Дусов Данис Әкрәм улы (рус. Дусов Данис Акрамович) (23 май 1947 йыл ) — ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе.
Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Биографияһы
Данис Әкрәм улы Дусов 1947 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Шәрип ауылында тыуған.
Милләте татар, юғары белемле — 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1970 йылда, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Малаяҙ интернат-мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.
1971—1972 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтҡас, уҡытыусы, бүлек мөдире, район гәзите мөхәррире булып эшләй.
1974—1981 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Салауат райкомының беренсе секретары, «Лағыр» совхозы партком секретары.
1981 йылдан «Лағыр» халыҡ предприятиеһы директоры.
[1]
Салауат районы, 248-се Нәсибаш һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.
[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре маҡтаулы исеме.
Ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
Һылтанмалар