Непа́л, Непал Федератив Демократик Республикаһы (непал नेपाल [neˈpaːl]) — Көньяҡ Азияла Һималайҙағы дәүләт. Һиндостан һәм Ҡытай менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Катманду ҡалаһы.
«Непал» топонимының килеп сығышының бер нисә версияһы бар. Уларҙың береһе буйынса, ул санскрит нигеҙҙәренән — нип («тау итәгендә») һәм алай («торлаҡ», «кеше йәшәгән урын») килеп сыҡҡан, йәғни, «тау итәгендә йәшәү» — был атама илдең географик шарттарына тап килә. Икенсе версия буйынса, «Непал» һүҙе тибет "ниампал"дан («изге ер») килеп сыға, был 2500 йылдан ашыу элек Непалда Будда тип танылған Сиддхартха Гаутаманың тыуыуы менән бәйле булыуы ихтимал[2].
Непал Республикаһы Азияла төньяҡ киңлектең 26° һәм 30° көнсығыш оҙонлоҡтоң 80° һәм 88° урынлашҡан.
Непал донъяның иң күп халыҡлы ике иле — Ҡытай һәм Һиндостан араһында урынлашҡан.
Төньяҡта ҠХР-ҙың автоном районы − Тибет, көньяҡ сиге көнбайыштан көнсығышҡа тиклем Һиндостандың Уттаранчал, Уттар-Прадеш, Биһар, Көнбайыш Бенгал һәм Сикким менән сиктәш.
Төньяҡтан Непалды 8000 метрҙын бейегерәк булған бер нисә түбәһе булған Ҙур Һималай һырты уратып алған. Улар араһында иң билдәлеһе, Ер шарында иң бейек тау − Эверест (8848 м).
Непалда иң түбән урын диңгеҙ кимәленән 70 м бейеклектә урынлашҡан. Илдең 40 % территорияһы 3000 метрҙан бейегерәк кимәлдә урынлашҡан. Шулай итеп, Непал донъялағы иң таулы ил.
Илдең етенән алты өлөшөн Гималай тау системаһы һырттары биләй.
Көньяҡ сик буйлап диңгеҙ кимәленән 200—250 м бейеклектә тар (20 — 40 км) һыҙат булып терай һуҙыла.
Төньяҡтан терай Сивалик тип аталған соҡорло убалы һырт менән ябылған. Был Гималай тауҙары итәге (диңгеҙ кимәленән 500—700 м бейеклектә), Гималай тау системаһының түбәнге баҫҡысы.
Артабан төньяҡта Гималай тауҙарының урта һикәлтәһе — Махабхарат тау һырты, йәки бейеклеге 3000 метрға һәм киңлеге 16 км-ға еткән Бәләкәй Гималай тауҙары урынлашҡан.
Махабхарат һәм Төп Гималай һырты араһында — түбән урын — эске урта өлкә (Мидленд, йәки Пахар-Кханда) урынлашҡан. Киңлеге яҡынса 25 км, бейеклеге — 600—2000 м.
Илдә 1300-ҙән ашыу тау түбәһе ҡар менән ҡапланған. Бында донъяла бейеклеге 8 000 метрҙан ашыу булған 14 түбәнән 8-е урынлашҡан. Улар араһында Непалдың иң бейек нөктәһе — Ҡытай сигендәге Сагарматха тауы.
Непалда бик йыш ер тетрәүҙәр була. Емергес ер тетрәүҙәрҙең һуңғы серияһы 2015 йылда була һәм меңдәрсә ҡорбандарға килтерә.
Непалдың көнсығыш өлөшөндәге Төп Гималай һыртының ҡырласы Ҡытай менән дәүләт сиге булып тора.
Непал территорияһы үҙенең тәбиғи-географик үҙенсәлектәре буйынса Гималай тау системаһы буйлап көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылған бейеклек бүлкәттәренә бүленә.
Мәҙәни һәм этник йәһәттән Непал — йөҙгә яҡын милләт һәм каста ҡатнашмаһы. Теге йәки был кастаға ҡарау ҡабул ителгән йолаға бәйле. Непал халҡы етмеш төрлө телдә һәм диалекттарҙа һөйләшә.
Непалдар[10]:
Непал халыҡтары башлыса ҡытай-тибет (тибет-бирма төркөмө) һәм һинд-европа тел ғаиләләре телдәрен йөрөтөүсе булып тора.
Күп кенә милләттәр ҡасаҡтар, яулап алыусылар йәки күскенселәр булып тора. Мәҫәлән, бахун халҡы 1300 йылдар тирәһендә мосолмандарҙың баҫып инеүенән көньяҡтан Непалға ҡаса, ә шерп халҡы яҡынса 500 йыл элек монголдарҙан төньяҡтан ҡаса.
Ҡайһы бер этник төркөмдәрҙең, мәҫәлән, невари йәки тхарулар, килеп сығышы аныҡ билдәле түгел.
Непалдың иң ҙур халыҡтары тураһындағы мәғлүмәттәр түбәндәге таблицала тупланған:
Бынан тыш, гурунг, шерп, лимбу һәм раи кеүек халыҡтарҙы ла телгә алырға кәрәк.
Халыҡтың 49 проценты өсөн (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса) туған теле — непал теле. Башҡа киң таралған телдәр — майтхили (12,4 %), бходжпури (7,6 %), тхару (5,9 %), таманг (5,2 %), невари (3,6 %) һәм магары (3,4 %).
2018 йылдан алып Непал 7 провинция һәм 77 райондан тора.
Непал — донъялағы иң ярлы һәм үҫешмәгән илдәрҙең береһе. Йән башына эске тулайым продукт (2009 йылда) — 1,2 мең доллар (Халыҡ-ара валюта фонды версияһы буйынса, донъяла 159-сы урын). Эшһеҙлек кимәле — 46 % (2008 йылда).
Иҡтисадтың төп тармағы — ауыл хужалығы (эшселәрҙең 76 проценты, тулайым продукттың 35 проценты) — дөгө, кукуруз, иген, шәкәр ҡамышы, джут, тамыраҙыҡтар етештерелә. Буйволдар ит һәм һөт өсөн үрсетелә.
Сәнәғәт (хеҙмәткәрҙәрҙең 6 проценты, ЭТП-ның 16 проценты) — ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү (джут, шәкәр, тәмәке, иген), келәм, кирбес етештереү.
Хеҙмәтләндереү өлкәһе — хеҙмәткәрҙәрҙең 18 проценты, ЭТП-ның 49 проценты.
Валюта керемдәренең төп сығанағы — сит ил туризмы.
Тышҡы сауҙа тулыһынса тиерлек Һиндостанға йүнәлтелгән. Бынан тыш, Катмандуның Нью-Делиға бәйлелеге арта ғына барған: әгәр 2005 йылда Һиндостанға Непал экспортының 53,7 % һәм Гималай иле импортының 47,7 % тура килһә, 2011 йылда был күрһәткестәр ярашлы рәүештә 66,4 % һәм 65,2 % тәшкил итә[11]. Экспорт (804 миллион доллар (2017 йылда)) — текстиль һәм туҡыу тауарҙары, шул иҫәптән кейем — 317 миллион доллар, аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән емеш-еләк һуттары — 138 миллион доллар, ауыл хужалығы сеймалы (сәй, сәтләүек, тәмләткестәр) — 95 млн доллар, металдан изделиелар — яҡынса 70 млн доллар.
Төп һатып алыусылар — Һиндостан (54 %), Америка Ҡушма Штаттары (11 %), Төркиә (6,7 %), Германия (4,1 %).
Импорт (9,56 миллиард доллар (2017)) — нефть продукттары, сәнәғәт тауарҙары, машиналар һәм ҡорамалдар, транспорт саралары, металл ярым фабрикаттары, алтын, электроника, медикаменттар.
Төп тәьмин итеүселәр — Һиндостан (63 %), Ҡытай (12 %), Германия (2 %).
Непал донъялағы эре транспорт юлдарынан ярайһы уҡ алыҫ. Шул уҡ ваҡытта ил эсендә авиация бәйләнеше ярайһы үҫешкән: 47 аэропорт бар, шуларҙың 11-е — бетон япмалы[12], осоштар йышлығы ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерә. Илдең төньяғының өстән ике өлөшө таулы ерҙәр, шуға күрә юлдар төҙөү һәм уларҙы төҙөкләндереү бында ҡыйынлыҡтар менән бара һәм ҙур сығымдар талап итә. 2007 йылда асфальт юлдарҙың оҙонлоғо 10 142 км тәшкил итә, япмаһыҙ юлдар — 7140 км[12]. 2018 йылда илдең көньяғында дөйөм оҙонлоғо 34 км тәшкил иткән ике тимер юл линияһы була[13].
Непал халҡының өстән бер өлөшө, әгәр йәйәү сыҡһалар, оло юлдан ике сәғәтлек арала йәшәй. Яңыраҡ бөтә административ үҙәктәр илдең баш ҡалаһы Катманду менән тоташтырыла. 2009 йылда юлдарҙың 60 проценты тиерлек ауыл-ара һәм ямғырҙар миҙгелендә кеше үтмәҫлек булып һаналған[14]. Катмандуның диңгеҙ менән бәйләнеше Һиндостандың Калькутта порты аша үтә. Юлдарҙың насар торошо непал халҡына баҙарға, мәктәптәргә һәм дауаханаларға йөрөүҙе ҡыйынлаштыра[15].
«Nepal Television» дәүләт телерадиокомпанияһы шул уҡ исемле телеканалды үҙ эсенә ала, «Radio Nepal» дәүләт радиокомпанияһына шул уҡ исемле радиостанция инә.
Афғанстан · Бангладеш · Бахрейн · Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре · Бруней · Бутан · Вьетнам · Грузия¹ · Израиль · Индонезия³ · Иордания · Ираҡ · Иран · Йәмән² · Камбоджа · Катар · Кипр Республикаһы¹ · Корея Республикаһы · Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы · Көнсығыш Тимор · Ҡаҙағстан¹ · Ҡырғыҙстан · Ҡытай · Кувейт · Лаос · Ливан · Малайзия · Мальдив · Монголия · Мьянма · Мысыр²· Непал · Оман · Пакистан · Рәсәй4 · Сәғүд Ғәрәбстаны · Сингапур · Сүриә · Тажикстан · Таиланд · Төркмәнстан · Төркиә4 · Үзбәкстан · Филиппин · Һиндостан · Шри-Ланка · Әзербайжан¹ · Әрмәнстан · Япония
Танылмаған һәм өлөшләтә танылған дәүләттәр: Абхазия · Азад Кашмир · Ва дәүләте · Вазиристан · Көнбайыш Курдистан · Көньяҡ Курдистан · Көньяҡ Осетия · Ҡытай Республикаһы · Таулы Ҡарабах Республикаһы · Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы · Фәләстин Дәүләте (Ғәззә секторы һәм Иордан йылғаһының көнбайыш яры территориялары ) · Шан дәүләте
Буйһонған территориялар: Акротири һәм Декелия · Һинд океанында Британия биләмәләре (Чагос архипелагы) · Гонконг (Сянган) · Макао (Аомынь)
¹ Европа менән Азия араһындағы сикте үткәреүгә ҡарап өлөшләтә Европала йәки тулыһынса Азияла. ² Шулай уҡ Африкала. ³ Шулай уҡ Океанияла. 4 Шулай уҡ Европала.