2003
Дондағы Ростов йәмиғ мәсете — Дондағы Ростовта эшләп килгән берҙән-бер мәсет.
Тарихы
Батшалар ваҡытында Красноармейская урамында ҙур үҙәк мәсет була. 1968 йылда бер ни сәбәпһеҙ ул ябыла. Мосолмандарға ҡала үҙәгендә «Төҙөүселәр» паркынан ер участкаһы бирелә. Ростовта мәсет төҙөүҙе башларға маташыу конфликттарға килтерә. Һөҙөмтәлә мәсет өсөн урын Дондағы Ростовта урман-парк зонаһында табыла, унда йөҙ метр радиуста тораҡ биналар булмай[1].
Архитектура үҙенсәлектәре
Яңы мәсет 1999 йылдан 2003 йылға тиклем төҙөлә. Мәсетте ҡорғанда яңы төҙөлөш технологиялары һәм боронғо архитектура традициялары иҫәпкә алына. Доға уҡыу өсөн бында бер үк ваҡытта мең ярым кеше килә ала.
Ике ҡатлы мәсет янында 27 метрлыҡ манара күтәрелеп тора. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә мәсеттә ғәрәп теле, Ҡөрьән һәм ислам тарихын өйрәнеү буйынса дәрестәр үтә.
Фотоһүрәттәр галереяһы
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар