Рәсәй
Ростов өлкәһе
Дондағы Ростов
Совет районы
~ 2,7 км
картала
Зорге урамы (Дондағы Ростов) — Дондағы Ростов ҡалаһының Совет районы биләмәһендә урынлашҡан урам. Коммунистик проспектынан башлана һәм Еременко урамы менән киҫешкән урында тамамлана. Йүнәлеше — көньяҡтан төньяҡҡа, Берҙәмлек урамы менән параллель. Урамда хәрәкәт һыҙаты 2-нән 4-кә тиклем үҙгәрә.
Урам исеме Советтар Союзы Геройы, совет разведчигы Рихард Зорге хөрмәтенә ҡушылған.
Көнбайыш торлаҡ массивының магистраль урамы булып тора. 26, 67, 71, 94, 96-сы маршрут автобустары, шулай уҡ күп һанда маршрут таксиҙары хәрәкәте ойошторолған.
Йоп яғында башлыса төрлө һандағы ҡатлы, Көньяҡ Федераль Университет ятаҡтарын да индереп, торлаҡ йорттар, шулай уҡ йәмәғәт-көнкүреш тәғәйенләнешендәге биналар ҙа бар. Таҡ яғында, торлаҡ йорттарҙан тыш, Г. Плевен исемендәге парк, Көньяҡ Федераль Университет факультеттары, Привоз баҙары, университеттың студенттар ҡаласығы яңы төҙөлөштәре, Талер сауҙа үҙәге урынлашҡан.