Үрге Әбсәләм (рус. Верхнее Абсалямово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 103 кеше[2].
Почта индексы — 452539, ОКАТО коды — 80223804002.
Үрге Әбсәләм ауылы
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 8 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Арый): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 83 км
Үрге Әбсәләм ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 8 кимлометрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 83 кимлометр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
Үрге Әбсәләм ауылына XVIII быуаттың 2‑се яртыһында Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Атамаһы тәүге төпләнеүсе кеше Әбсәләм Әбүталипов исеменән алынған.
1795 йылда Үрге Әбсәләмдәге 13 йортта 103 кеше йәшәгән[4][5].
1816 йылда 34 йортта 197 кеше, 1834 йылда — 56 йортта 299 кеше, в 1859 йылда — 54 хужалыҡта 390 кеше, 1870 йылда — 73 ихатала 432 кеше, 1920 йылда ике (Үрге һәм Түбәнге) Әбсәләмдә — 76 йортта 419 кеше йәшәгән. XX быуат башында был ауылдар Үрге һәм Түбәнге Әбсәләм тип аталған. 1816 йылдан билдәлеһе Әхмәт (Әбсәләм) тип аталғанында 6 ихатала 30 кеше, 1859 йылда 6 йортта 20 кеше йәшәгән. 1920 йылда Әхмәт ауылы теркәлмәгән, һәм ул Әбсәләм тип аталған[6].
1842 йылда Әбсәләм ауылының 313 кешеһе 92 сирек ужым, 388 сирек яҙғы ашлыҡ, шулай уҡ 8 сирек картуф сәскән. Был осорҙа Әхмәт ауылында 36 кешегә 17 сирек ужым, 66 сирек яҙғы ашлыҡ һәм 2 сирек картуф сәселгән. Әбсәләм менән Әхмәт халҡы барлыҡ ер-һыу менән бергә файҙаланған.
Биләмә берәмектәренә инеүе
Теркәү йылы |
Улус, ауыл советы |
Өйәҙ, кантон, район |
Губерна, Республика |
Дәүләт
|
1784 |
Һарт улусы |
Троицк өйәҙе |
Ырымбур губернаһы |
Рәсәй Империяһы
|
1816 |
7-се йорт |
4-се Загорный Башҡорт кантоны |
Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы |
Рәсәй империяһы
|
1834 |
-се йорт |
-се Башҡорт кантоны |
Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы |
Рәсәй империяһы
|
1847 |
-се йорт |
-се Башҡорт кантоны |
Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы |
Рәсәй империяһы
|
1859 |
-се йорт |
-се Башҡорт кантоны |
Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы |
Рәсәй империяһы
|
1895 |
Һарт улусы |
Златоуст өйәҙе |
Өфө губернаһы |
Рәсәй империяһы
|
1920 |
Үрге Ҡыйғы биләмәһе |
Дыуан-Ҡошсо кантоны |
Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) |
РСФСР
|
1926 |
Һарт улусы |
Мәсәғүт кантоны |
Автономлы Башҡорт ССР-ы |
СССР
|
1935 |
Арый ауыл Советы |
Дыуан районы |
Башҡорт АССР-ы |
СССР
|
1941 |
Арый ауыл Советы |
Дыуан районы |
Башҡорт АССР-ы |
СССР
|
1990 |
Арый ауыл Советы |
Дыуан районы |
Башҡортостан Республикаһы |
Рәсәй Федерацияһы
|
2008 |
Арый ауыл Советы |
Дыуан районы |
Башҡортостан Республикаһы |
Рәсәй Федерацияһы
|
|
|
|
|
|
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
1865 йылда 73 йортта — 432 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[7].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
1906 йылда Әбсәләм ауылында мәсет, мануфактура кибете теркәлгән.
XX быуаттың 1920-се йылдарында Түбәнге Әбсәләм ауылы бүленеп сыҡҡандан һуң, ауыл Үрге Әбсәләм тип йөрөтөлә башлай[8][9].
Халыҡ һаны
Үрге Әбсәләмдә башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
419 |
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
87 |
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
68 |
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
65 |
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
98 |
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
103 |
45 |
58 |
43,7 |
56,3
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
Урамдары
Тирә-яҡ мөхит
- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡы:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әйле
Әҙәбиәт
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001, книга 9, 64—65 с.
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (билдәһеҙ). Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Үрге Әбсәләм // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 497. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001, книга 9, 64—65 с.
- ↑ МИБ. Т. 3. С. 223. Ч. 1. С. 374, 392; Т. 3. С. 120, 223; Т. 5. С. 35, 120; Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. С. 323, 326. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 374-а. Ф. 2. Оп. 1. Д. 4873. Л. 160. См. это дело и по другим деревням
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001, книга 9, 64—65 с.
- ↑ Үрге Әбсәләм // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001, книга 9, 64—65 с.
- ↑ Үрге Әбсәләм // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Верхнее Абсалямово. Улицы