Ведерников Николай Степанович (18 июнь 1925 йыл — 29 декабрь 2011 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945).
Николай Степанович Ведерников Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[1] Үрге Тәтешле ауылында тыуған. Тиҙҙән уның ғаиләһе Пермь өлкәһенең Чернушка районына күсеп китә.
Ҡыҙыл Армияла 1943 йылдан, айлыҡ командирҙар курсын тамамлағандан һуң 1943 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
Пулемет расчеты командиры өлкән сержант Н. С. Ведерников 1944 йылдың авгусында Висла йылғаһын аша сыҡҡанда һәм Доротин плацдармын (Польша) тотҡанда һәм киңәйткәндә батырлыҡ күрһәтә. 207,8 бейеклектә дошман атакаһы ваҡытында ул һөжүм итеүселәрҙе яҡын аралыҡҡа ебәрә һәм пулемёттан 150 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә.
Штригау (Германия) ҡалаһында 1945 йылдың 14 февраленән 18 февраленә тиклем һуғыштың киҫкен минутында, расчет сафтан сыҡҡан мәлдә, пулемёт артына ята һәм дошман атакаһын кире ҡаға. Штригау ҡалаһы өсөн алыштарҙа Н. С. Ведерников тарафынан бөтәһе 8 һөжүм кире ҡағыла һәм бер роталыҡ гитлер һалдаты юҡ ителә, ике ут пулемёт нөктәһе баҫтырыла.
Бреслау (Вроцлав, Польша) ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа 1945 йылдың 10 мартында өлкән сержант Николай Ведерников штурм төркөмөнә ярҙам итеп, үҙенең пулемётынан дошмандың 3 пулемёт нөктәһен юҡ итә, һөҙөмтәлә штурмлаусы төркөм юғалтыуһыҙ кварталды яулап ала.
1944 йылдың йәйенән Н. С. Ведерников мәргәнлек сәнғәте эшен бик яҡшы үҙләштерә. Һуғыш аҙағына пулемёт уты менән һәм мәргәнлек винтовкаһынан шәхсән 300 гитлерсыны юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 26 июнендәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән сержант Николай Степанович Ведерниковҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 8642) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Старшина званиеһында демобилизациялана. Пермь өлкәһендә комбайнсы, баҫыусылыҡ бригадаһында бригадир, ат заводында хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер булып эшләй. Мул уңыш алғаны өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә. Пермь өлкәһенең Тауыш ауылында, һуңынан Пермь крайының Чернушка ҡалаһында йәшәй.
2011 йылдың 29 декабрендә Пермь крайының Чернушка ҡалаһында вафат була.