Share to: share facebook share twitter share wa share telegram print page

Темерник таможняһы һәйкәле (Дондағы Ростов)

Һәйкәл
Темерник таможняһы һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, ҡала яр буйы
Скульптор Сергей Олешня һәм Анатолий Дементьев
Бейеклеге 2,2 метр

Темерник таможняһы һәйкәле2010 йылда Дондағы Ростов ҡалаһына нигеҙ һалыу көнөндә, Темерник таможняһы һәйкәлен асыу тураһында Указ яҙылыуға арнап ҡала яры буйында тантаналы рәүештә асылған һынлы монумент[1]. Һәйкәл ҡала хакимиәте №890 ҡарарына (24.11.2010) ярашлы Дондағы Ростов ҡалаһында урынлаштырылған[2].

Тарих

Дондағы Ростов ҡалаһында  2010 йылдың 15 декабрендә рәсми рәүештә Темерник таможняһы һәйкәле асыла. Был ваҡиға Дондағы Ростов ҡалаһының тыуған көнөн байрам итеү маҡсатында һәм Темерник таможняһы һәйкәлен асыу тураһында указға ҡул ҡуйыуға арнап үткәрелә. Скульптураны Новороссийск ҡалаһында иң оҫта етәкселәр эшләгән. Һәйкәл төҙөү скульпторҙары  Сергей Олешня һәм Анатолий Дементьев.  Монументты эшләүгә 7 айҙан күберәк ваҡыт кәрәк булған.

2017 йылдың 24 февралендә һәйкәл өлөшләтә зыян күргән тигән мәғлүмәт була. Версия буйынса был  вандаллыҡ һөҙөмтәһе тип атала, ләкин һәйкәлдең өлөшләтә зыянланыуы юл-транспорт ваҡиғалары арҡаһында булып сыға[3].

Тасуирлама

Композиция үҙәгендә — таможня офицеры фигураһы, ул  ҡулында 1731 йыл менән билдәләнгән Сауҙа уставын тотҡан. Шулай уҡ уның ҡулында таможня эштәрен көйләүсе  башҡа документтар ҙа бар. Һәйкәлде төҙөгән саҡта шул осорға һәйкәлдең тышҡы ҡиәфәтен оҡшатыу маҡсатында тарихсылар  консультациялар алып бара. Һәйкәлдең бейеклеге 2 метр 20 сантиметр. Бронзанан эшләнгән. Һәйкәлде яр буйында асыу алдынан  монтаж эштәре бер нисә сәғәт буйы барған[4].

Һәйкәл Яр урамындағы 15-се йорт ҡаршыһында ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Prefix: a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9

Portal di Ensiklopedia Dunia

Kembali kehalaman sebelumnya