23 декабрь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Ырымбур губернаһы, Силәбе өйәҙе, Синеглазовский ҡасабаһы
24 сентябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (66 йәш)
Литва ССР-ы, Вильнюс ҡалаһы
СССР
Рәсәй тарихы
Мәскәү тарих-архив институты, СССР Фәндәр академияһының Тарих институты
Мәскәү дәүләт университеты
тарих фәндәре докторы (1957)
профессор
Я. Е. Водарский, Е. И. Каменцева, П. А. Колесников, А. И. Комисаренко, Ю. А. Тихонов
Устюгов Николай Владимирович (23 декабрь 1896 йыл — 24 сентябрь 1963 йыл) — СССР ғалим-тарихсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1957), профессор (1959). Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры.
Никола́й Влади́мирович Устю́гов 1896 йылдың 23 декабрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Синеглавзовский ҡасабаһында (хәҙер Силәбе ҡалаһы составында) руханиҙар ғаиләһендә тыуған. Силәбе дини училищеһын тамамлай.
1918 йылда Ырымбур дини семинарияһын тамамлағандан һуң Силәбе һәм Томск тирәһендәге тимер юл мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Бер аҙ ваҡыт Томск университетында уҡый. 1919 йылда Ҡыҙыл армияға алына һәм Себерҙә аҡ ғәскәрҙәргә ҡаршы хәрби алыштарҙа ҡатнаша.
1924 йылда Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультетының ижтимағи-педагогик тарих бүлеген тамамлағандан һуң Мәскәү китапханаларында (Коммунистик академияның, Политехник музейҙың һ. б.) эшләй. Тарих фәндәре кандидаты (1938; диссертация темаһы: «Очерки по истории преобладающих видов труда в посадах восточной части Поморья в первой половине XVII века»). Тарих фәндәре докторы (1957; диссертация темаһы: «Солеваренная промышленность Соли Камской в XVII веке»).
1935 йылдан өҙлөктәр менән СССР Фәндәр академияһының Тарих институты хеҙмәткәре була. Бер үк ваҡытта 1938 йылдан Мәскәү тарих-архив институтында уҡыта, ярҙамсы тарихи дисциплиналар буйынса лекциялар уҡый һәм семинарҙар алып бара.
1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ополчение дивизияһының ябай ҡыҙыл армеецтан 11-се гвардия армияһының Юл бүлеге техник разведкаһы подразделениеһы командирына тиклем үрләй. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыш тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһының Тарих институтына һәм Мәскәү тарих-архив институтына эшкә ҡайта. 1947 йылда Мәскәү тарих-архив институтында СССР территорияһында феодализм дәүере тарихы буйынса студенттар түңәрәген ойоштора, уның 18 ҡатнашыусыһы Устюгов етәкселегендә кандидат диссертацияларын яҡлап ғалим булып китә.
СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми консультанты була.
Яҡынса 150 фәнни хеҙмәт авторы. Фәнни тикшеренеүҙәре XVII—XIX быуаттарҙа Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫешенә, Урал-Волга буйы һәм башҡа төбәк халыҡтарының тарихына, XVII—XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарына, сығанаҡтарҙы өйрәнеү фәненә, археографияға, тарихнамәгә арналған.
1956 йылда баҫылған «Очерки по истории Башкирской АССР» (1-се том), «Материалы по истории Башкирской АССР» (4—5-се том) хеҙмәттәренең авторҙарының береһе һәм мөхәррире була. «Очерки по истории Коми АССР» хеҙмәтенең авторҙашы була, «Материалы по истории Казахской ССР» хеҙмәтен әҙерләүҙә ҡатнаша, «Очерки по истории Калмыцкой АССР» хеҙмәтенең мөхәррире була. «Очерки истории СССР. Период феодализма», «История СССР», «История Москвы» юғары уҡыу йорттары өсөн әсбаптарҙың авторҙарының береһе һәм мөхәррире була.
Емельянов Е. П. Творческий путь Н. В. Устюгова в контексте развития советской исторической науки. — М.; СПб.: Нестор-история, 2017. — 312 с.