Амман
Ҡала
Амман (ғәрәп. عمان) — Иорданияның баш ҡалаһы. Боронғо заманда ул — Раббат-Аммон, эллинистик-рим дәүерендә Филадельфия тип йөрөтөлә. VII—IX быуаттарҙа Ғәрәп Хәлифәтенә инә. 1516 йылдан алып Беренсе донъя һуғышы тамамланғансы Ғосман империяһы составында була.
Тарих
Беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта Амман (ул саҡта Раббат-Аммон) Аммон батшалығының баш ҡалаһы була. Аҙаҡ был биләмә Боронғо Ассирия дәүләте менән яулана, һуңынан — фарсылар, унан гректар баҫып ала. Мысырҙың хакимы Птолемей II уны Филадельфия тип үҙгәртә. Ҡала беҙҙең эраның 106 йылына тиклем набатей батшалығының бер өлөшө була, унан Рим ҡарамағына күсеп Десятиградҡа ҡушыла.
Беҙҙең эраның 326 йылында империяның төп дине булып христианлыҡ инә һәм Византия дәүере башында Филадельфия епархия урыны була. Ошо осорҙоң бер сиркәүе ҡала ҡәлғәһендә һаҡланып ҡалған.
Ғассанидтар дәүерендә Филадельфияны Амман тип үҙгәртәләр. Ҡала бер нисә ер тетрәүҙән, тәбиғәт әфәттәренән һуң ныҡ емерелә һәм 1887 йылға тиклем уға артыҡ ҙур иғтибар булмай. Оттоман солтан тимер юл төҙөткәндән һуң, бында барыһы ла үҙгәрә башлай. Асман ҡалаһы хажға барыусыларҙың, шулай уҡ сауҙа юлын еңеләйтеп, Дамаск менән Мәҙинә араларын яҡынайта.
География һәм климат
Амман ҡалаһы Үле диңгеҙҙән 35 км төньяҡ-көнсығышҡараҡ, Урта диңгеҙҙән 110 км һәм Иерусалимдан 65 км көнсығышҡараҡ урынлашҡан.
Ҡала Иордания флагында ете ҡырлы йондоҙ итеп һүрәтләнгән ете убала тора.
Аммандың климаты Урта диңгеҙ климатына яҡын булһа ла, унан ныҡ ҡына айырыла. Был уның диңгеҙ кимәленән ныҡ юғары (733 м) урынлашыуына бәйле. Яуым-төшөмдәр тик ҡыш миҙгелендә генә була. Ҡаланы йыш ҡына ҡуйы томандар баҫа.
Иҫтәлекле урындар
Музейҙар
Иордания археология музейы
Иордан халыҡ йолалары музейы
Иордан фольклор музейы
Иордания Университетының археология музейы
Иордания Университетының антропология музейы
Нумизматика музейы / Иорданияның Үҙәк банкы
Автомобиль музейы
Харабалар
Джебель каляа (Ҡәлғә тауы)
6 000 тамашасылыҡ амфитеатр
Иҡтисад
Амман мөһим сәнәғәт үҙәге булып тора. Ҡалала аҙыҡ-түлек, цемент, нефть эшкәртеү, текстиль һәм тәмәке сәнәғәте предприятиелары урынлашҡан[ 3] . Халыҡ-ара аэропорт бар.
Амманда Arab Bankының төп офисы урынлашҡан.
Спорт
2009 йылда бында кросс буйынса донъя чемпионаты уҙа.
Туғандаш ҡалалар
Алжир , Алжир (1998)
Анкара , Төркиә (1992)
Астана , Ҡаҙағстан (1999)
Бағдад , Ираҡ (1989)
Баҡы , Әзербайжан (1989)
Бейрут , Ливан (2000)
Бишкәк , Ҡырғыҙстан (2006)
Бухарест , Румыния (1999)
Джидда , Сәғүд Ғәрәбстаны (1988)
Доха , Катар (1995)
Ереван , Әрмәнстан (2015)
Женева , Швейцария (2005)
Исламабад , Пакистан (1989)
Ҡаһирә , Мысыр (1988)
Калабрия , Италия (2005)
Майами , АҠШ (1995)
Маскат , Оман (1986)
Милан , Италия (2005)
Мәскәү , Рәсәй (2005)
Нальчик , Рәсәй (1994)
Нуакшот , Мавритания (1999)
Пекин , Ҡытай (1990)
Претория , КАР (2002)
Рабат , Марокко (1988)
Сан-Паулу , Бразилия (1997)
Сана , Йемен (1989)
Сараево , Босния һәм Герцеговина (2005)
София , Болгария (2000)
Истанбул , Төркиә (1997)
Тегусигальпа , Гондурас (2002)
Тунис , Тунис (1999)
Хартум , Судан (1993)
Центральное губернаторство (инг.) баш. , Бахрейн (2006)
Чикаго , АҠШ (2004)[ 4] [ 5] [ 6] [ 7] [ 8] [ 9] [ 10] [ 11] [ 12] [ 13]
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
Бойондороҡло биләмәләр һәм өлөшләтә танылған дәүләттәр ҡыя яҙылыш менән билдәләнгән
Төньяҡ һәм Үҙәк Азия Көньяҡ Азия Көньяҡ-Көнсығыш Азия Көнбайыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азия
Бандар-Сери-Бегаван , Бруней
Бангкок , Таиланд
Вьентьян , Лаос
Джакарта , Индонезия *
Дили , Көнсығыш Тимор
Куала-Лумпур , Малайзия
Манила , Филиппин
Нейпьидо , Мьянма
Пномпень , Камбоджа
Порт-Морсби , Папуа — Яңы Гвинея
Сингапур
Уэст-Айленд , Кокос (Килинг) утрауҙары (Австрал. )
Флайинг-Фиш-Коув , Раштыуа утрауы (Австрал. )
Ханой , Вьетнам
Амман , Иордания
Анкара , Төркиә *
Бағдад , Ираҡ
Баҡы , Әзербайжан *
Бәйрүт , Ливан
Дамаск , Сүриә
Доһа , Катар
Ереван , Әрмәнстан *
Иерусалим , Израиль (де-факто) †
Ҡаһирә , Мысыр *
Манама , Бахрейн
Маскат , Оман
Никосия , Кипр *
Рамаллаһ , Фәләстин (де-факто) †
Сана , Йәмән
Төньяҡ Никосия , Төньяҡ Кипр *
Степанакерт , Таулы Ҡарабах *
Сухум , Абхазия *
Тбилиси , Грузия *
Тәһран , Иран
Цхинвал , Көньяҡ Осетия *
Эпископи , Акротири һәм Декелия (Брит. )
Әбү-Дәби , Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
Әл-Күвәйт , Күвейт
Әр-Рияд , Сәғүд Ғәрәбстаны
* Трансконтиненталь ил.
† Израиль һәм
Фәләстин үҙҙәренең баш ҡалаһы тип
Иерусалимды иҫәпләй. Иерусалимда Израиль парламенты һәм барлыҡ тиерлек министрлыҡтар урынлашҡан, ә Израилдәге сит ил илселектәренең күп өлөшө
Тель-Авивта урынлашҡан;
Рамаллаһ ҡалаһы Фәләстин автономияһының административ резиденцияһы булып тора.
+ 1947 йылғы Ҡытай Республикаһы Конституцияһына ярашлы,
Нанкин Ҡытай Республикаһының рәсми баш ҡалаһы, ә
Тайбэй — хөкүмәттең резиденцияһы.