Бродский Николай Леонтьевич (15 ноябрь (27 ноябрь) 1881 йыл[5], Ярославль — 5 июнь 1951 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, Мәскәү дәүләт университеты профессоры (1926). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945) кавалеры, К. Д. Ушинский исемендәге премия лауреаты.
Николай Леонтьевич Бродский — оркестр музыканты улы. 1900 йылда гимназия, 1904 йылда Мәскәү университетының тарих-филология факультетын тамамлай. Шул йылда уҡ үҙенең беренсе хеҙмәтен баҫта[6].
1904—1907 йылдарҙа Екатеринослав ҡалаһында Коммерция училищеһында уҡыта. 1907 йылда Мәскәүгә ҡайта. Бында Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия курстарында, Түбәнге Новгородтың Ҡала халыҡ университетында әҙәбиәт курсын уҡый. 1910 йылдан Рәсәй тел белемен һөйөүселәр йәмғиәтенең, 1911 йылдан Мәскәүҙәге әҙәбиәт тарихы йәмғиәте ағзаһы. 1916/1917 йыл сиктәрендә I Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезын ойоштороусыларҙың береһе.
Магистр имтихандарын тапшырып, приват-доцент (1918—1924), һуңынан Мәскәү университетының профессоры (1926) була, бында Тургенев семинарын етәкләй. 1922 йылдан шулай уҡ Сәнғәт фәндәре дәүләт академияһында ғилми эш алып бара, Смоленск университетында, Либкнехт исемендәге Индустриаль-педагогия институтында һәм Тверь педагогия институтында уҡыта.
1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939 йылда Бродскийға диссертация яҡламайынса «филология фәндәре докторы» дәрәжәһе бирелә. 1941 йылдан Донъя әҙәбиәте институтының рус әҙәбиәте бүлеген етәкләй.
Пушкин, Лермонтов, Тургенев, Белинский, Достоевский, Герцен һ. б. ижадын тикшереүсе; урат мәктәптәр өсөн рус әҙәбиәте буйынса күп кенә әсбаптар, театр тарихы буйынса мәҡәләләр, әҙәбиәт уҡытыу методикаһы буйынса белешмәләр авторы.
1947 йылдан РСФСР Педагогия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.
1951 йылдың 5 июнендә вафат була, Мәскәүҙә Иваново зыяратында ерләнә, 36 уч..