Якоб Гогебашвилиҙың йорт-музейы - груз. იაკობ გოგებაშვილის სახლ-მუზეუმი - Грузияның Гори районы Вариани ауылындағы йорт-музей.
Танылған йәмәғәт эшмәкәре Якоб Гогебашвилиҙың йорт-музейы 1958 йылда ойошторолған. Ул танылған педагог, балалар яҙыусыһы һәм журналист, Грузияла педагогика фәненә нигеҙ һалған шәхес булып һанала.
2010 йылдың 1 ғинуарына 1500-ҙән артыҡ экспонат булған. Улар араһында шәхестең 24 иҫтәлекле әйбере, фотографиялар һәм документтар, шулай уҡ совет осоро рәсем сәнғәте әҫәрҙәре, скульптура, ҡыҫып төшөрөлгән һүрәттәр, керамика. Гогебашвилиҙың миҙалдары һәм лауреат бүләктәре лә бында һаҡлана.
Музейҙа фәнни сессиялар һәм лекциялар үткәрелә. Шулай уҡ "Якобс" тигән дәүләт байрамы ла ошонда ойошторола.
Йорт-музейҙың белешмәһе баҫылып сыҡҡан.
Якоб Гогебашвилиҙың йорт-музейы 2019 йылдың 29 майында Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [1] .
Яков Гогебашвилиҙың ҡайһы бер хеҙмәттәре [2]: