РәсәйРәсәй
Башҡортостан
Мәсетле районы
55°52′38″ с. ш. 58°15′25″ в. д.HGЯO
Башҡорттар
һабанаҡтар
UTC+6
02, 102
80 242 825 003
80 642 425 111
Һабанаҡ (рус. Сабанаково) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 391 кеше [1].
Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825003.
Мәсәғүт-Әчит юлынан ауылға тиклем асфальт юл һалынған. Ләмәҙтамаҡ һәм Сәлйоғот ауылдарына ҡырсынташлы элекке оло юл бар. Ауылдың Мәжит Ғафури, Чкалов, Йәштәр урамына асфальт түшәлгән, Әй һәм Шишмә урамы ҡырсынташлы. Эсәр һыу торбалары буйынса урамдарға таратылған. Күп кешеләр һыуҙы йорттарына үткәргәндәр. Ауылда газ үткәрелгән, күпселек йорттар газ менән йылытыла.
Ауылда өс кибет бар. 2008 йылда сафҡа ингән яңы социаль-мәҙәни үҙәктә балалар баҡсаһы, мәктәп, клуб, фельдшер-акушер пункты урынлашҡан.
Үткән быуат башында бөтә волостың ашлыҡ һаҡламын тотоу өсөн махсус төҙөлгән келәт — мәгәзәй (рус. страховой магазин һүҙенән) йорто һаҡланған.
Ауылға Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Рәсми сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр 1736 йылда телгә алына. 1770 йылда ауылда ғалим-этнограф Иван Иванович Лепёхин булып китә.
1865-1922 йылдарҙа Оло Ҡошсо улусы үҙәге булған.
1918-1919 йй. Кулактар тарафынан йыртҡыстарса һәләк булған коммунистар.
Ауылдың исеме нигеҙ һалыусы Һабанғол Һарыҡайев исеме менән бәйле.
Мәктәп, архив мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп әйткәндә, тәүҙә мәҙрәсә булараҡ 1907 йылда асылған. 1920 йылдан башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелгән.1952 йылдан ете йыллыҡ , 1962 йылдан һигеҙ йыллыҡ булып үҙгәртелә. 1982 йылға тиклем мәктәп Оло Ҡошсо олоҫо үҙәгенең бинаһында урынлаша. 1982-2007 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең күсереп килтерелгән бинаһында була. Ә 2008 йылдан яңы бинаға — социаль-мәҙәни үҙәккә күсә . [2]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Алыҫлыҡ[7]:
Исемлек Мәсетле районы энциклопедияһына нигеҙләнеп төҙөлдө[8].
Урам исеме [9]:
Ерле (рәсми булмаған) урам исемдәре[10]
Һабанаҡ ауылының дөйөм ҡушаматы — алабай, көсөк. Ауылда быуындан быуынға күсеүсе ҡушаматтар бар, хатта кейәү-килендәргә лә йәбешә. Шулай уҡ шәхси кешенең үҙенә генә бирелгән ҡушаматтар була. Ҡайһы берәүҙәр ҡушаматтарынан ояла, ҡыйынһына. Шуға күрә ҡушаматтар исемлеге генә бирелә: Бөкө, Генерал Майор, Мекетә, Күк ҡомған, Кәкүк, Ҡара сираҡ, Сумка, Шороҡ, Шапаҡтар, Шутиха, Өс тишек, Әлеш, Ҡурғаш, Бештәй, Имас, Әпә, Тункин, Һапый, Мыҡый, Бәрҙәш, Шандырша, Ҡаҡай, Бәпкә (Ҡаҡай күршеһе), Бекей, Ҙур Бекей, Бекей Бекей, Оҙон, Аяҙғанға ҡатҡан ...
Район үҙәге: Оло Ыҡтамаҡ ауылы Tораҡ пункттар: Абдулла | Айып | Аҙанғол | Борғатъя | Бурансы | Буртаковка | Ғүмәр | Дыуан-Мәсетле | Жвакин | Ишәле | Иҫке Мишәр | Йонос | Йыланыш | Кесе Ыҡтамаҡ | Кесе Ҡыҙылбай | Ключевой | Көршәле | Ҡаранай | Ҡорғат | Ҡотош | Ләмәҙтамаҡ | Мәләкәҫ | Октябрьск | Оло Аҡа | Оло Ыҡтамаҡ | Оло Ҡыҙылбай | Салйоғот | Сосновка | Степной | Тайыш | Теләш | Тимербай | Тимерәк | Түбәнге Бобин | Түбәнге Туҡбай | Тәкә | Урта Аҡа | Үрге Бобин | Һабанаҡ | Һөләймән | Әбдрәхим | Әжекәй | Әй | Әләгәҙ | Юлай | Ясин | Яңы Мишәр | Яңы Мөслим | Яңы Яуыш
Бөткән ауылдар: Аҡҡын | Асҡар |Исмәғил | Иҫке Яуыш | Иҫәнбай | Төңгөлдө | Төплөкүл | Төрөпкилде | Үрге Туҡбай | Һалҡын Шишмә | Яңы Бурансы