23 май
23 май — григориан стиле буйынса йылдың 143-сө (кәбисә йылында 144-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 222 көн ҡала.
- Халыҡ-ара
- Ер: Бөтә донъя спорт көрәше көнө.
Рәсми булмаған
- Ер: Бөтә донъя гөбөргәйел көнө.
- Милли
- Һөнәри
- Әзербайжан: Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дәүләтов Бәкер Рәхим улы (1915—31.03.1982), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Дёмин Юрий Сергеевич (1940—13.11.2009), СССР һәм Рәсәйҙең партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Сафина Мария Петровна (1960), педагог, музыкант, махсус урта музыка колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Фәрүәз Урманшин (1970), ҡурайсы, йырсы, театр актёры. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге алып барыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2012).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Гәрәев Рәфит Яхъя улы (1937), ауыл хужалығы ветераны. 1955—1997 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Әсән» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әсән ауылынан.
- Назаров Василий Фёдорович (1942—25.04.2019), ғалим-физик. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001), академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Шемәк ауылынан.
- Дусов Данис Әкрәм улы (1947), комсомол, партия һәм дәүләт органдары, ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993).
- Ғәлиуллин Радик Зыя улы (1952—11.02.2016), инженер-төҙөүсе. 1976—1988 йылдарҙа «Башмелиоводхоз» махсус тресының 8-се күсмә механизацияланған колоннаһы һәм «Башмелиоводхоз» идаралығы Мәсетле филиалының инженеры, бүлек начальнигы, баш инженеры һәм директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән ошо райондың Оло Аҡа ауылынан.
- Ғабдрахманова Рима Әсхәт ҡыҙы (1957), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфө ҡалаһы 25-се Белем үҙәгенең элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Айыуханов Закир Насир улы (1889—22.06.1961), тел белгесе, педагог-методист. 1937—1959 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. 1959–1961 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт алфавитын төҙөүселәрҙең береһе, дәреслек һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, шул иҫәптән «Әлифба»ның авторы.
- Шәһәров Ишбулды Рәжәп улы (1929—2010), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан.
- Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (1934—4.10.2021), тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1989—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
- Кашелевский Геннадий Исаакович (1934—10.02.2009), конструктор. 1967—1979 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, 1979—2009 йылдарҙа Өфөләге Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу институты хеҙмәткәре. 80‑дән ашыу уйлап табыу авторы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1998). Сығышы менән Брянск ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1707: Карл Линней, Швецияның тәбиғәтте өйрәнеүсеһе, табиб; хайуандар һәм үҫемлектәр доньяһының дөйөм классификацияһын төҙөүсе.
- 1790: Жюль Себастьен Сезар Дюмон-Дюрвиль, Францияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Тымыҡ океанды тикшереүсе.
- 1805: Иоганн Генрих Буфф, Германия ғалимы, химик һәм физик.
- 1810: Маргарет Фуллер, АҠШ яҙыусыһы.
- 1885: Николай Зубов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың океандар тикшереүсеһе, контр-адмирал-инженер.
- 1925: Джошуа Ледерберг, АҠШ ғалимы, генетик, физиология һәм медицина буйынса 1958 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1930: Виталий Вульф, СССР һәм Рәсәй тәнҡитсеһе, театр белгесе, телетапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
- 1935: Фәсил Әхмәтов, СССР композиторы, РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең (1992) һәм Татарстандың (1995) халыҡ артисы.
- 1935: Флора Әхмәтова-Урмансы, СССР ғалимы, фольклорсы, тәржемәсе, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- 1945: Михаил Багдасаров, цирк артисы, Әрмән ССР-ының атҡаҙанған (1980) һәм Рәсәйҙең халыҡ (1997) артисы.
|
|