Бухарест
Город | Бухарест рум. București
|
| Ил |
РумынияРумыния
|
---|
Координаталар |
44°24′ с. ш. 26°05′ в. д.HGЯO
|
---|
Примар |
Габриэла Фиря
|
---|
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1459
|
---|
Майҙаны |
238[1] км²
|
---|
Высота НУМ |
75 м
|
---|
Халҡы |
▼ 1 883 425[2][3] кеше (2011)
|
---|
Тығыҙлығы |
7913,55 кеше/км²
|
---|
Милли состав |
румыны, цыгане, венгры, евреи, китайцы
|
---|
Конфессиональ составы |
православные, католики, мусульмане
|
---|
Этнохороним |
бухарестцы, бухарестец, бухарестка
|
---|
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3
|
---|
Телефон коды |
(+40) x1
|
---|
Почта индексы |
0xxxxx
|
---|
Һанлы танытмалар |
---|
Автомобиль коды |
B
|
---|
Рәсми сайт |
pmb.ro (рум.) (инг.)
|
---|
Награды |
|
---|
|
Бухарест (Букурешть, Букарест[4] рум. BucureștiBucurești, Букурешть, МФА: [bukuˈreʃtʲ][5]) — Румынияның баш ҡалаһы, илдең мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Бухареста һәм уның биҫтәләрендә 1,8 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ул Балҡан ярымутрауының иң күп халыҡлы ҡалаларының береһе.
Тарихы
Бухарест хаҡында тәүге тапҡыр Влад III Цепештың 1459 йылғы документтарында телгә алына. Ул хәҙерге ҡала урынында Валахияны төрөктәрҙән һаҡлау өсөн ҡәлғә һала. Ике йөҙ йылдан Бухарест Валахияның төп ҡалаларының береһе һанала. Константин Брынковяну уны кенәзлектең баш ҡалаһы итә. 1862 йылда Бухарест Румын дәүләтенең баш ҡалаһы итеп иғлан ителә. Икенсе донъя һуғышына тиклем ҡала француз бозар стилендә төҙөлә, уның киң бульварҙары Барон Осман Парижын хәтерләтергә тейеш булған.
Бухареста төҙөлгән солох килешеүҙәре
Географияһы
Бухарест Румынияның көньяҡ-көнсығышында, Түбәнге Дунай уйһыулығының үҙәк өлөшөндә, Дымбовица (рум. Dâmboviţa) йылғаһы буйында, Дунайҙан 45 км йыраҡлыҡта урынлашҡан.
Кроме небольшого притока Дымбовицаның ҙур булмаған ҡушылдығы Колентине йылғаһынан тыш, ҡаланың төньяҡ ситендә күлдәр теҙмәһе урынлашҡан. Уларҙың иң ҙурҙары — Флоряска, Тей, Херэстрэу. Ҡала уртаһында баҡсалар һәм парктар менән уратылған Чишмиджиу яһалма күле урынлашҡан.
Бухарест, Рим кеүек үк, ете убала төҙөлгән, тип һанала:
- Михай Водэ убаһы
- Патриархия убаһы
- Раду Водэ убаһы
- Котрочень убаһы
- Спирей убаһы
- Вэкэрешть убаһы
- Изге Георгий убаһы
Ҡаланың дөйөм майҙаны — 238 км². Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — Бухарестың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә 55,8 метрҙан алып Милитарь районындағы сиркәү тирәһендә 91,5 метрға тиклем.
1989 йылға тиклем Бухарестың тирә-яғын ауыл ерҙәре уратып алған булған, шунан яңы ҡала яны райондары төҙөлә башлаған.
Яҡындағы ҡалалар
- Плоешти (Ploiești) (төньяҡҡа 60 км)
- Тырговиште (Târgoviște) (төньяҡ-көнбайышҡа 80 км)
- Александрия (Alexandria) (көньяҡ-көнбайышҡа 84 км)
- Бузэу (Buzău) (төньяҡ-көнсығышҡа 110 км)
Климаты
Бухарестың климаты — уртаса-континенталь, йәйе эҫе, сағыштырмаса бөркөү, ҡышы йомшаҡ, үҙгәреүсән. Йылдың уртаса температураһы +10,8 °C.
Ҡала климаты
|
Күрһәткес
|
Ғин
|
Фев
|
Мар
|
Апр
|
Май
|
Июн
|
Июл
|
Авг
|
Сен
|
Окт
|
Ноя
|
Дек
|
Йыл
|
Абсолют максимум, °C
|
17,1
|
22,6
|
27,0
|
32,2
|
35,0
|
39,0
|
41,2
|
40,7
|
37,2
|
35,0
|
25,1
|
18,4
|
41,2
|
Уртаса максимум, °C
|
1,5
|
4,1
|
10,5
|
18,0
|
23,3
|
26,8
|
28,8
|
28,5
|
24,6
|
18,0
|
10,0
|
3,8
|
16,5
|
Уртаса температура, °C
|
−1,5
|
0,3
|
5,2
|
11,2
|
16,7
|
20,5
|
22,3
|
21,6
|
17,3
|
11,1
|
4,4
|
0,1
|
10,8
|
Уртаса минимум, °C
|
−5,5
|
−3,3
|
0,3
|
5,6
|
10,5
|
14,0
|
15,6
|
15,0
|
11,1
|
5,7
|
1,6
|
−2,6
|
5,7
|
Абсолют минимум, °C
|
−24,8
|
−26,1
|
−19,9
|
−7
|
−1,1
|
1,6
|
7,0
|
5,0
|
−3
|
−8
|
−18,8
|
−25,6
|
−26,1
|
Яуым-төшөм нормаһы, мм
|
40
|
36
|
38
|
46
|
70
|
77
|
64
|
58
|
42
|
32
|
49
|
43
|
595
|
Сығанаҡ: worldweather.org, Погода и Климат
|
Административ ҡоролошо
Бухарест 6 административ секторға (рум. sectoare) бүленгән, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ сиратында райондарға (рум. cartiere) бүленә.
- 1-се сектор: Бэняса (Băneasa), Пипера (Pipera), Флоряска (Floreasca)
- 2-се сектор: Пантелимон (Pantelimon), Колентина (Colentina), Обор (Obor)
- 3-сө сектор: Витан (Бухарест) (Vitan), Титан (Titan), Чентру Чивик (Centru Civic)
- 4-се сектор: Берчень (Berceni), Олтеницей (Olteniţei)
- 5-се сектор: Рахова (Rahova), Ферентарь (Ferentari), Котрочень (Cotroceni)
- 6-сы сектор: Джулешть (Giuleşti), Друмул Таберей (Drumul Taberei), Милитарь (Militari), Крынгашь (Crângaşi)
Бухарестың һәр секторына үҙ примэрияһы идара итә. Урындағы хакимиәт һайлауҙары дүрт йылға бер үткәрелә. Ҡаланың баш примары итеп 2016 йылдың июнендә социал-демократик партия ағзаһы Габриэла Фиря һайлана.
Урындағы хакимиәт башлыҡтары һәм баш примарҙан тыш Бухарестың Румыния хөкүмәте тәғәйенләгән префекты бар. Префект бер ниндәй сәйәси партияла ла тора алмай. Ул урында хөкүмәттең вәкиле булып сығыш яһай, ҡалала милли үҫеш планының үтәлешен күҙәтә. Әлеге ваҡытта Бухарестың префекты Кэлин Дияконеску (Călin Diaconescu).
Закон сығарыу власы муниципаль советтан ғибарәт, ул 5 партияның депутаттарынан тора (Румыния социал-демократик партияһы - 24, Румынияны һаҡлау берлеге - 15, Милли-либераль партия - 8, Либералдар һәм демократтар альянсы - 4, Халыҡ хәрәкәте партияһы - 4).
Иҫкәрмә
|
---|
Дәүләттәр — БМО ағзаларының баш ҡалалары1 | |
---|
Башҡа биләмәләрҙең баш ҡалалары | |
---|
Танылмаған һәм өлөшләтә танылған дәүләттәрҙең баш ҡалалары | |
---|
1 Исемлеккә шулай уҡ Ватикан дәүләт-ҡалаһы индерелгән. |
|
|