттарҙың күбеһе 2016 йылда ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.
2015 йылдың 10-11 ноябрендә Башҡортостанда Ҡытайҙың Ляонин провинцияһының рәсми делегацияһы эш сәфәре менән булды[ 13] .
2015 йылдың 5-6 ноябрендә Өфөлә Башҡортостанда Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре үткәрелде[ 14] . Уның барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Цзянси провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүгә[ 15] һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Цзянси провинцияһының Туристик үҫеш комиссияһы араһында туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү хаҡында меморандумға ҡул ҡуйылды[ 16] . Провинция губернаторы Лу Синьше етәкселегендәге рәсми делегация вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды[ 17] , ә ике яҡтың эшҡыуарҙары үҙ-ара файҙалы булған төрлө һөйләшеүҙәр үткәрҙе[ 18] . Цзянси иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре барышында шулай уҡ баш ҡалала төҙөләсәк «Өфө—Янцзы» халыҡ-ара эш үҙәгенең нигеҙ ташы һалынды[ 19] .
2015 йылдың 21 сентябрендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш сәфәре барышында Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ляонин провинцияһында республика менән таныштырыу үткәрҙе. Был сарала машиналар эшләү, нефть сығарыу һәм уны эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш тармаҡтарында мәшғүл булған эре компаниялар вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан һәм Ляонин хөкүмәттәре ике яҡтың эшлекле даирәләрен үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинселектәрен өйрәненеүҙә һәм тәғәйен сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа киләсәктә әүҙемерәк булырға саҡырҙы. Был эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү йөҙөнән ике төбәк хөкүмәттәре ҡарауы аҫтында урыҫ һәм ҡытай телдәрендә инвестиция мәсәләләренә ҡағылған уртаҡ сайт булдырыу планлаштырыла. Ул тауар әйләнеше һәм капитал һалымдар күләмен арттырыу буйынса көнүҙәк тәҡдимдәрҙе туплаясаҡ үҙ-ара файҙалы мәғлүмәттәр майҙансығы буласаҡ тип күҙаллана[ 20] .
Иҫкәрмәләр
↑ Си Дзиньпин занял высший государственный пост в Китае, возглавив "пятое поколение" руководителей 2013 йыл 20 октябрь архивланған . (рус.)
↑ ҠХР хөкүмәтен Ли Кецән етәкләй 2013 йыл 20 октябрь архивланған . (рус.)
↑ Шулай уҡ Гонконгта гонконг доллары һәм Макаола патака.
↑ The World Factbook (билдәһеҙ) . www.cia.gov. Дата обращения: 10 ноябрь 2015. 2016 йыл 11 октябрь архивланған .
↑ Сайт ЦРУ. The world factbook 2016 йыл 11 октябрь архивланған .
↑ City Population — Statistics & Maps of the Major Cities, Agglomerations & Administrative Divisions for all Countries of the World
↑ Provinces of China , Statoids.com
↑ Official National Statistics Taiwan estimate
↑ Гонконг
↑ Estimates of population
↑ 11,0 11,1 Өфө менән Цицикар туғандаш ҡалалар тип иғлан ителде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 1 декабрь
↑ Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 30 ноябрь
↑ Өфөгә Ҡытайҙың Ляонин провинцияһы делегацияһы килде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 ноябрь
↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 3 ноябрь (рус.)
↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 ноябрь (рус.)
↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 ноябрь
↑ Цзянси провинцияһы вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 ноябрь
↑ Башкирские и китайские предприниматели провели деловые встречи — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 ноябрь (рус.)
↑ «Өфө—Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 ноябрь
↑ Башкортостан и китайская провинция Ляонин создадут единый инвестиционный сайт — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 21 сентябрь
Әҙәбиәт
Барлукова О. Д. Китайская интеллигенция в условиях модернизации общества (последняя четверть ХХ века): монография / ФГОУ ВПО «Бурятская ГСХА им. В. Р. Филиппова». — Улан-Удэ: Изд-во БГСХА, 2008. — 115 с. (рус.)
Барлукова О. Д. Китайская интеллигенция в условиях модернизации общества // Вестник БГУ. — Улан-Удэ: Издательство БГУ, 2012. — Вып. 6а. — С. 144—147. (рус.)
Барлукова О. Д. Образование и интеллигенция в Китае: социально-философский анализ: монография / М-во сельского хоз-ва Российской Федерации? ФГБОУ ВПО «Бурятская гос. сельско-хозяйственная акад. им. В. Р. Филиппова». — Улан-Удэ: Изд-во БГСХА, 2013. — 103 с. — ISBN 978-5-8200-0305-9 . (рус.)
Барлукова О. Д. Условия и факторы трансформации интеллигенции в период модернизации китайского общества (последняя четверть XX в.) // Вестник Томского государственного университета. — Томск: ТГУ, 2014. — № 382. — С. 51-60. (рус.)
Чжан Би Юй. Тенденции развития туристического комплекса Китая. — Москва, 2015. — 200 с. (рус.)
Һылтанмалар
Ҡытай
Азия илдәре
Ағзалар Күҙәтеүсе дәүләттәр Диалог буйынса партнёрҙар Ҡунаҡтар Рәсми телдәр