РәсәйРәсәй
Башҡортостан
Ҡыйғы районы
Йыланлы ауыл Советы
55°13′38″ с. ш. 58°36′15″ в. д.HGЯO
1756
↘796[1] кеше (2010)
UTC+6
452502
02, 102
80 236 820 001
80 636 420 101
0520271
Йыланлы (рус. Еланлино) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Йыланлы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 796 кеше[2]. Почта индексы — 452502, ОКАТО коды — 80236820001.
Йыланлы ауылы Әй йылғаһының ҡушылдығы Йыланлы йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡҡа табан 26 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
1760 йылдың 22 май килешеүе менән Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә кереткән мишәрҙәр тарафынан Йыланлы ауылына нигеҙ һалынған. «Һәр хужалыҡтан йылына 25 тин һалым (оброк) түләү ҡаралған булған». Ерҙе ҡортомға алған өсөн улус башҡорттарына 1892 йылға тиклем һалым түләгәндәр. Һуңғараҡ шундай уҡ шарттар менән бында типтәрҙәр йәшәй башлаған. Типтәрҙәрҙең инеү ваҡыты билдәһеҙ.
1795 йылда 20 йортта 149 мишәр йәшәгән.
1816 йылдан һуң мишәрҙәр (140 кеше) менән бергә бындағы ер биләмәләренә типтәрҙәр (167 кеше) ҙә эйә була.
1834 йылда Йыланлы ауылында 199 мишәр һәм 287 типтәр йәшәгән.
Йыланлы ауылының икенсе исеме - «Олешкино тож», Алёшкино. Әммә башҡа ауылдарҙа осрағанса, Алёшканың тәүге төпләнеүсе булыуын фараз итергә мөмкин. Тәүге төпләнеүсе 1760 йылда тырнаҡлылар менән килешеү төҙөгән.
1842 йылда 119 мишәргә 35 сирек ужым һәм 94 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 6 тирмән булған. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше еңгән. 1895 йылға 13 һуҡҡыс һәм 20 елгәргес булған. 47 мишәр хужалығына 274 йылҡы малы, 1238 һыйыр, 230 һарыҡ, 100 кәзә тура килә. 59 типтәр йортонда — 344 йылҡы малы, 325 һыйыр, 243 һарыҡ, 255 кәзә аҫыралған. 1842 йылда мишәрҙәр 15 умарта һәм 5 солоҡҡа, типтәрҙәр - 95 умартаға эйә булған. ХIХ быуат башында Йыланлыла 5 тимерлек һәм 5 кибет эшләгән. Ауыл мосолмандарының — 2 мәсете булған[5][6].
1859 йылда 152 йортта барлығы 916 кеше йәшәгән.
1865 йылда Йыланлы (Алёшкино) ауылындағы 156 йортта — 1005 кеше йәшәй. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған[7].
1906 йылда Йыланлы ауылында 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, 2 бакалея һәм 2 мануфактура кибете булған.
1920 йылда 428 йортта 2201 типтәр һәм мишәр иҫәпкә алынған[8].
Әлеге ваҡытта Йыланлы ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[9].
Йыланлы ауылында татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәлдәре:
<ref>
Зайнуллин М. В.
Район үҙәге: Үрге Ҡыйғы ауылы Tораҡ пункттар: Абзай | Алағуз | Арыҫлан | Аҫылғужа | Вязовка | Вәкийәр | Дүшәмбикә | Ибрай | Игенселәр | Иҙрис | Иҫке Мөхәмәт | Йосоп | Йыланлы | Йүкәлекүл | Кандаковка | Кесейек | Кеҙетамаҡ | Ҡолбаҡ | Ҡолмәт | Ҡурғаш | Ләүйылға | Мәсәк | Октябрь | Париж | Первомайский | Сағыр | Сирбай | Солтан | Тёплый Ключ | Туғыҙлы | Туҡай | Түбәнге Ҡыйғы | Ураҡ | Үрге Ҡыйғы | Һарығул | Әбдрәзәк | Юныс | Яуын | Яңы Мөхәмәт