Ялан Йылайыры (Йылайыр, рус. Крепостной Зилаир) — Башҡортостан йылғаһы. Һаҡмар ҡушылдығы, тамағынан алып дөйөм оҙонлоғо 584 км. Һыу ағымы — 100 км. Һыу йыйылыу майҙаны — 897 км². Тамағы Иҫке Яҡуп ауылы янында.
Атама тарихы
Йылға атамаһы ошонда ер биләмәһе алып, төпләнгән урыҫ баярына ҡағылышлы легенда нигеҙендә барлыҡҡа килгән Крепостной Йылайыр ауылы (элекке Йылайыр ҡәлғәһе) исеменән алынған. Ул башҡорттарҙан ер бүлеп биреү тураһында һорашып, үгеҙ тиреһе ҙурлығында ғына ер һорай һәм ризалыҡ алғас, тирене нәҙек ҡайыштарға телеп, уларҙы үҙ-ара бәйләп, урман буйлап ҡарағайҙарҙы уратып ун саҡрымлыҡ ер ала. Шунан һуң башҡорттар һәм баярҙар араһындағы мөнәсәбәт насарайып, яңы асыҡтан-асыҡ бәрелештәргә килтерә. Баяр үҙенә ярҙамға казактарҙы саҡыра, ә башҡорттар уның утарын яндыра. Шунан һуң урыҫтар хакимиәте, башҡорттарҙы был урындарҙан күсерә, ә баяр утары булып ҡалған ауыл Крепостной Зилаир[2] исемен ала..
Гидрография
Йылға бормаланып аға. Төбө ҡом-ташлы, ярҙары һөҙәк һәм текә, ҡыуаҡлыҡтар һәм урман менән ҡапланған[3].
XIX быуатта Ялан Йылайырының һыу бассейны территорияһында төньяҡ болан булыуы теркәлә. 1939 йылда ла бер нисә баш болан күренгән[4].
Һыу реестрҙары
Россия дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәрен буйынса Урал бассейн округына ҡарай, йылғаның хужалыҡ учпсткаһы — Һаҡмарға тиклем. Йылға бассейны — Урал[5].
Мәғлүмәттәр буйынса геомәғлүмәти һыу хужалығы системаһын районлаштырыуҙарынса , һыу ресурстары Федераль агентлығы[5]:
- Һыу объектының дәүләт һыу реестрындағы коды — 12010000512112200005027
- Гидрологик өйрәнелеү коды — 112200502
- Гидрологик өйрәнелеү буйынса том һаны— 12
- Гидрологик өйрәнеү буйынса сығарылыуы — 2
Ҡушылдыҡтары (тамағынан алып км)
Библиография
Дәүләт һыу реестрына керетелә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар