Шарап, аҡ араҡы, вино (лат. vinum) — йөҙөм һутын әсетеп әҙерләнгән алкоголле эсемлек (ҡатылығы: тәбиғи шарап — 9–16 % күләме, спирт ҡушылғандары — 16–22 % күләме), ҡатылығын арттырыу өсөн ҡайһы саҡта спирт ҡушалар. Шараптарҙы өйрәнеүсе фән — энология тип атала.
Ғәҙәттә шараптарҙы ферментланған виноград һутынан етештерәләр.
Башҡа төрлө еләк-емештән, үләндәрҙән, ашлыҡтан эшләнгән иҫерткес эсемлектәр (емеш-еләк шарабы, төнәтмә, виски, бренди, ром) шарап тип аталмай.
Ҡулланыуы буйынса шараптар аш шарабына (аш-һыуға ҡушылма) һәм десерт шарабына бүленә.
Шарап етештереүҙә күп төрлө виноград сорты ҡулланалар. Дөйөм алғанда виноград сорттарын ҡара (йыш ҡына ҡыҙыл тип тә әйтәләр) һәм аҡ төҫкә бүләләр. Төҫөнә ҡарап шараптар аҡ, алһыу, ҡыҙыл төҫтә була. Аҡ шараптар асыҡ һары төҫтән гәрәбә төҫөнә тиклем булыуы мөмкин. Алһыу һәм ҡыҙыл шараптар ҡыҙыл яҡут (рубин) төҫөнән гранат төҫөнә тиклем була. Ваҡыт үтеү менән аҡ шараптар ҡуйыраҡ төҫкә инә, ҡыҙыл шараптар төҫө бер аҙ асыҡлана башлай. Был буяусы матдәнең төбөнә ултырыуы менән аңлатыла.
Шешәләргә ҡойолған шарап төбөндә 6-8 йылдан һуң ултырма барлыҡҡа килә башлай. Шарап төбөндәге ултырма шарап тәмен үҙгәртмәй. Яҡша сифатлы (марочное вино) шараптың төбөнә ултырма 4 йыл үткәс ултыра башлай. Был шараптың яҡшы сифатлы булыуын раҫлаусы күрһәткес булып тора. Ултырманы айырыу өсөн шарапты графинға (декантерға) ҡоялар, ултырма шешә төбөндә ҡала. Ултырманы айырып алыуҙы еңеләйтеү өсөн шарап шешәләрен текә «яуырынлы» итеп эшләйҙәр. Ултырманы айырыу процессы декантация тип атала.
Сифаты һәм ваҡыты буйынса классификация:
Рәсәй стандартына ярашлы, этил спирты һәм шәкәр миҡдары буйынса шараптар түбәндәгесә бүленә:
Саманан тыш артыҡ әсеү процессын туҡтатыу өсөн күп кенә шарап сорттарына көкөрт диоксиды — сульфит ҡушалар. Сульфит артыҡ әсеү һәм микроорганизмдарҙың күпләп үҫешен туҡтатыу өсөн хәүефһеҙ антисептик сифатында ҡулланыла.
Йөҙөм бик күп илдәрҙә үҫә, шуға күрә шарап та барлыҡ Евразия (Франция, Италия һәм Испания) илдәрендә; Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка; Африка (КАР), Австралия һәм Яңы Зеландия илдәрендә етештерелә. Франция шарап етештереү эталоны булып тора.
күләме (тонна)
Шарап этикеты — тейешле бер ризыҡҡа шарап тәҡдим итеү һәм өҫтәлде биҙәү ҡағиҙәләре.
Шарапты ғәҙәттә бокалдан эсәләр. Бокал йоҡа быяланан һәм оҙон һаплы булһа яҡшыраҡ була. Төҫһөҙ быяланан эшләнгән бейек бокалдарҙан ҡыҙыл һәм ҡоро шараптарҙы эсәләр. Киң бокалдарҙан ярым татлы шараптар эсәләр.
Спирт ҡушып ҡатырылған шараптар өсөн өҫ яғы тарайтылған бокал кәрәк. Конус формаһындағы бәләкәй рюмкалар десерт һәм ликёр шараптары өсөн. Ә бызырлап торған шампан шарабы, күбектәре уйнап торһон өсөн, бейек фужерға ҡойоп бирелә. Шарапты бокалға өстән ике өлөшөнә тиклем генә ҡойорға кәрәк, шулай эшләгәндә бокалды әйлендереп төҫөн һәм еҫен баһаларға була.
Оҙаҡ һаҡланған шарап иғтибарлыраҡ эш итеүҙе талап итә. Бөкөнө асыу өсөн быраулы штопор кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, бөкөнө үтә тишергә ярамай. Аҡ шарапты ҡулланыр алдынан ғына асырға тәҡдим ителә. Ҡыҙыл шарапты, кислород менән байыҡһын өсөн, ҡулланыр алдынан 30-40 минут элегерәк асып ҡуйырға тәҡдим ителә.
Барлыҡ алкоголле эсемлектәрҙең нигеҙендә этанол булыуын хәтерҙән сығарырға ярамай. Организмға эләккән миҡдарына, концентрацияһына, юлына ҡарап наркотик һәм токсикологик эсемлек кеүек тәьҫир итә[2]. Наркотик тәьҫире ауыртыуҙы һиҙмәү[3], үҙәк нерв системаһын ҡаҡшатыу[4], алкоголле ҡуҙғау, алкоголгә күнегеү[5] кеүек күренештәргә килтерә.
Бырлыҡ тикшеренеүселәр ҙә шарапты зарарлы тип иҫәпләмәй. Гарвард медицина мәктәбе ғалимдары, көнөнә ике бокал шарап ҡулланыу файҙалы тип иҫбатлай. Шарап составындағы ресвератрол тигән матдә кешеләге артыҡ ауырлыҡты кәметә, майҙы яндыра тип иҫәпләй гарвард ғалимдары.
90. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, отош уйыны, һындар, уҡтар [отош уйыны өсөн] — шайтан эшенән булған шаҡшылыҡтар. Уларҙан һаҡланығыҙ, моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!— Ҡөрьән, 56:19
— Ҡөрьән, 56:19
91. Хәмер һәм отош уйыны менән шайтан һеҙҙең арағыҙға дошманлыҡ һәм нәфрәт һалырға теләй, һеҙҙе Алланы иҫкә алыузан һәм намаҙ уҡыуҙан тайҙырырға теләй. Тыйылырһығыҙмы һеҙ?— Ҡөрьән, 5: 90,91 ӘЛ-МАИДӘ (АШ ТАБЫНЫ) СҮРӘҺЕ
— Ҡөрьән, 5: 90,91 ӘЛ-МАИДӘ (АШ ТАБЫНЫ) СҮРӘҺЕ