Pelecanus Linnaeus, 1758
Берғаҙан (рус. Пеликан, лат. Pelecanus Linnaeus) — берғаҙан һымаҡтар отрядына ҡараған берғаҙандар ғаиләһендәге ауырлығы 12- 14 килограмға еткән ҙур ҡош. Башҡорт телендә бабағош тигән атамаһы ла осрай. 8 төрҙө берләштерә. Антарктиданан башҡа, уртаса һәм тропик климат бүлкәтендә тереклек итә. Уртаса киңлектәге ҡоштар. Күсмә ҡоштар. Рәсәйҙә 2 төрө осрай: ал берғаҙан(Pelecanus onocrotalus, розовый) һәм бөҙрә берғаҙан(Pelecanus crispus, кудрявый).
Күмәкләп йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө аҡ, баш һәм елкә ҡауырһындары бөҙрәләнеп тора. Ҡанат ситендәге ҡауырһындары ҡара. Оҙон һорғолт һары суҡышының аҫтары ҡара.
Берғаҙан Башҡортостандың Дәүләкән районында Асылыкүлдә осрай. 2019 йылдың көҙөндә уны Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы янында ла күреп, видеоға төшөрөп алғандар [1]