Бөркөт

Бөркөт
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Aquila chrysaetus

Һаҡлау статусы
en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : ???

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
Aquila chrysaetos

Бөркөт (лат. Aquila chrysaetus) — ҡарағоштар араһында иң эре йыртҡыс ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Тәненең дөйөм оҙонлоғо 80-95 см. Уның оҙон, сағыштырмаса тар ҡанаттарының оҙонлоғо 72,5 см, ә йәйгәндә 211 см-ға тиклем етә. Осҡанда ҡанат осондағы оҙон ҡауырһындары йәйелгән бармаҡ һымаҡ, һорғолт ҡойроғо төбөндә арҡыры аҡ һыҙат күренә. Ҡойроғо сағыштырмаса оҙон, бер аҙ түңәрәкләнгән. Танау тишеге ҡауырһын менән ҡапланмаған, «һаҡалы» юҡ, тәпәйҙәре бармаҡтарына саҡлы бөтә яҡлап ҡауырһын менән ҡапланған. Елкә ҡауырһындарының остары осло. Тырнаҡтары ҡара, үткер, ырғаҡ кеүек бөгөлгән, урта бармағы 7 см оҙонлоғонда. Дөйөм төҫө ҡара-көрән. Ләкин төҫө йәшенә ҡарап ҡарая бара: йәш бөркөттөң ҡойроғо аҡ, осо ҡара, ә 4 йәшенән тулыһынса ҡара-көрән төҫкә әйләнә. Тик ҡорһағында һәм ҡойроҡ аҫтында ғына ерән-һарғылт төҫ ҡатнашлығы күҙгә салына. Оло ҡоштарҙың елкә һәм яурын ҡауырһындары һарғая төшә. Уларын сал бөркөт тиҙәр. Төҫ буйынса ата һәм инә ҡоштар айырылмай. Суҡышы ҡара, төбө аҡһыл-күгерәк, суҡыш өҫтөндәге ҡалын тиреһе һәм аяғы сағыу һары төҫтә. Күҙе һарғылт-һор.

Тауышы

Үҙенсәлекле саңҡылдай: «ҡйыңҡ – ҡйыңҡ- ҡйыңҡ».

Таралыуы

Бөркөттөң ареалы бер нисә континентты үҙ эсенә алған. Башҡортостан биләмәләрендә төньяҡ Европалы A. chysaetos chysaetos йәшәй. Көньяҡ Уралда 52º төньяҡ киңлеккә ҡәҙәр оя ҡора. Оя ҡороу урыны итеп, бөркөт эре ағаслы ҡая-ташлы тауҙар итәген һайлай. Шуға күрә республиканың таулы-урманлы зоналарында (Белорет, Бөрйән, Учалы райондарында, Ирәмәл тауында, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, “Шүлгәнташ”ҡурсаулығы биләмәләрендә) һәм көньяҡ убалы тигеҙлектең урманлы-далаларында (Мәләүез, Күгәрсен, Йыйансура райондары) оя ҡороп йәшәгәне аныҡ билдәле[1]. Эксперт баһалауҙарға ҡарағанда, Башҡортостан биләмәләрендә ҡөҙгә бөркөттәрҙең һаны 45-50 затҡа етә. Бөркөттәр әҙ һанда булғанлыҡтан, улар Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына юғалып барыусы төр булараҡ индерелгән. Бөркөттәрҙең кәмеүенең төп сәбәбе – кешеләрҙең уларҙы эҙәрлекләүе.

Йәшәү рәүеше

Бөркөт көндөҙ һунар итеүсе яңғыҙаҡ йыртҡыс ҡош. Аҙыҡ эҙләп ул асыҡ ландшафтлы ерҙәрҙе осоп әйләнә. Йылға, күл үҙәндәренә ҡарағанда дала һәм баҫыуҙарҙы өҫтөн күрә. Йылға буйы урмандарҙа һәм Ағиҙел йылғаһы буйында бөркөт бөтөнләй юҡ. Парлашып оя ҡоралар һәм икенсе парҙы яҡынлатмайҙар, ояларын икенсе ғаиләнән 10-15, хатта 20 км алыҫлыҡта урынлаштыралар. Ғәҙәттә ғаиләнең сиратлап ҡулланған 2-нән 4-кә тиклем ояһы була. Туҡланыуы буйынса ит ашаусыларға ҡарай, үләкһәнән дә баш тартмай. Эре йыртҡыс ҡошҡа тәүлегенә 1 кг аҙыҡ талап ителә, әммә аҙыҡһыҙ 5 аҙна йәшәй ала. Бөркөт төлкө, ҡоралай, ҡуян, алйырҙан кеүек эре йәнлектәргә һөжөм итә. Ғәҙәти аҙығы булып шулай уҡ йомран, элгәнйәк, тейен, терпе һанала. Ҡоштарҙан да эреләрен һайлай: һуйыр, ҡор, өйрәк, бүҙәнә, ҡауҙы, торна, өй ҡаҙҙары, ҡарға һәм башҡалар. Аҙыҡ етешмәгәндә үләкһә менән туҡлана, ҡыш йорт ҡоштарына, эткә, бесәйгә һөжүм итә. Йыш ҡына бөркөттөң ваҡ кимереүселәр, турғайҙар менән туҡланыуы ла күҙәтелгән. Ҡайһы бер һөйрәлеүселәр ҙә уның аҙығы. Һай урындарҙа балыҡтарҙы ла эләктереп ала. Бөркөт 4-5 йәшендә үҫешеп етә һәм ғаилә булдыра, парҙар ғүмерҙәре буйына айырылмай. Ояны ағас башында йәки ҡая таш һикәлтәләрендә 12ү20 метр бейеклектә яһай. Төҙөлөш материалы булып йыуан ботаҡтар хеҙмәт итә. Оялар гел генә төҙәтелеп, яңыртылып торғанлыҡтан бик ҙур булып китәләр - диаметры 3 м һәм бейеклеге 2 м. Инә бөркөт апрелдең тәүге яртыһында 3-5 көн аралыҡта көрән таптар менән ҡапланған 1-3, йышыраҡ 2 аҡ йомортҡа һала. Йомортҡаны ата һәм инә ҡош 43-45 тәүлек алмашлап баҫалар. Ҡошсоҡтарын икәүләшеп ашаталар, әммә ата ҡош аҙыҡты килтерә генә, ә инәһе бүлеп бирә.Оялары янында ҡоштар һунар итмәйҙәр, ә ҡайһы саҡ 10-ар км-ға йыраҡҡараҡ осалар. Ҡошсоҡтарҙың көслөрәктәре көсһөҙҙәрен ашаған осраҡтары ла була. Ҡошсоҡтар 75-80 көндән оянан китәләр, әммә август аҙағына – сентябрь башына ҡәҙәр ата-инәләре менән бергә булалар, аҙаҡ айырылалар. Ҡайһы саҡ икенсе яҙғаса ла ғаиләлә ҡалалар. Бөркөт ултыраҡ ҡош. Оя ҡорған осорҙа пар менән, йәш ҡоштар яңғыҙ йөрөйҙәр. Оя ҡорған урындарына ныҡ бәйле булалар. Бөркөттәр хәүефкә үтә һиҙгерҙәр: оялары янында уларҙы бер нисә мәртәбә тынысһыҙландырһаң, баҫып ултырған йомортҡалары менән ояларын ташлап китәләр. Улар ҡурсаулыҡтарҙа һәм вольерҙарҙа һәйбәт йәшәйҙәр. Яһалма ояларҙы ла хуп күрәләр. Тимәк яңы уңайлы урындарҙа яһалма оялар урынлаштырып, яңы парҙарҙы эйәләтеп була. Бөркөттәрҙе элек-электән төлкөгә, ҡуянҡа, бүрегә ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.

Иҫкәрмәләр

  1. Баянов М.Г., Маматов А.Ф. Птицы Южного Урала. – Уфа: Китап, 2009. – 376 с.

Сығанаҡтар

  • Баянов М.Г., Маматов А.Ф. Птицы Южного Урала. – Уфа: Китап, 2009. – 376 с.
  • Дементьев Г.П., Гладков Н.А. Птицы Советского Союза. Т. 1 – 6.М.: Советская наука, 1951-1954.
  • Кучеров Е.В., Ильичев В.Д. Охотничье-промысловые птицы Башкирии и их охрана. Уфа, 1961. 120с.
  • Лоскутова Н.М. Редкие хищные птицы Башкирского заповедника // Экология и охрана хищных птиц. М., 1983. с. 17-20.
  • Ишбирзин Э.Ф. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
  • Промптов А.Н. Птицы в природе. Л: Учпедгиз, 1960, 490 с.
  • Шварц С.С., Павлинин И.Н., Данилов Н.Н. Животный мир Урала. Свердловск: Гос.кн.изд., 1951. 123с.
  • Яковенко Д.Г. Охотничье-промысловые птицы // Животный мир Башкирии. Уфа: Башкнигоиздат, 1949. с. 75-94.

Strategi Solo vs Squad di Free Fire: Cara Menang Mudah!