Ҡыйғы районы рус. Кигинский район
|
|
|
Ил
|
Рәсәй
|
Статус
|
Муниципаль район
|
Төбәк
|
Башҡортостан
|
Эске бүленеш
|
9 ауыл биләмәһе
|
Административ үҙәге
|
Үрге Ҡыйғы ауылы
|
Хакимиәт башлығы
|
Зөһрә Гордиенко (2020 йылдың 21 ғинуарынан)[1]
|
Халыҡ һаны
|
21 239 кеше
|
Халыҡ тығыҙлығы
|
11,4
|
Майҙаны
|
1688 км²
|
Сәғәт бүлкәте
|
MSK +2
|
Автомобиль коды
|
02, 102
|
|
Ҡыйғы районы (рус. Кигинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Үрге Ҡыйғы ауылы. Районда 21 мең 239 кеше йәшәй.
БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Мәсетле, төньяҡ‑көнсығышта — Балаҡатай р‑ндары, көньяҡ‑ көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ‑ көнбайышта — Салауат, көнбайышта Дыуан р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Үрге Ҡыйғы р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Салауат р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола.
Майҙаны — 1688 км2. Адм. үҙәге — Үрге Ҡыйғы а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа 294 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) төньяҡ‑көнбайышҡа табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 27,9; 1959 — 22,7; 1989 — 18,9; 2002 — 19,8; 2010 — 19,1. Милли составы: татарҙар — 52,0%, башҡорттар — 41,3%, урыҫтар — 5,2%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,3 кеше/км². Районда 9 ауыл советы, 39 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Үрге Ҡыйғы (6,6 мең кеше), Түб. Ҡыйғы (1,4 мең), Ләүйылға (1,1 мең) ауылдары.
Рельефы Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегенән, төньяҡта — яйла һымаҡ массивтарҙан, көньяҡ‑көнсығышта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнбайыш битләүенең тау итәктәренән ғибәрәт. Район Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, көньяҡ‑көнсығышта — Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында эзбизташ (Арыҫлан); ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Йүкәлекүл); төҙөлөш ташы (Ҡуянай); ер аҫты һыуҙары (Ҡыйғы) ятҡылыҡтары бар. Климаты континенталь, уртаса һалҡын, дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 0,8°С, ғин. уртаса т‑ра –5,8°С, июлдә 17°С. Теҙмә ҡалҡыулыҡтар араһындағы уйпатлыҡтарҙа т‑ралар инверсияһы билдәләнгән. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 490 мм, йылы осорҙа 400 мм ашыу. Гидрографик селтәрҙе Алйылға ҡушылдығы м‑н Әй й. һәм Ләүйылға, Кесейек ҡушылдыҡтары м‑н Ҡыйғы й.; Абзай, Светлый һаҙлыҡтары һ.б. барлыҡҡа килтерә. Көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡараһыу һоро, аҡһыл һоро һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Ҡайын, ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы, ҡарағай һәм ҡарағас урмандары таралған. Терр‑яһының 36,5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман‑дала төрҙәренән тора. Ҡолмәт а. эргәһендәге Әй й. һыубаҫар туғайында заказник ойошторолған.
2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренеңмайҙаны 93,3 мең га (дөйөм майҙандың 55,1%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 43,1, сабынлыҡтар — 25,4, көтөүлектәр — 24,3; урмандар майҙаны — 53,4, ер өҫтөһыуҙары — 1,0. Район төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [колхоз, 5 АХПК, МУП, 10 ЯСЙ, 82 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йәшелсәселек, сусҡасылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡүҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы бар. “Ит традициялары” ЯСЙ, икмәк комб‑ты, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Бөрө — Мәсәғүт — Һатҡы (Силәбе өлк.), Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Яңы Балаҡатай — Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәккәинә.
Районда ПУ, 25 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12‑һе — урта мәктәп, ш. иҫ. Үрге Ҡыйғы лицейы №1, 26 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто; үҙәк район һәм 2 участка дауаханалары, 25 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 28 клуб учреждениеһы, 22 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы бар. 2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Наши Киги” гәз. сыға.
Билдәле шәхестәр
- Биксурин Алик Сәлих улы (21.09.1937), балет артисы, театр һәм мәғариф эшмәкәре. 1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1988—1990 йылдарҙа театрҙың директоры, 1985—2008 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы директоры.Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969). Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Вәлиев Тәүкәлүн Хаммат улы (19.11.1896—10.10.1959), педагог. 1934—1957 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ының Ҡыйғы һәм Салауат райондарында дөйөм белем биреү мәктәптәре директоры. РСФСР мәктәбенең (1952) һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ике Ленин ордены (1939, 1949) кавалеры. Дүшәмбикә ауылынан.
- Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (3.03.1959, ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Арыҫлан ауылынан[2].
- Рәүис Заһитов (19.11.1948), театр актёры. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1984) һәм халыҡ артисы (1989). Иҫке Мөхәмәт ауылынан.
- Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы (02.05.1936) — Башҡортостан Республикаһының күренекле партия, дәүләт һәм ауыл хужалығы эшмәкәре, ғалим. БАССР Юғары Советының дүрт саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың бер саҡырылыш депутаты, КПСС-тың XXVIII съезы делегаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, профессор, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ҡыйғы һәм Салауат райондарының Почётлы гражданы. Түбәнге Ҡыйғы ауылынан.
- Фәйезов Ғәли Биктимер улы (20.07.1948), ғалим-философ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Йүкәлекүл ауылынан.
- Хәйбуллин Ғәзимулла Ғәйнулла улы (12.08.1927—16.09.1995), 1969—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Гидравлика» заводы токары. Башҡорт АССР-ының VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971) Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Иҙрис ауылынан.
- Хәсәнова Винира Ғиниәт ҡыҙы (15.02.1948), 1974—2012 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2005). Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Әхмәҙиев Риф Барый улы (13.02.1954), башҡорт әҙәбиәте белгесе, шағир, юғары мәктәп эшмәкәре. Филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Әбдрәзәк ауылынан.
.ӘХМӘТОВ Сафа Әхмәт улы (11.1. 1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы.), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы(1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1958). 1967 й. алып ӨНИ‑нең Салауат киске ф‑тында эшләй (1977 й. — химия‑технология процестары каф. мөдире). 1979 й. башлап БДУ‑ның аналитик химия һәм дөйөм химик технология каф. мөдире. 1981 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1991 й. тиклем нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1981—91 йй. СССР Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министрлығының тармаҡ лаб. (Өфө) ғилми етәксеһе.
ӘХМӘТОВ Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25.1.1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы. — 17.11.1995, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. канд. (1970). С.Ә.Әхмәтовтыңҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йй. Ҡыйғы р‑ны Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Ауыл биләмәләре һәм ауылдар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Республикала тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ район башлығы итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 21 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2020)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2019)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)