РәсәйРәсәй
Башҡортостан
Ҡыйғы
Арыҫлан ауыл Советы
55°18′45″ с. ш. 59°04′59″ в. д.HGЯO
↘223[1] кеше (2010)
UTC+6
452507
02, 102
80 236 810 003
80 636 410 111
Аҫылғужа (рус. Асылгужино) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Арыҫлан ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 223 кеше[2]. Почта индексы — 452507, ОКАТО коды — 80236810003.
Аҫылғужа ауылы Әй буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 38 километр һәм Һилейә тимер юл станцияһынан (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа табан 43 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Аҫылғужа ауылына 1854 йылда Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Күсенеүҙән алда улар Силәбе өйәҙенең шул уҡ исемле ауылында казактарҙан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә йәшәй (1846 йылда Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийынан күсенеүгә рөхсәт алына). Тәүге төпләнеүсе кеше Аҫылғужа исеме менән аталған. Уның улдары Әбдесәләм, Кинйәғол (1750—1825) Аҫылғужиндар рәсми мәғлүмәттәрҙә телгә алына. Ҡолоштоң улы — урядник Аҙнағол Ҡолошов. 1850 йылда уға 70 йәш тулған, уның улы Йомағол. XIX быуат уртаһында уның ғаиләһендә ейәндәре һәм бүләләре: Мәхмүтдин улы Бәхтейәр (1816—1839), Хиразмандың улы Йомасолтан (1819 йылғы), Ғүмәр (1831 йылғы) бүләләре Абдулхәсәновтар йәшәгән[4]..
1865 йылда Аҫылғужа ауылында 49 йортта 259 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән.
Аҫылғужа XIX быуаттың беренсе яртыһында Троицк өйәҙендә урынлашҡан 4-се Загорный кантонының 7-се йорто составында була. Ауыл казак ерендә урынлашҡанлыҡтан, халҡы «ауыл кешеләре»нә («сельский обыватель»), йәғни крәҫтиәнгә әйләнә, уларҙың хоҡуҡтары урыҫ крәҫтиәндәренекенә тиң була.
Петрушкин, Ҡаҙбай һәм Аҫылғужа ауылдары Ырымбур казактарының Кульмина станицаһы ерендә урынлашҡан була. «1854 йылда Кульмина станицаһының ырымбур казак ғәскәренә инергә теләк белдермәгәнлектән, VIII йәниҫәп мәғлүмәттәре буйынса 92 кеше Троицк өйәҙе Әйле улусындағы аҫаба еренә күсеп төпләнгән һәм унда яңы Аҫылғужа ауылына нигеҙ һалған, 5-се кантонда (Силәбе өйәҙе) йәшәһәк тә, 4-се башҡорт кантонында иҫәпкә алынғанбыҙ». Тимәк, Силәбе өйәҙенең шул уҡ исемле ауылынан казак ерҙәрен ҡуртымға алған башҡорттар күсеп килеп, ошондай уҡ исемле аҫаба ауылға нигеҙ һалған. Ҡолбаҡ ауылы башҡорттары уларҙың аҫабалығын таный. Шулай итеп, Силәбе өйәҙендә төп халыҡ юҡҡа сыҡҡан, ә яңы ауыл Троицк өйәҙендә барлыҡҡа килгән.
Әйтергә кәрәк, Аҫылғужа, Ҡаҙбай, Петрушкин башҡорттарын казак ерҙәренән Әйле улусындағы үҙ аҫаба ерҙәренә күсенеүен 1846 йылдың 31 ғинуарында уҡ Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы хәл иткән.
1842 йылда 263 кешегә 225 сирек яҙғы иген сәселгән. 40 йортта 400 ат, 150 баш эш малы, 487 һарыҡ, 16 кәзә аҫыралған. Был мәғлүмәт иҫке ауыл халҡына ҡағылған.
1859 йылда Аҫылғужа ауылы 32 йорттан торған, унда 119 ир-егет һәм 109 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған.
1865 йылда 49 йортта 259 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
1897 йылда донъя күргән мәғлүмәт йыйынтығында түбәндәге яҙма бар:
«Асылғужа ауылы Златоустан — 60 саҡрым, Ҡуҫа заводынан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Торама бер нисә ҡалҡыулыҡ барлыҡҡа килтергән соҡорҙа, биләмәһенең көнбайышына ултырған. Ауыл эргәһендә Әй йылғаһы аға. Халҡы — аҫаба башҡорттар. Ауыл 66 йорттан тора. Рәүиздә иҫәпкә алынған 119 йән ер менән файҙалана. Баҫыуҙар ҡалҡыу урындарҙа, Әй һәм Алайылға йылғалары буйындағы үҙәндәрҙә урынлашҡан. Ере ҡомло балсыҡлы ҡатыш ҡара тупраҡ. Ер яңы һай һөрөлгән. Сәсеү әйләнеше системаһыҙ. Ашламалар ҡулланылмай. Иң яҡшы арыш уңышы — сәселгән 7,5 боттан 909 бот, һоло — 15 боттан 115 бот һәм бойҙай — 12 бот сәскәндә, бер дисәтинәнән 105 бот уңыш. 1892 йылда 1200 дисәтинәлә үлән һәм игенде ҡара сиңерткә әрәм иткән. Ауыл яны көтөүлеге Әй йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан (30,5 дисәтинә). Әй йылғаһында һыулау уңайлы. Мал яҙҙан июнгә тиклем пар баҫыуы һәм сабынлыҡ буйлап, көҙгөһөн, августан башлап, ҡамылда йөрөй. Һәр баш малға айына 10-шар тингә көтөүсе яллана. Ауылда 2 йортта мал тотмайҙар. Сабынлыҡтар 2 участкала. Уңыш һәйбәт, дисәтинәнән 180—190 бот. Урман да 2 участкала. Халыҡ үҙ ихтыяжына һәм һатыуға йыл һайын 29-30 дисәтинә майҙанда ағас киҫә. Халыҡҡа ағас бура менән һатыла, һәр бура өсөн 10-15-әр һум, бер бүрәнә — 15-20 тин (оҙонлоғо 9 аршин, диаметры — 4 ҡарыш) менән һата. Йорт хужаларының дүрттән өс өлөшө үҙ һөрөнтө ерҙәрен (85 дисәтинә) дисәтинәһенә 60—70 тин менән, сабынлыҡтарын (60 дисәтинә) — 45-әр тин менән ҡуртымға бирә. Яҙын һәм ҡышын 25 кеше аҡса эшләргә сығып китә, утын әҙерләй. Ауылда бакалея кибете бар. Халҡы көҙөн Ҡуҫа заводында иген һата; ҡышын бесәнде Златоуст ҡалаһына (60 саҡрым) алып барып һата» [5].
1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 1920 йылда ауылда 62 йортта 157 ир-ат һәм 203 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Әлеге көндә Аҫылғужа ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].
Аҫылғужа ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Район үҙәге: Үрге Ҡыйғы ауылы Tораҡ пункттар: Абзай | Алағуз | Арыҫлан | Аҫылғужа | Вязовка | Вәкийәр | Дүшәмбикә | Ибрай | Игенселәр | Иҙрис | Иҫке Мөхәмәт | Йосоп | Йыланлы | Йүкәлекүл | Кандаковка | Кесейек | Кеҙетамаҡ | Ҡолбаҡ | Ҡолмәт | Ҡурғаш | Ләүйылға | Мәсәк | Октябрь | Париж | Первомайский | Сағыр | Сирбай | Солтан | Тёплый Ключ | Туғыҙлы | Туҡай | Түбәнге Ҡыйғы | Ураҡ | Үрге Ҡыйғы | Һарығул | Әбдрәзәк | Юныс | Яуын | Яңы Мөхәмәт