11 март
11 март — григориан стиле буйынса йылдың 70-се (кәбисә йылында 71-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 295 көн ҡала.
- Халыҡ-ара
- Ер: Һыу үткәргес көнө.
- Мосолман мәҙәниәте, донъяһы, диалогы һәм киноһы көнө.
- Бил сумкаһы көнө.
- Европа: Террор ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Милли
- АҠШ: Мәктәпкәсә йәштәге балалар көнө.
- 311 телефон белешмәһе хеҙмәте көнө.
- Замбия: Йәштәр көнө.
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Никонов Алексей Васильевич (1911—9.07.1937), Испаниялағы граждандар һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танкист. Советтар Союзы Геройы (1937).
- Хәтмуллин Флүр Хәким улы (1941), хеҙмәт ветераны, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1965 йылдан «Башнефть» берекмәһенең «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында участка мастеры, смена начальнигы, 1972 йылдан баш инженер, 1975—2005 йылдарҙа идаралыҡ начальнигы. Башҡортостан Республикаһының 1—3 сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1998), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1982). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хәйретдинов Ирек Абдулхаҡ улы (1932—9.05.2011), ғалим-геохимик. 1969 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1974—2002 йылдарҙа лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, геология һәм геоморфология кафедраһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Норлат ҡалаһынан.
- Латипова Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы (1947), матбуғат ветераны, журналист. 1971 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты нәшриәте, 1977 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре, 1993—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Фәйзуллин Әхмәт Сафа улы (Фәйзи Әхмәт; 1903—11.08.1958), Башҡортостанда тыуып, Татарстанда йәшәгән һәм ижад иткән яҙыусы, шағир, драматург, әҙәбиәт белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. (1958). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Елисеев Спартак Феопемптович (1923—7.09.2002), ғалим-философ, социолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968—1988 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975—1985 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар Дуҫлығы (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры. Сығышы менән Владикавказ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы (1923—2007), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр (1940—1945, 1949—1969), полковник, шағир һәм публицист. 1994 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союздары ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты (2002), Мәләүез ҡалаһының һәм Мәләүез районының почётлы гражданы (1993).
- Ғәлиәскәров Рифғәт Хажиәкбәр улы (1948), ауыл һәм урман хужалығы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1985 йылдан Ҡариҙел район агросәнәғәт берекмәһе рәйесе, 1992 йылдан «Урғыш» совхозы директоры, 1994 йылдан район хакимиәте башлығы; 2002—2008 йылдарҙа Ҡариҙел урман хужалығы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995) һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1998) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998).
- Йыһангиров Роберт Әмин улы (1958), ғалим—хәрби табип-хирург, медицина хеҙмәте полковнигы (2003). Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән Тажик ССР‑ының Чкаловск ҡалаһынан.
- Боҫҡонов Әхтәр Мөхәмәт улы (1968), ғалим-тарихсы. 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан.
- Әхмәҙиев Фәрит Вафа улы (1968), ғалим-философ, яҙыусы, тәржемәсе, журналист һәм йәмәғәтсе. 2006—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе. Философия фәндәре кандидаты (2009). «Золотое перо России-2016» халыҡ-ара конкурсы лауреаты. Әҙәбиәт белгесе Вафа Әхмәҙиевтың улы.
- Ғизәтуллин Денис Рәшит улы (1983), спидвей спортсыһы. Рәсәйҙең спорт мастеры. Шәхси зачетта ике тапҡыр, команда зачетында өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1890: Вэнивар Буш, АҠШ ғалимы, инженер, аналог компьютерҙар эшләүсе.
- 1910: Константин Коккинаки, лётчик-һынаусы, Советтар Союзы Геройы.
- 1920: Николас Бломберген, АҠШ физигы, Нобель премияһы лауреаты (1981).
- 1955: Нина Хаген, Германияның рок-йырсыһы.
- 1975: Бувайсар Сайтиев, Рәсәйҙең ирекле стиль көрәшсеһе, өс тапҡыр Олимпия, алты тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты.
|
|