Тел белгесе М. Усманованың фаразлауынса, йылға атамаһы бөрйән ырыуы нуғай-бөрйән ырыу-араһының таулы этнонимына ҡарай. Икенсе Этҡол ауылында таулы ырыу-араһы вәкилдәре бар. Шулай итеп, был йылға буйында таулылар йәшәгән[3].
БАССР-ҙың топонимика исемлегендә таулы гидронимына «гористая», йәғни таулы, аңлатмаһы бирелә[3].
Икенсе Этҡол ауылы тарихын өйрәнеүсеһе А. Ә. Тажетдинов та 2005 йылда нәшер ителгән «Ел-дауылдар аша…» исемле китабында был атаманың килеп сығышына иғтибарын бүлә. Йылғаның һул яҡ ярында гел генә тауҙар теҙмәһе (Бейекҡыр, Раһай, Көрәй) булғанға күрә, йылға Таулы тип атала тигән фекергә ҡаршы мәғлүмәттәр килтерә: XVI быуатта Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөштәре Рәсәй ҡулына күскәндән һуң, Иҙел-Ыҡ буйы халҡы Икенсе Этҡол тирәһенә күсенә. Күскенселәрҙең бер өлөшө бөрйән ырыуының бер тармағы булған таулылар булған. Улар ошо йылға буйында төпләнәләр, йылға атамаһы ла ырыу-ара исеменә бәйле[2].
Таулы ырыу-ара вәкилдәре Икенсе Этҡолдан тыш, Байымда һәм тарихсы Үтәғолов Р. И. фекеренсә, Баймаҡ районының 13 ауылында теркәлгән[2].