Аяттар: Бисмиллаһ • Мөтәшәбихәт Әл-Курси • Тәблиғ • Нәсех
Ҡөрьән (Ҡөрьән Шәриф, Ҡөрьән Кәрим) — Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәт ﷺ аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр — Аллаһы тәғәлә һүҙҙәре. Кешеләр өсөн тура юл күрһәтеүсе һәм иң һуңғы Китап. Был илаһи хәбәрҙәр серияһының кульминацияһы.
«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән Кәрим», «Ҡөрьән Шәриф», «Ҡәләм Шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр», «Фурҡан» һәм башҡалар. Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Аллаһ тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө ваҡыттарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәргә (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 — тән 6236 — ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның Мөхәммәт пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта (намаҙҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе (Аят әл-Күрсиҙе), Йа Синды, Әл-Мүлк сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге ваҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла.
Ҡөрьәндә 114 сүрә - оҙонлоҡтары төрлөсә ( 3-тән 286-ға тиклем аят, 15-тән 6144-кә тиклем һүҙ) иҫәпләнә Барлыҡ сүрәләр ҙә аяттарға бүленгән. Ҡөрьәндә 6204-тән 6236-ға тиклем аят бар,[1] хәрефтәр һаны 320 меңдән ашыу. Ҡөрьән шулай уҡ аҙна эсендә уҡырға уңайлы булһын өсөн 7 тигеҙ өлөшкә (мәнзил) бүленгән. Ҡөрьәнде тигеҙ 30 өлөшкә (жүз) бүлеү ай дауамында бүлеп уҡыу өсөн уңайлы.
Мосолман традицияларына ярашлы, сүрәләр мәккәләге һәм мәҙинәләге тип бүлеп йөрөтөлә — тәүгеләре Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) һижрәт ҡылғанға тиклем (йәки Мәҙинәгә китеп барғанда), һуңғылары һижрәттән һуң иңгән.
Мосолмандар Ҡөрьәндең йөкмәткеһе үҙгәртелә алмай тип һанай, сөнки Хаҡ тәғәлә уны не может быть изменено, так как Всевышний пообещал его охранять вплоть до Ҡиәмәт көнөнәсә һаҡларға һүҙ биргән:
Ҡөрьәндең туғыҙынсы сүрәһенән башҡа барыһы ла : «Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!» тип әйтеүҙән башлана. Ҡөрьәндең беренсе сүрәһенә был һүҙҙәр тәүге аят итеп индерелгән
Ҡөрьән сүрәләре хронология буйынса түгел, ә күләменән ҡарап урынлаштырылған:башта оҙон сүрәләр килә, артабан аяттар һаны кәмей барыу тәртибендә урынлаштырылған [2].
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ донъя халыҡтарына ҡалдырған ошо мөҡәддәс китабы Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Ер шарының миллионлаған кешеләре өсөн ул — Аллаһы Тәғәлә һүҙе. Мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған был әҫәрҙе белмәй тороп, кешелек тарихының ынтылышлы аҙымдарын һәм бөгөнгө тормошобоҙҙоң мәңгелек менән бәйле булыуын аҙағынаса аңлап, шулай уҡ үҙебеҙҙе һәр яҡлап үҫкән, заман менән бергә атлаусы шәхес итеп тойоп та булмайҙыр, моғайын. Иман — иғтиҡад тейешле ғәмәлдәр, кешеләр өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр Ҡөрьән-Шәрифтә әйтелә.
Миллиардтан ашыу мосолман өсөн[3] Ҡөрьән — айырым мөнәсәбәт талап иткән изге Китап. Улар Ҡөрьәнгә бик ҙурлап ҡарай. Күп мосолмандар Ҡөрьәндең бер нисә аятын булһа ла яттан белә. Ғәҙәттә былар намаҙҙа ҡушып уҡый торған сүрә-аяттар. Тотош Ҡөрьәнде яттан белгән кешене хафиз тип атайҙар.
Шәриғәт буйынса мосолмандың Ҡөрьән алдында шундай бурыстары бар:
Изге Китапты уҡығанда мосолман тәҡүәлек күрһәтергә һәм аңы менән уны тойорға, мәғәнәһе тураһында уйланырға тейеш. Ҡөрьәнде уҡыуҙың маҡсаты ла шунда:
.
Ҡөрьән сүрәләре интернетта еңел табыла, шулай уҡ икенсе телдәргә мәғәнәһенең тәржемәләре лә бик күп.
Ҡайһы бер илдәрҙә (Иран, Кувейт, Ливия, Малайзия, БҒӘ, Рәсәй (шул иҫәптән Башҡортостан), Сәғүд Ғәрәбстаны,Тажикстан) Ҡөрьәнде яттан уҡыу буйынса халыҡ-ара хафиздар конкурсы үткәрелә. Конкурстарҙа ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡатнаша [4][5][6][7]