РәсәйРәсәй
Башҡортостан
Дыуан районы
Арый ауыл Советы
55°36′42″ с. ш. 58°12′32″ в. д.HGЯO
↗385[1] кеше (2010)
UTC+6
452539
02, 102
80 223 804 001
80 623 404 101
0520734
Арый (рус. Ариево) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 385 кеше[2]. Почта индексы — 452539, ОКА
Арый ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡҡа 18 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл стацияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 93 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Арый ауылына XVIII быуатта Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Ауыл атамаһы уға нигеҙ һалыусы кеше исеменә бәйле. Сығанаҡтарҙа Арый исеме күренмәй. 1816 йылғы VII рәүиз материалдарында билдәләнгәнсә, Арыйҙың ике улы булған. Олоһо — Әмин Ариев 1776 йылғы, уның улы — Сафиулла. Арыйҙың кесе улы — Ниғмәтулла Ариев 1779 йылғы, уның ике балаһы: Мөлхиә һәм Алмашәкәр, һәм уларҙың 1894 йылда әле иҫән булыуҙары тураһында мәғлүмәттәр бар.
1795 йылда Арый ауылындағы 13 йортта 76 кеше, 1816 йылда 14 йортта — 114 кеше, 1834 йылда 30 йортта — 188 кеше йәшәгән.
Ауылда йәшәүселәр арыш, һоло, арпа һәм бойҙай сәскән. Иген үҫтереү бик файҙалы булған. Ашлыҡты аттар менән көнсығыш төбәктәргә алып барып һатыр булғандар. Көнбайышҡа иһә Әй йылғаһындағы Мәтәле пристаненән һыу юлы менән оҙатҡандар. Картуф ултыртыу ҙа күптәрҙең хәлен еңеләйткән.
Арыйҙа 1 һуҡҡыс һәм елгәрткес, тирмән булған. Халыҡ күпләп мал да тотҡан.
1842 йылда 188 кешегә 53 сирек ужым һәм 274 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән, шулай уҡ 7 сирек, йәки 56 бот картуф ултыртылған. Быуат аҙағында өс баҫыу сәсеү әйләнеше еңгән. Арыш, һоло, арпа, бойҙай сәскәндәр. Баҫыуҙарҙы тиреҫ менән ашлағандар. 1-әр һуҡҡыс һәм елгәргес, тирмән булған. Урындағы тоҡом малы үрсетелгән. Үҙҙәре әҙерләгән бесән етмәгән, шуның өсөн 20 бот бесән йөгөн 1 һумға Мәсәғүт ауылы баҙарынан һатып алғандар.
1859 йылда Арый ауылындағы 29 йортта — 256, 1870 йылда 37 йортта — 119, 1920 йылда 89 йортта — 461 кеше йәшәгән.
1865 йылда 37 йортта 255 кешк йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
1906 йылда 1878 йылда уҡ төҙөлгән мәсет, мәҙрәсә, мануфактура кибете теркәлгән.
Әлеге ваҡытта ауылда 1-се һанлы Мәсәғүт лицейы филиалы — Арый төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].
Арыйҙа башҡорттар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар: Сейәлетау
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Тәбиғәт һәйкәле Арый янындағы тауҙа үҫкән дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары тәбиғәт һәйкәле булып тора[8].
Район үҙәге: Мәсәғүт ауылы Tораҡ пункттар: Арый | Бурцевка | Вознесенка | Гладких | Дыуан | Ежовка | Заимка | Игнашкин | Иҫке Хәлил | Йылантөп| Комсомол | Кошелевка | Ҡалмаш | Ҡаракүл | Ҡутрас | Ҡәҙер | Ләмәҙ | Митрофановка | Михайловка | Мәрйәмғол | Мәсәғүт | Мәтәле | Мәтәүле | Мөлкәт | Озеро | Октябрьский | Өлкөндө | Пичугин | Победа | Потаповка | Рухтин | Салғыя | Сафоновка | Семериковка | Суртан | Таҙтүбә | Трапезниковка | Түбәнге Әбсәләм | Усть-Үгеҙ | Усть-Әйәҙ | Үрге Әбсәләм | Һикәяҙ | Әбдрәшит | Әнйәк | Ярославка | Яңы Михайловка | Яңы Хәлил
Бөткән ауылдар: Староверовка |