Доһа
До́һа (ғәр. الدوحة, Ад-Доһа) — Фарсы ҡултығының яр буйында урынлашҡан Катар дәүләтенең баш ҡалаһы. Халҡы — 521 283 кеше (2010). Катарҙың иң ҙур ҡалаһы, бында ил халҡының 50%-ты йәшәй (агломерацияһы 796 947 кеше).
Мәктәптә Катар Университеты һәм Париж HEC бизнес мәктәбе кампусы кабул ителә.
Климат
Доһа ҡалаһының климаты, бөтә Ғәрәбстан ярымутрауындағы һымаҡ, үтә эҫе һәм тропик сүлле булып тора. Йәйге айҙарҙа уртаса максималь температура +40 °C-тан арта, ә күләгәләге температура йыш ҡына +45 °C һәм унан да күберәк була. Иң юғары температура 2010 йылдың 14 июлендә теркәлә һәм +50,4 °C тәшкил иткән. Йәйен яуым-төшөм булмай. Ҡышҡы айҙарҙа температура кәмей, һирәк яуым-төшөм булыуы күҙәтелә. Йылына уртаса яуым-төшөм 76 мм тәшкил итә. ә ҡайһы йылдарҙа ул бөтөнләй булмай. Иң түбән температура 1992 йылдың 24 һәм 25 ғинуарында күҙәтелә һәм +5,0 °C тәшкил иткән.
Ҡала климаты
|
Күрһәткес
|
Ғин
|
Фев
|
Мар
|
Апр
|
Май
|
Июн
|
Июл
|
Авг
|
Сен
|
Окт
|
Ноя
|
Дек
|
Йыл
|
Абсолют максимум, °C
|
31,2
|
36,5
|
39,0
|
44,2
|
47,7
|
49,1
|
50,4
|
48,3
|
46,2
|
43,2
|
39,2
|
32,7
|
50,4
|
Уртаса максимум, °C
|
21,7
|
23,0
|
26,8
|
31,9
|
38,2
|
41,2
|
41,5
|
40,7
|
38,6
|
35,2
|
29,5
|
24,1
|
32,7
|
Уртаса температура, °C
|
17,3
|
18,3
|
21,8
|
26,2
|
31,6
|
34,5
|
35,3
|
34,8
|
32,5
|
29,3
|
24,5
|
19,6
|
27,1
|
Уртаса минимум, °C
|
12,8
|
13,7
|
16,7
|
20,6
|
25,0
|
27,7
|
29,1
|
28,9
|
26,5
|
23,4
|
19,5
|
15,0
|
21,5
|
Абсолют минимум, °C
|
5,0
|
6,8
|
8,2
|
13,1
|
17,1
|
22,2
|
23,1
|
22,8
|
21,7
|
17,8
|
10,0
|
6,8
|
5,0
|
Яуым-төшөм нормаһы, мм
|
13,2
|
17,1
|
16,1
|
8,7
|
3,6
|
0,0
|
0,0
|
0,0
|
0,0
|
1,1
|
3,3
|
12,1
|
75,2
|
Сығанаҡ: [1]
|
Тарих
1850 йылда ҡалаға нигеҙ һалына, тәүге осорҙа Әл-Бида исемен йөрөткән. 1883 йылда бында шәйех Ҡасымдың отрядтары менән төрөк ғәскәренә ҡаршы алышы булған һәм төрөктәр еңелеүгә дусар булғандар.
1916 йылда Доһа ҡалаһы Британия империяһының Катар протетораты үҙәге, ә 1971 йылдан алып — бойондороҡһоҙ Катар дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә.
1973 йылда Доһала Катар университеты, 1975 йылда — Катар милли музейы асыла. 1996 йылдан алып Әл-Джазира ғәрәп юлдаш телеканалы тапшырыуҙарын башлай.
Төп урамы — Әл-Кoрниш.
Демография
Доһа ҡалаһының даими йәшәүсе халҡының күпселек өлөшөн иммигранттар тәшкил итә. Иң күп эмигранттар төркөмө Көньяҡ Азиянан килгәндәр, шулай уҡ Көнсығыш Азиянан һәм ғәрәп Левантынан килгәндәрҙә күп. Тағы ла Дохала АҠШ, Франция, Бөйөк Британия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Норвегия һәм башҡа ил вәкилдәре төйәкләнгәндәр.
Иҡтисад
Доһа ҡалаһы нефть һәм балыҡсылыҡ сәнәғәт тармаҡтарының үҙәге булып тора. Ҡалала илдең иң ҙур компанияларының, шул иҫәптән Qatar Petroleum, Qatargas һәм RasGas компанияларының штаб-фатирҙары урынлашҡан. Доһа шулай уҡ туристик һәм авиацион үҙәк булып тора.
Мәҙәниәт
Доһа ҡалаһында Милли музей, Милли китапхана, Милли университет урынлашҡан. Архитектура ҡомартҡыларына Әл-Коут (XIX быуат), Ҙур мәсет, хөкүмәт бинаһы (1969), баҙар, этнография музейы бинаһы инә.
Спорт
2000 йылда бында еңел атлетика буйынса ярыштар уҙғарыла.
2006 йылда Азия уйындары үткәрелә.
2022 йылда бында футбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыласаҡ.
Туғандаш-ҡалалар
- Амман, Иордания
- Бишкәк, Ҡырғыҙстан
- Пекин, Ҡытай
- Босасо, Пунтленд
- Бразилиа, Бразилия
- Хьюстон, Техас, АҠШ
- Манама, Бахрейн
- Марбелья, Испания
- Порт-Луи, Маврикий
- Стратфорд-на-Эйвоне, Англия, Бөйөк Британия
- Тунис, Тунис
- Алжир, Алжир
- Тирана, Албания[3]
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
Һылтанмалар
|
---|
Бойондороҡло биләмәләр һәм өлөшләтә танылған дәүләттәр ҡыя яҙылыш менән билдәләнгән | Төньяҡ һәм Үҙәк Азия | Көньяҡ Азия | Көньяҡ-Көнсығыш Азия | Көнбайыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азия | | | |
- Бандар-Сери-Бегаван, Бруней
- Бангкок, Таиланд
- Вьентьян, Лаос
- Джакарта, Индонезия*
- Дили, Көнсығыш Тимор
- Куала-Лумпур, Малайзия
- Манила, Филиппин
- Нейпьидо, Мьянма
- Пномпень, Камбоджа
- Порт-Морсби, Папуа — Яңы Гвинея
- Сингапур
- Уэст-Айленд, Кокос (Килинг) утрауҙары (Австрал.)
- Флайинг-Фиш-Коув, Раштыуа утрауы (Австрал.)
- Ханой, Вьетнам
|
- Амман, Иордания
- Анкара, Төркиә*
- Бағдад, Ираҡ
- Баҡы, Әзербайжан*
- Бәйрүт, Ливан
- Дамаск, Сүриә
- Доһа, Катар
- Ереван, Әрмәнстан*
- Иерусалим, Израиль (де-факто) †
- Ҡаһирә, Мысыр*
- Манама, Бахрейн
- Маскат, Оман
|
- Никосия, Кипр*
- Рамаллаһ, Фәләстин (де-факто) †
- Сана, Йәмән
- Төньяҡ Никосия, Төньяҡ Кипр*
- Степанакерт, Таулы Ҡарабах*
- Сухум, Абхазия*
- Тбилиси, Грузия*
- Тәһран, Иран
- Цхинвал, Көньяҡ Осетия*
- Эпископи, Акротири һәм Декелия (Брит.)
- Әбү-Дәби, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
- Әл-Күвәйт, Күвейт
- Әр-Рияд, Сәғүд Ғәрәбстаны
|
| * Трансконтиненталь ил. † Израиль һәм Фәләстин үҙҙәренең баш ҡалаһы тип Иерусалимды иҫәпләй. Иерусалимда Израиль парламенты һәм барлыҡ тиерлек министрлыҡтар урынлашҡан, ә Израилдәге сит ил илселектәренең күп өлөшө Тель-Авивта урынлашҡан; Рамаллаһ ҡалаһы Фәләстин автономияһының административ резиденцияһы булып тора. + 1947 йылғы Ҡытай Республикаһы Конституцияһына ярашлы, Нанкин Ҡытай Республикаһының рәсми баш ҡалаһы, ә Тайбэй — хөкүмәттең резиденцияһы. |
|
|