Геология — (грек телендә γη- (ge-) — ер һәм λογος (logos) — өйрәнеү) — башка фәндәр һәм дисциплиналарҙы йәлеп итеп, мөмкин булған ысулдар менән Ерҙең төҙөлөшөн, уның килеп сығышын һәм үҫешен, геологик процестарҙы, матдәләр составын, ер ҡабығы структураһын һәм литосфераһын өйрәнеүгә нигеҙләнгән фәндәр йыйылмаһы[1][2]. Геологияны ҡыҫҡаса Ерҙең төҙөлөшөн, составын һәм үҫеше үҙенсәлектәрен, уның өҫтөн өйрәнеүсе фән, тип билдәләргә мөмкин[3].
Геология нефть, таш күмер, шулай уҡ тимер, баҡыр һымаҡ металдарҙы һәм башҡа тәбиғи ресурстарҙы табырға һәм ҡулланырға ярҙам итә.
Геология Ер һәм Ер ҡабығының составы, төҙөлөшө, үҫеш тарихы, файҙалы ҡаҙылмалар хасил булыу һәм уларҙың урынлашуын өйрәнеүсе фәндәр комплексы. «Геология» термины 1657 йылда Норвегия ғалимы М. П. Эшольт тарафынан тәҡдим ителә. Геологияның төп объекты — Ерҙең тышҡы таш ҡатламы — литосфера һәм, беренсе сиратта, Ер ҡабығындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы өйрәнеү һәм сығарыу өсөн уңайлы горизонт.
1934—1941 йылдарҙа СССР-ҙа урта мәктәптә айырым «геология» курсы булған[4]. Һуғыштан һуң геологияны мәктәптәргә кире ҡайтарыу буйынса В. А. Обручев һәм В. А. Варсанофьева көрәшә[5].
Хәҙерге геология стратиграфия, тектоника, региональ геология, минералогия, петрография, литология, геохимия, файҙалы ҡаҙылмалар өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Геология физик география, геофизика, кристаллография, палеонтология менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ғәмәли әһәмиәткә эйә булған тармаҡтары — гидрогеология, инженер геологияһы һәм шулай уҡ яңы йүнәлештәр — петрохимия, петрофизика һ.б. үҙенә бер төркөм хасил итә.
Джеймс Геттон (Хаттон) (ингл. James Hutton, (1726, Эдинбург — 1797) — Шотландия геологы, физигы һәм химигы. Джеймс Хаттон геология һәм геохронологияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Ул геологик актуализм һәм плутонизм теорияларын булдыра[6][3]. Геолог Хаттон исеме хаттонит тигән минералға бирелгән.
Геология XVIII быуаттың 2-се яртыһы — XIX быуат башында тәбиғәт белеменең мөстәҡил тармағына әүерелә (Н. Стено ҡатламдарҙың өҙлөкһөҙ суперпозиция принциптарын билдәләй; В. Смит һәм Ж. Кювье киҫелеште биостратиграфик бүлемдәргә айырыу һәм тоҡомдарҙың сағыштырмаса йәшен билдәләү ысулын эшләй). 1840 йылдар башында фанерозойҙың стратиграфик шкалаһы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта, беренселәрҙән булып, XIX быуаттың 1-се яртыһы геологтары өсөн парадигма булған «күтәрелеш кратерҙары» тигән беренсе тектоник концепция барлыҡҡа килә (Л. Бух һәм А. Гумбольдт). Рәсәйҙә был теория яғында булыусылар булып Д. И. Соколов, Г. Д. Романовский, Н. А. Головкинский һ.б. тора. Күп илдәрҙә геология йәмғиәттәре ойоша, улар геология фәненең яңы ҡаҙаныштары тураһында фекер алыша, эҙләнеүҙәр тураһында материалдар баҫтырып сығара һәм ҡайһы бер эштәрҙе финанслай. 1805 йылда Мәскәүҙә тәбиғәтте тикшереү, 1807 йылда — Лондонда геология, 1917 йылда Рәсәйҙә минералогия йәмғиәттәре ойошторола. Системалы рәүештә план төшөрөү һәм эҙләнеү эштәре үткәреү зарурлығы һуңыраҡ милли геология буйынса хеҙмәттәр барлыҡҡа килтерә. 1882 йылда Рәсәйҙә геология комитеты ойошторола.
«Геология» төшөнсәһе башта ер фәне (грек теленән һүҙмә-һуҙ) тигәнде аңлата. Философия контексында «лат. geologiam» терминын 1344 йылда уҡ инглиз епискобы Ричард де Бери (1287—1345) «Любовь к книгам» китабының 11-се бүлеге аҙағында ҡулланған[7] (1473 йылда Кёльнда баҫылып сыға)[8][3]. Ул «геология … фәндәр иҫәбенә инеүе мөмкин түгел» тигән[9] Фәнни тасуирлауҙар өсөн геология терминын беренсе ҡулланыуҙар для научных описаний[10] относятся к:
«Ер тураһында тәғлимәт; Ерҙең торошо һәм тәбиғәте»
«Бында космология аҫтында Йыһандың түгел, ә Ерҙең ғилемен беләм. Был мәғәнәлә геология дөрөҫ һүҙ; әммә мин уны ҡулланырға ҡыймайым, сөнки ул ҡулланылмай.»
«Геология — был фән, ул органик һәм органик булмаған тәбиғәт батшалығындағы эҙмә-эҙлекле булған үҙгәрештәрҙе тикшерә; ул ер өҫтөнөң үҙгәреүенә һәм планетабыҙҙың тышҡы төҙөлөшөнә йоғонто яһаған был үҙгәрештәрҙең сәбәптәрен һәм йоғонтоһон тикшерә»
Геология фәндәре оҙаҡ ваҡыт ҡаҙылма есемдәрҙең тәбиғи тарихы төшөнсәһе менән билдәләнә. Академик М. В. Ломоносов (1711—1765) термин геология никогда не использовал[19].
Һүрәтләүсе геологияға «геогнозия» (бор. грек. γῆ «Ер» + бор. грек. γνῶσις «аңлау, белем, фән» термины яҡыныраҡ тора[20] или геогностика). Минералдар, мәғдәндәр һәм тау тоҡомдары тураһында фән өсөн был атаманы немец ғалимы Г. Фюксель (1761 йылда) индерә, A. Г. Вернер (1780 йылда) аныҡлай һәм үҫтерә, хәҙерге аңлатыуҙа — дөйөм һәм динамик геология. Ерҙең барлыҡҡа килеүе һәм тарихы, уның эске төҙөлөшө тураһында абстракт күҙаллауҙар менән шөғөлләнгән тик теоретик геологиянан айырмалы рәүештә уны өҫтән күҙәтергә мөмкин булған объекттарҙы өйрәнеүсе геологияның практик өлкәләрен дөйөм һәм динамик геология тип билдәләгәндәр. Рәсәйҙә геогнозия термины дисциплина һәм званиелар атамаһында XIX быуат аҙағына тиклем һаҡлана: «минералогия һәм геогнозия докторы» йәки «минералогия һәм геогнозия профессоры»[3][21]. Мәҫәлән, В. В. Докучаев 1883 йылда минералогия һәм геогнозия докторы ғилми дәрәжәһен ала[22]
Хәҙерге геология — айырым фәндәрҙең байтағын үҙ эсенә алған белемдең ҙур бүлеге, уларҙың һәр береһе үҙенең өйрәнеү объектына эйә һәм үҙенең тикшеренеү ысулдарын ҡуллана[23].
Геология Ер тураһында бөтөн фәндәр комплексын берләштерә. Бөтә был фәндәрҙе бер-береһе менән был фәндәрҙең башы, үҙәге булған төрлө геологик есемдәрҙең арауыҡ-ваҡыт мөнәсәбәттәре төшөнсәләре бәйләй[24].
йәки динамик геология:
Йәки тарихи геология:
Башлыса улар ҡатнаш фәндәр менән бәйле:
Хәҙерге геология бүлектәре Ер сиктәренән сыға — йыһан геологияһы йәки планетология, космохимия, космология.
Беренсе геологик күҙәтеүҙәр динамик геологияға ҡарай — был ер тетрәүҙәр, вулкан урғылыуҙар, тауҙар йыуылыу, яр буйы һыҙаттарын күсеүе тураһында мәғлүмәттәр. Бындай әйтемдәр йыш ҡына Пифагор, Аристотель, Өлкән Плиний, Страбон эштәрендә осрай[3]. Геологик есемдәрҙе классификацияларға маташыу һәм минералдарҙы һүрәтләү X—XI быуаттарҙа Әбүғәлисина эштәрендә осрай[3]. Ҡайһы бер хәҙерге ғалимдар хәҙерге геология урта быуат ислам донъяһында башланған тип иҫәпләй[25].
Яңырыу дәүерендә геологик тикшеренеүҙәрҙе ғалимдар Леонардо да Винчи һәм Джироламо Фракасторо үткәрә. Ҡаҙылма ҡабырсаҡтарҙың юҡҡа сыҡҡан организмдарҙың ҡалдыҡтары булыуынан сығып, Ер тарихының Тәүрат (Библия) күҙаллауынан оҙонораҡ икәнлеген фараз иткән. XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында Ерҙең дөйөм теорияһы барлыҡҡа килә, ул дилювианизм исемен ала. Шул ваҡыттағы ғалимдар фекере буйынса тау тоҡомдары һәм уларҙағы ташҡа әйләнеүҙәр туфан һыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.[3].
XVIII быуаттың икенсе яртыһында файҙалы ҡаҙылмаларға ихтыяж кинәт арта, был иһә ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеүгә, айырым алғанда, фактик материал туплауға, тау тоҡомдарының үҙенсәлектәрен һәм ятышы шарттарын һүрәтләүгә, күҙәтеү алымдарын эшләүгә килтерә[3]. Джеймс Хаттон, «Теория Земли» эшенең авторы, йыш ҡына беренсе заманса геолог тип иҫәпләнә[26]. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә М. В. Ломоносовтың геология хеҙмәттәре донъя күрә[3].
Заманса стратиграфия шкалаһының төп бүлексәләре рәсми рәүештә 1881 йылда Болоньяла 2-се Халыҡ-ара геология конгресында ҡабул ителә. Рәсәйҙә беренсе геологик карталар булып Д. Лебедев һәм М. Ивановтың (Көнсығыш Байкал аръяғы, 1789—1794), Н. И. Кокшаровтың (Европа Рәсәйе, 1840), Г. П. Гельмерсендың ("Европа Рәсәйенең тау формацияларының генераль картаһы) эштәре тора[3].
XIX быуаттың күп өлөшөндә геологиялағы бәхәстәр Ерҙең йәше тураһында мәсьәлә тирәһендә әйләнә. Баһалар 100 меңдән алып бер нисә миллиард йәшкә тиклем үҙгәрә.[27] XX быуат башында радиометрик даталау Ерҙең йәшен билдәләргә мөмкинлек бирә, баһа ике миллиард йыл тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта Ерҙең яҡынса йәше 4,5 миллиард икәнлеге билдәле[28]
Күп томлыҡ «Геологическая изученность СССР» баҫмаһы СССР төбәктәре буйынса 1990 йылға тиклем әҙәбиәтте дөйөмләштерә.
.
Геологические организации и общества: