Ümumittifaq Dövlət Kinematoqrafiya İnstitutu, Sergey Gerasimov adına Ümumittifaq Dövlət Kinematoqrafiya İnstitutu, Дзяржаўная школа кінэматаграфіі, Дзяржаўны тэхнікум кінэматаграфіі, Дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі, Вышэйшы дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі, Усесаюзны дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі, Усесаюзны дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава, Усерасейскі дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава, Усерасейскі дзяржаўны ўнівэрсытэт кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава, Усерасейскі дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава һәм Усерасейскі дзяржаўны ўнівэрсытэт кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава
1930—1938 йылдарҙа институт Ленинград проспектында «Яр» ресторанының элекке бинаһын биләй. Һуңынан бер ни тиклем ваҡыт хәҙер М. Горький исемендәге киностудия урынлашҡан бинала эшләй. 1938 йылдың сентябрендә ВГИК бинаһын проектлау башлана, институттың аудиториялары һәм башҡа биналары 750 тыңлаусыға иәҫпләнә. Төҙөлөш өсөн кинохроника студияһы (Ростокино) төҙөлөшө майҙанында участка бүленә. Институт корпусы яңы студия бинаһы менән берҙәм архитектура комплексы итеп күҙаллана. 1950 йылдар башында Вильгельм Пик урамы буйынса хәҙерге бинаның уң ҡанаты төҙөлә, ә 1955 йылда ВГИК һулыһынса яңы бинаның уҡыу аудиторияларына күсенә. Төшөрөү павильондары тағы бер нисә йыл М. Горький исемендәге киностудия бинаһында ҡала; студенттар төрлө райондарҙа урынлашҡан ятаҡтарҙа йәшәй; 1978 йылда Борис Галушкин урамында яңы 16 ҡатлы ятаҡ төҙөлә.
1941 йыл һуңынан 1943 йылдың майына тиклем Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ВГИК «Мосфильм» һәм «Ленфильм» киностудиялары менән бергә Ҡаҙаҡ ССР-ының баш ҡалаһы Алма-Атаға эвакуациялана, унда урындағы кинотехникум базаһында совет кинематографияһы өсөн кадрҙар әҙерләүен дауам итә[9][10].
1970—1980 йылдарҙа институтының ректоры В. Н. Ждан була.
СССР Министрҙар Советының 1986 йылдың5 февралендәге ҡарары менән Бөтә Союз дәүләт кинематография институтына билдәле совет кинорежиссеры Сергей Аполлинариевич Герасимов исеме бирелә[7].
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Кинематография буйынса комитеттың 1992 йылдың28 июлендәге 71-се бойоро менән С. А. Герасимов исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Бөтә Союз дәүләт кинематография институты А. С. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты тип үҙгәртелә[7].
Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡтың 2008 йылдың 26 мартындағы 151-се бойороғо менән институт С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография университеты (элекке «ВГИК» аббревиатураһы һаҡлана) тип үҙгәртелә, федераль статусҡа эйә була[11][7].
2015 йылдың22 майында университетҡа элекке исеме кире ҡайтарыла — С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты[12].
ВГИК-тың аяҡҡа быҫыуында Лев Кулешов, Сергей Эйзенштейн, Всеволод Пудовкин, Александр Довженко, Григорий Козинцев, Сергей Герасимов, Михаил Ромм, Роман Кармен, Станислав Ростоцкий, Лев Кулиджан, Сергей Бондарчук һәм башҡа бик күп кино сәнғәтенең арҙаҡлы эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
↑Василий Макарович Шукшин, И. А. Коротков, Е. В. Огнева, Валерий Фомин, Государственный музей истории литературы, искусства и культуры Алтая.Василий Шукшин--жизнь в кино. — Гос. музей истории литературы, искусства и культуры Алтая, 2009. — 360 с.