Барлығы: 50 мең (яҡынса фараз[1]) Рәсәй Федерацияһы
башҡорт
ислам
башҡорттар
төрки халыҡтары
аҡ-ай • буранғол • ғөҙәир • ҡаҙыр • ҡалмаҡ • ҡулсыҡай • күҫәкбирҙе • мөслим • мәтәй • сирмеш • солтан • сәкетә • төлкө • туғыҙ • үмәртәй • һабанаҡ • һарт
Ҡошсо — Әй буйы башҡорттары төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары — ҡайын, муйыл, ҡоштары — аҡҡош, орандары — Салауат.
аҡ-ай • буранғол • ғөҙәир • ҡаҙыр • ҡалмаҡ • ҡулсыҡай • күҫәкбирҙе • мөслим • мәтәй • сирмеш • солтан • сәкетә • төлкө • туғыҙ • үмәртәй • һабанаҡ • һарт.
Ҡошсо — ғалимдар «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр.
Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар.
Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.
Ревиз яҙмалары һәм халыҡ иҫәбен алыу мәғләүмәттәре буйынса
Мәсетле районының хөрмәтле гражданы
Академиктар
Фән докторҙары
Афған һуғышында һәләк булған яуғиҙар