22 октябрь
22 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 295-се көнө (кәбисә йылында 296-сы). Йыл аҙағына тиклем 70 көн ҡала.
- Халыҡ-ара
- Ер: Тотлоғоп һөйләшеүселәр көнө.
- Психофизика (Фехнер) көнө.
- Ксерокопияның тыуған көнө.
- CAPS LOCK (Caps Lock Day) клавишаһы көнө.
- Милли
- Һөнәри
тулы исемлек
- 1730: Ладога каналы асыла.
- 1797: Француз Андре Жак Гарнерен тарихта беренсе тапҡыр парашют менән осоу аппаратынан — һауа шарынан һикерә.
- 1842: Ювелир Густав Фаберже Санкт-Петербургта зәргәр оҫтаханаһы аса.
- 1883: Нью-Йоркта Метрополитен-опера эшләй башлай.
- 1909: Элиза Дерош (Франция) ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып самолетта яңғыҙы осош яһай.
- 1919: Петроград янында большевиктар тарафынан Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһы ҡыйратыла.
- 1990: Ҡырғыҙстан үҙаллылыҡ иғлан итә.
- 2009: «Windows 7» системаһы ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ямалов Илдар Урал улы (1961), ғалим-инженер-электрик, дәүләт хеҙмәткәре. 1984 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2014—2015 йылдарҙа дистанцион уҡытыу һәм филиалдар менән етәкселек итеү буйынса проректор вазифаһын башҡарыусы; бер үк ваҡытта 1995 йылдан хәҙерге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ғилми техник идаралығы начальнигы, 1998 йылдан — министр урынбаҫары; 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары; 2012 йылдан Башҡортостандың Мәғлүмәт технологиялары агентлығы етәксеһе. Техник фәндәр докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Гущенская Вера Михайловна (1953), педагог. 1986—2008 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы Йәш натуралистар станцияһы директоры. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Аҡтау ауылынан.
- Мусин Зөбәир Харис улы (1953), табип-ғалим. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1997—2012 йылдарҙа — кафедра мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан.
- Смаков Рауил Хәлим улы (1953), сәнәғәт өлкәһе, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1974 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең, 1981—1991 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире; 1996 йылдан ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2009—2015 йылдарҙа территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» билдәһе (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2003) менән бүләкләнеүсе. Салауаттың почётлы гражданы (2015). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Сәфиуллина Хәҙисә Мозафар ҡыҙы (1953), малсы. 1977—2008 йылдарҙа Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың быҙау ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҙрис ауылынан.
- Хәмитова Мөнирә Мөхтәсип ҡыҙы (1963), бухгалтер. 1982 йылдан Әбйәлил район ҡулланыусылар йәмғиәте кондитеры, ревизор-бухгалтеры; 2000 йылдан — Амангилде филиалы, 2003 йылдан «Общепит» йәмғиәте директоры, 2004 йылдан — район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе; 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли банкы ашханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының туҡланыу индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Әбйәлил ауылынан.
- Шиһапов Рәмил Мәхмүт улы (1963), төҙөүсе, һәүәҫкәр спортсы. «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. 1-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, Рәсәй Президентының һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы (2022). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Сермән ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ажнакин Александр Григорьевич (1924—22.04.1999), төҙөүсе. 1964—1985 йылдарҙа 4‑се махсус төҙөлөш идаралығы начальнигы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Мокшан районы Марфин ауылынан.
- Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы (1929—22.09.2013), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт-Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
Дөйөм исемлек
|
|