Әмәмбай — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡараған йылғаһының уң ярына тамағынан 37 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 36 км.
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
Йылға тәрән түгел, шуға күрә балыҡсылар уның тамағына яҡыныраҡ ерҙә ҡармаҡ һала. Йылғала суртан, алабуға, сабаҡ, ҡорман,ҡарабалыҡ, опто, табан, алабуға тереклек итә [3]
Гидроним башҡорт исеме - Аманбайҙан (Әмәмбай) килеп сыҡҡан. Һөйләштә йыш осрауынса, ҡушма һүҙҙәге "Н" өнө "М" булып киткән. Быны Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Н.И. Шуваловтың "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендәге аңлатма ла раҫлай:
.