Пунтленд (сомал. Puntland, ғәр. أرض البنط) — Сомалиҙың көнсығыш өлөшөндәге автоном район. 1998 йылдың 12 авгусында уҙенең суверинитеты тураһында (дөрөҫөрәге «автоном дәүләт» тураһында) иғлан итә. 2001 йылғы Конституцияға ярашлы рәсми исеме «Путедутд Сомали Дәүләте». Һуңғараҡ 2003—04 йылдарҙағы килешеү буйынса буласаҡ федератив Сомали Республикаһының автоном районы (башҡа рәсми исеме — «Пунтленд автоном районы»).
Баш ҡалаһы — Гарове. Халҡы яҡынса 3,5 млн кеше (халыҡ иҫәбен алыу үткәрелмәй).
Исеме Египет фирғәүендәре сауҙа иткән Пунт ере хөрмәтенә бирелгән.
1991 йылдағы Сомали дәүләте коллапсынан һуң барлыҡҡа килгән танылмаған Сомалиленд дәүләте кеүек тулы үҙаллылыҡҡа ынтылмай. Хәҙерге хөкүмәт Пунтленд районын буласаҡ федератив Сомали дәүләте составында күрә.
Пунтленд Сомали пираттары үҙәге тип һанала, шул уҡ ваҡытта Сомали берлеге өсөн сығыш яһай.
Карталар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар