Сысҡан — Рәсәйҙәге йылға, Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районы Новогеоргиевка ауылы биләмәләрендә аға. Һайылмыш йылғаһына һул яғынан (тамағынан 140 км алыҫлыҡта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 33 км тәшкил итә[2].
Этимологияһы
Атаманың килеп сығышы буйынса бер нисә версия бар:
- Топоним төрки сығышлы, үҙгәрештәр арҡаһында һайыҫҡан һүҙе сысҡан формаһында нығынған[3].
- Бөрйән ырыуының ырыу-ара сысҡан этнонимына барып тоташа[4]. Урыҫ телле халыҡ әлеге йылғаны Сысканчик тип исемләй[4].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәренә ярашлы:
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000712112200006725[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар