1938 йыл
1938 (бер мең туғыҙ йөҙ утыҙ һигеҙенсе) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1938 йылы, 2 мең йыллыҡтың 938 йылы, XX быуаттың 38 йылы, XX быуаттың 4 ун йыллығының 8 йылы, 1930 йылдарҙың 9 йылы.
Ваҡиғалар
Тыуғандар
- 15 апрель — Роберт Паль, рус телендә ижад иткән Башҡортостан шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 14 май — Мәүлетбай Ғәйнетдинов, йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- 31 май — Тимер Йосопов, Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003), БАССР-ҙың (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1999) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
- 12 декабрь — Бикбаев Рауил Төхфәт улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Вафат булғандар
- 21 ғинуар — Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы, яҙыусы, революционер. Хеҙмәт Геройы (1932).
- 3 февраль — Мутин Илдархан Ибраһим улы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 10 июль — Абҙанов Шәмси Саҙрый улы, иҡтисадсы-географ, педагог, профессор (1932). Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 10 июль — Амантаев Ғабдулла Сәхипгәрәй улы (Ғабдулла Амантай), күренекле башҡорт балалар яҙыусыһы; әҙәбиәт, фольклор өйрәнеүсе; йәмғиәт эшмәкәре. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 10 июль — Ғабдрахманов Ғабдрахман Закир улы (Булат Ишемғол), башҡорт совет яҙыусыһы, сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 10 июль — Ғисмәтуллин Абдулла (Ғабдулла) Төхфәтулла улы, ғалим, совет дәүләт эшмәкәре. Башҡорт халыҡ мәғәрифе комиссары, Башҡорт АССР-ы Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 10 июль — Дәүләтшин Ғөбәйҙулла Әхмәткирәй улы, дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы. 30-сы йылдарҙа, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Башҡортостандың халыҡ мәғарифын ойоштороуға, мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә, сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 10 июль — Вәлиулла Мортазин-Иманский, БАССР-ҙың халыҡ (1922) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935) артисы, сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 10 июль — Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы (Төхфәт Йәнәби), башҡорт совет шағиры, яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 10 июль — Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы, башҡорт һәм татар йырсыһы, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1929). Сәйәси репрессия ҡорбаны.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
|
|